Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәт әйтеп үтәләр
Рәхмәт әйтеп үтәләр
Республикабыҙҙа юл төҙө­лө­шө комплексын үҫтереү­гә Әбйәлил юл ре­монт­лау-төҙөү идара­лығы лайыҡлы өлөш ин­дерә. Идаралыҡ үҙ ҡара­мағындағы дөйөм ҡулланылыштағы 625 километр юлды йыл әйләнә­һенә тәрбиәләп тота, төҙөкләндерә һәм яңы­ларын һала. Йылдан-йыл башҡарылған эш күләме арта бара: 2011 йылда 120 миллион һумлыҡ эш баш­ҡарылһа, быйыл 280 миллион һумға етте. Һигеҙ айҙа 225 миллион һум үҙ­ләш­терелгән дә инде.


Быйыл ғорурланып телгә алыр­лыҡ эштәр бихисап. Әлмөхәмәт — Сибай юлында Төйәләҫ ауылы участкаһында туғыҙ километр юлға асфальт йәйелде. Бында Салауат Хәлитовтың бригадаһы уңғанлыҡ күрһәтте. Ул 25 йылдан ашыу идаралыҡта эшләй һәм был төҙөлөштөң нескәлектәрен белә. Сентябрҙә Ишҡол – Хәлил йү­нәле­шендә дүрт километр юл сафҡа инде.
Былтырғы һыу баҫыу эҙемтә­ләрен бөтөрөү, күперҙәрҙе нығы­тыу өсөн өр-яңы бригада тө­ҙөл­гәй­не. Мәхмүт, Йәнгел, Елем­бәт ауылдарындағы ҡорол­малар тиҙ арала файҙаланыуға тапшырылды.
Идаралыҡ етәксеһе Ринат Лотфулла улы Аҡсурин хеҙмәт юлын тап ошонда башлай, оҙаҡ йылдар баш инженер вазифа­һында хеҙмәт итә. Бер нисә йыл Әбйәлил район хаки­миә­те баш­лығы урын­баҫары вазифа­һын биләй, төбәк­тең төҙөлөш, сәнә­ғәт мәсьә­ләләрен хәл итеүҙә ҡат­наша. Шулай ҙа юл төҙөлөшө – уның өсөн иң яҡыны, тормош мәктәбе. Шуға ла ул быйыл ошон­да етәксе булырға ризалыҡ белдерҙе. Әйткәндәй, идаралыҡ­ҡа оҙаҡ йылдар Баш­ҡортостан­дың атҡаҙанған төҙөү­сеһе Мирхәт Рәжәпов етәк­селек иткәйне. Хә­ҙер ул “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиә­тенең генераль директор урын­ба­ҫары ва­зифа­һын башҡара.
Рәхмәт әйтеп үтәләрҺәр коллектив алдынғы эшсе­лә­ре менән көслө. Юл мастер­ҙары Ә. Низамов, И. Әхтәмов, Б. Шөгөров, Л. Собханғолов кеүек тәжрибәле һөнәр эйәләре менән бергә бригадирҙар Н. Ихсанов, Й. Әхтәмов, И. Вәлиев фиҙакәр хеҙ­мәт өлгөһө күрһәтә. Асфальт етеш­тереүҙә мастер Р. Хәмзин, бри­гадир Т. Баймөхәмәтов етәк­селегендә оператор М. Кирәев, онтаусы М. Шаһивәлиев, И. Мос­тафин һәм башҡалар ҙур тырыш­лыҡ күрһәтә.
Рәхмәт әйтеп үтәләрӘбйәлил юл төҙөүселәре бер­ҙәм һәм дәртле. Район, республика күләмендәге мәҙәни, спорт бәй­геләрендә улар һәр саҡ ал­дын­ғы. Быйыл, мәҫәлән, Мәҙәниәт йылына арналған “Таланттар тө­бәге – Әбйәлил” халыҡ ижады фестивалендә үҙешмәкәр коллек­тив­тарының Гран-при яулауы юҡҡа түгел. Тармаҡ хеҙмәтсән­дәренең республика спартакиада­һында ла коллектив спортсылары алдынғылыҡты бирмәне.
Рәхмәт әйтеп үтәләрХеҙмәткәрҙәр социаль яҡтан да оло хәстәрлек менән солғап алын­ған. Улар йылы аш менән тәьмин ителә. Балалар ялы ойошторола. Өлкәндәргә “Асы” шифа­ха­наһына юллама тәҡдим ителә. Йәш ғаиләләргә йорт һалғанда транспорт, төҙөлөш материалда­ры менән ярҙам итеү ҡаралған. Ветерандар ҙа онотолмай.
Ҡыҫҡа­һы, Әбйәлил юл ремонтлау-төҙөү идаралығындағы юғары күрһәт­кес­тәр фиҙакәр хеҙмәт менән яулана. Иң мөһиме – уларҙың эш һөҙөмтәһенә ҡарап: “Әбйәлил юлдары бит ул!” – тип рәхмәт той­ғоһо менән үтә юлаусылар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506