Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » КӨНКҮРЕШТӘ ГАЗДАН ХӘҮЕФҺЕҘ ФАЙҘАЛАНЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
1. ГАЗ ПЛИТӘҺЕ

Бөтә крандарҙың ябылғанына инанығыҙ.
Артабан газ үткәргестәге кранды тулыһынса асығыҙ.
Янған шырпыны газ горелкаһына яҡын килтерегеҙ, унан һуң кранды асығыҙ.
Сыҡҡан ялҡын тыныс, зәңгәрһыу йәки шәмәхә төҫтә икән, тимәк, газ яҡшы яна.
Файҙаланып бөткәс, горелканың, артабан газ үткәргестең кранын ябығыҙ.
Духовканы файҙаланыр алдынан, ишеген асып, ике-өс минут елләтегеҙ.
Янып торған шырпыны духовканың горелкаһына яҡын килтерегеҙ. Газ горелканың бөтә ектәрендә янырға тейеш. Ҡабыҙыу егенең ҡапҡасын, унан һуң духовканың ишеген ябығыҙ.
Янып торған горелканы ҡарауһыҙ ҡалдырырға, шулай уҡ уны бүлмәне йылытыу өсөн файҙаланырға ярамай.
Горелкаға шыйыҡса ағып төшөүгә юл ҡуймағыҙ.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларға, өлкәндәргә һәм иҫерек кешеләргә газ приборын ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ.
2. ГАЗ БАЛЛОНЫ

lШәхси торлаҡ йорттарҙа, фатирҙа, бүлмәлә, шулай уҡ аш бүлмәһендә, эвакуация юлдарында, баҫҡыста, цоколь ҡатында, подвалда, ҡыйыҡта, балконда, лоджияла яныу­сан газ тултырылған баллондарҙы һаҡлау тыйыла.
lБаллонға газды ошоноң өсөн тәғейенләнгән, үлсәү, контроль үлсәү менән йыһазланды­рылған махсус урындарҙа тултырырға. Баллонға тулты­рылған газ һауыттың күләменең 85 процентынан артмаҫҡа тейеш.
3. ТӨТӨН ЮЛЫ
lКүп фатирлы йорттарҙа идарасы компания, ә торлаҡ йорттарҙа милексе тө­төн һем елләтеү юлдарын тәртиптә тоторға тейеш.
lТөтөн һәм елләтеү юлдары йылытыу миҙгеле осоронда йылына кәмендә өс тапҡыр тикшерелә һәм таҙартыла.
lТөтөн юлдарының тығылыуы, торбаларға боҙ туңыуы, уларға сит әйбер­ҙәр элегеүе тартыу көсөнөң боҙолоуына сәбәпсе булыуы ихтимал. Шу­ға күрә газ менән йылытылған при­борҙы йәки газ колонкаһын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерергә кәрәк.
lТартыу көсө булмағанда йәки төтөн юлдары емерелгәндә газ приборын һәм колонкаһын ҡулланыу тыйыла, сөнки газ менән ағыуланыу хәүефе бар.
lГаз менән ағыуланыуҙың тәүге үҙен­сәлектәре күҙәтелһә (күреү, ишетеү һәләте түбәнәйһә, баш ауыртһа, әйлән­һә), газ приборын ҡулланыуҙы туҡ­татырға, крандарҙы ябырға, бүлмәне елләтеү өсөн тәҙрәләрҙе асырға, “04” телефоны буйынса авария газ хеҙмәтен саҡырырға кәрәк.
Газ колонкаһы ҡуйылған бүлмәгә һауа тыштан (тәҙрә, иҙән менән ишек араһын­дағы ек аша) һәм түшәм янындағы елләтеү юлы аша ирекле инергә тейеш.
Колонканы ҡабыҙыр алдынан төтөн юлындағы тартыу көсөн тикшереү фарыз, бының өсөн янған шырпыны колонкалағы махсус еккә яҡын килтерергә кәрәк. Был осраҡта шырпының ялҡыны ектән эскә тартылырға тейеш.
Төтөн йәки елләтеү юлында тартыу көсө булмаһа йәки тейешенсә булмаһа, газ ко­лонкаһын файҙаланыу ҡәтғи тыйыла!
Горелкаһы янып торған колонканы ҡа­рау­һыҙ, шулай уҡ горелкаһын ҡабыҙмаған килеш газ кранын асыҡ ҡалдырырға ярамай.
Газ колонкаһының хәүефһеҙлек автома­тикаһы боҙолған икән, уны файҙаланыу тыйыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512