Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хужаһы ниндәй – донъяһы ла шундай
Хужаһы ниндәй – донъяһы ла шундай
Был төбәктә юлдарҙың тигеҙлегенә, ҡыш көнөндә лә һәр саҡ таҙа тотолоуына, ғөмүмән, бар ерҙә тәртип булыуына төрлөсә баһа бирәләр. Берәүҙәр быны райондың бәләкәй булыуына бәйләй, икенселәр, ҡеүәтле машиналар һирәк йөрөй, ти. Нисек кенә булмаһын, бөтә ҡаҙаныштар һәм уңыштар иң тәүҙә етәксенең хәстәрлеклелегенә барып тоташа. Кем әйтмешләй, хужаһы ниндәй – донъяһы ла шундай.


– Насар эшләй белмәйбеҙ, ялҡаулыҡтан алда тыуғанбыҙ, – ти уйынлы-ысынлы Йәрмәкәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Марат Абдуллин. – Ә ысынында ошо тиклем ҙур хужалыҡты һиңә ышанып тапшырғандар икән, һәлкәүлеккә юл ҡуйып булмай. Ышанысты аҡларға тейешһең, юғиһә халыҡтың күҙенә нисек ҡарамаҡ кәрәк?
Киләһе йыл 80 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк ойошма үҫеш юлында. Тәүге исеме – 2679-сы Йәрмәкәй етештереү-юл участкаһы. Әле идаралыҡ дөйөм ҡулланылыштағы 400 километрға яҡын автомобиль юлы өсөн яуаплы. Шулай уҡ 15-ләгән күпер, 250 тирәһе тимер-бетон һәм һыу үткәргес торба, хатта ҡайһы бер урындарҙағы ҡоймалар ҙа уларҙың ҡарамағында.
Йәрмәкәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығының матди базаһы яҡшырғандан-яҡшыра. Мәҫәлән, асфальт-бетон заводы гөрләп эшләй, ҡом алыу өсөн карьер асылған, бынан тыш, бер нисә тиҫтә “ҡорос ат”ты һыйҙырырлыҡ ҙур ангар – гараж төҙөлгән, заманса оҫтаханалары бар.
Тик юл төҙөү менән шөғөлләнәләр, тиеү генә йәрмәкәйҙәрҙең эшмәкәрлеген сикләү буласаҡ. Төрлө бина йәки ҡоролма һалыу, инженер селтәрҙәре һәм коммуникациялар үткәреү кеүек мөһим эштәр – шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр иңендә.
Марат Заһит улы билдәләүенсә, элекке тормош менән бөгөнгөһө – ер менән күк араһы. Әгәр бынан егерме, хатта ун йыл элек бәләкәй генә юл биләмәһен рәткә килтереү өсөн айға яҡын ваҡыт талап ителһә, хәҙер уны бер нисә көндә ғәмәлгә ашырыу зарур. Әлбиттә, ҡеүәтле техника ярҙамында. Өҫтәүенә эш күләме лә артҡандан-арта.
Хужаһы ниндәй – донъяһы ла шундайЙәрмәкәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы быйыл туғыҙ айҙа 15 саҡрымға яҡын юлға асфальт түшәгән һәм ремонтлаған, 9000 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештергән. Исламбаҡты һәм Оло Зиңгәрәй ауылдарына ингән юлды һалып, файҙаланыуға тапшырған. Уларҙың икеһе лә йылға (Ыҡ һәм Рә) буйында урынлашҡанға күрә, юл төҙөүҙә ҡатмарлыҡтар осраған, әммә тырыштар эште ваҡытында тамамлаған. Әйткәндәй, бында 66 хеҙмәткәр көс һала, күптәр төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, төрлө дәртләндереү саралары, өҫтәмә түләүҙәр киләсәккә өмөт менән ҡарарға ярҙам итә. Идаралыҡ етәкселеге хеҙмәткәрҙәрен шифаханаға, бүтән төрлө ял йорттарына ебәреүҙе хәстәрләй, ташламалы хаҡҡа туҡландырыуҙы ла көйләгән.
Марат Абдуллин бригадир Рим Шаяпов, водителдәр Нурфаяз Ялалиев, Мөхәррәм Мәжитов, Рәмзил Шәкүров, тейәүселәр Марат Кашафетдинов, Илшат Рәхимов, шулай уҡ Иҡсан Ғәзизов, Илшат Ғәлиев һымаҡ уңғандарҙы һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840