Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм ХӘМИТОВ: “Халыҡ йылылыҡ һәм электр энергияһы өсөн әҙ түләһен”
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Халыҡ йылылыҡ һәм электр энергияһы өсөн әҙ түләһен” Өфөлә “Йәшел энергетика” тигән XIV Рәсәй форумы башланды. Быны энергетика өлкәһендәге иң мөһим ваҡиғаға тиңләйҙәр. Унда илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән бихисап ҡунаҡтар саҡырылған. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
“ВДНХ-Экспо” комп­лек­сының фо­йе­һында бай йөк­мәткеле күр­гәҙмә ойош­то- ролған. “Contalia” (Мәскәү ҡалаһы), “Прибор” (Санкт-Петербург), “Холдинг Беломо” (Минск), “Каскад” (Чебоксар), “Энергетик” (Вот­кинск ҡалаһы, Удмурт Республикаһы), “АРСО” (Өфө), “Электроаппарат” (Дәү­ләкән), шулай уҡ Баш­ҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө яғыулыҡ-энергетика кол­леджының стенды янында халыҡ бигерәк тә күп ине.
Күргәҙмә менән таныш­ҡандан һуң, барыһы ла пленар ултырышҡа йыйылды. Һөйләшеүҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов алып барҙы.
Рөстәм Зәки улы һүҙ алып, сираттағы форумдың республикабыҙҙа үтеүе­нең осраҡлы түгеллеген билдәләне. Сөнки беҙҙә тулайым төбәк продукты йылдам үҫешә, Башҡортостан Рәсәй кимәлендә был йәһәттән алдынғы субъект һанала.
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Халыҡ йылылыҡ һәм электр энергияһы өсөн әҙ түләһен”– Энергетика форумы тармаҡты үҫтереү буйынса эшлекле һәм нәтижәле ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн мөһим майҙансыҡ ролен үтәй, – тине республика башлығы. – Энергияны һаҡ­сыл, файҙалы тотоноу йәшәйешебеҙҙә көнүҙәк урын­ды биләй. Ябай халыҡ йылылыҡ һәм электр энер­гия­һын ҡулланғаны өсөн мөмкин тиклем әҙ түләһен. Беҙ шуны теләйбеҙ.
Рөстәм Хәмитов, донъя­лағы ҡайһы бер көтөлмәгән үҙгәрештәргә туҡталып, үҙе­нең фекерен белдерҙе, шулай уҡ ил иҡ­ти­садындағы яңылыҡтар ме­нән таныш­тырҙы, Рәсәйгә ҡа­рата индерелгән иҡтисади санкциялар хаҡында ла әйтте.
Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, бизнесҡа һәр саҡ власть менән йәнәш тороу зарур, үҙ-ара эшмәкәрлек ышанысҡа ҡоролорға тейеш, улар бер-береһенә ярҙам иткәндә генә алға китеш күҙәтеләсәк. Ул республика­быҙҙа ышаныс­лы эре энергетика система­һының бу­лы­уын һыҙыҡ өҫ­төнә алды. Шул уҡ ваҡытта өр-яңы һулыштың кәрәклеген дә иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы.
– Әле беҙҙә пар һәм газ ҡоролмаһы үҙәге яңыртыла, әммә был ғына аҙ, энергия сығанағы объекттарын төҙөү тураһында күберәк уйла­ныр­ға тейешбеҙ, – тине ул.
Президент ҡояш, ел тарафынан алынған электр энергияһы хаҡында ла һөй­ләп, альтернатив энергети­ка­ға ла туҡталды.
Сара 24 октябрҙә тамамлана.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 605

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504