Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхим итегеҙ: “төньяҡ ҡапҡа” төҙөк тә, йәмле лә
Рәхим итегеҙ:  “төньяҡ ҡапҡа”  төҙөк тә, йәмле лә
Көҙгөләй юлдан Яңауыл тарафына еләбеҙ. Төбәктең үҫеше, халыҡтың йәшәйеше — ус төбөндәгеләй. Баҫыу­ҙар эшкәртелгән, ҡый үләне баҫҡан, ташландыҡ ялан юҡ, юл ситтәре таҙа, тигеҙ, ҡуйы ағас һыҙаттары ҡараулы. Респуб­ликабыҙҙың “төньяҡ ҡапҡаһы” — исемен дә, есемен дә аҡлай.

Ғәҙәттә, әҙәм балаһы ҡайҙа йөрөһә лә, тәү сиратта юлға иғтибар итергә күнеккән. Был аңлашыла ла – тигеҙ юлдарҙан кем йөрөргә яратмаһын. Шуға ҡалаға барып кереү менән беҙ ҙә иң тәүҙә машинабыҙҙы Яңауыл юл ремонтлау-төҙөү идаралы­ғы яғы­на борҙоҡ. “Башкиравтодор” дәүләт уни­тар предприя­тиеһының иң алдынғы идара­лыҡтарының береһе хаҡында күптән хә­бәр­ҙар булһаҡ та, маҡсатыбыҙ яңа­уылдар менән күҙмә-күҙ осрашып аралашыу, эштәр, килсәккә пландар, борсоған мәсьәләләр хаҡында фекер алышыу ине. Нисек кенә тимә, төбәктең йөҙөн тәү сиратта юлдар билдәләй.
Юл ремонтлау-төҙөү идаралығы бөгөн 600 саҡрымдан ашыу араны хеҙмәтләндерә. Бөтә ауылдарға ла елдереп кенә барып етергә була. Әле һуңғы айҙарҙа ғына, мәҫәлән, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Өфө – Бөрө – Яңауыл юлына асфальт түшәгән, Яңауылдан Иҫке Күрҙемгә илткән арауыҡты төҙөкләндергән.
– Быйылға тәғәйенләнгән эш күләме 120 миллион һум самаһы тәшкил итә. Ҡулдан килерлек план. Техникаға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Коллектив та татыу, берҙәм. Шуға эшләүе лә еңел. Әлбиттә, яуаплылыҡ та көслө булырға тейеш. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе халыҡҡа күренеп тора бит, — ти идаралыҡ начальнигы Радик Миңлеғәлиев.
Әйткәндәй, Радик Нәрислам улы – һөнәре буйынса төҙөүсе. Идара­лыҡҡа етәкселек итеүенә – 15 йыл. Ғүмер буйы төҙөкләндереү, төҙөү тармағында эшләгәнгә үҙ хеҙмәтенең үҙенсәлеген дә, әһәмиәтен дә яҡшы аңлай.
– Бер ваҡытта ла һан артынан ҡыуырға тырышмайым. Төп талап – си­фат. Саҡрым-саҡрым юлдар һалып та, бер-ике йыл үтеүгә унан атлап сыҡҡыһыҙ икән, хеҙмәтеңдең, тырышлығыңдың баһаһы ла ҡалмай, кәрәге лә юҡ, – ти ул.
– Төҙөк техника, берҙәм коллектив — былар барыһы ла дөрөҫ ойош­тороуға ҡайтып ҡала. Ә бына “географик зона” төшөнсәһе эшегеҙҙә артыҡ күп мәшәҡәттәр тыуҙырмаймы? — тип һорайбыҙ етәксенән.
– Был йәһәттән ҡайһы саҡта көньяҡ-көнсығыш райондарындағы хеҙ­мәттәштәремә көнләшеп тә ҡуям. Беҙҙә бит бер карьер ҙа, ҡаҙылма ят­ҡылыҡ та юҡ. Шуға күрә битумды – Салауат ҡалаһынан, ваҡланған ташты Салауат районынан ҡайтарабыҙ. Йыш ҡына хатта күрше Силәбе, Свердловск өлкәләренә лә сығып китергә тура килә. Ә бит быларҙың барыһы ла яғыулыҡҡа, техникаға, аҡсаға бәйле, – ти Радик Нәрислам улы.
Әңгәмә барышында идаралыҡ етәксеһе хеҙмәткәрҙәрен бер нисә тапҡыр маҡтап телгә алды. “Тәжрибәле оҫталар эшләй миндә”, – тине ул, ғорурланып. Ғорурланырлыҡ та шул. Мәҫәлән, Ф. Ғилмуллин, Д. Ғимаев, И. Камалетдинов, Р. Талипов, М. Хәтмуллиндарҙың эш стажы егерме йылдан ашыу. Уларҙың хеҙмәте республиканың юғары исемдәре, наградалары менән билдәләнгән. Әйткәндәй, идаралыҡта эшселәрҙең ялына, һаулы­ғына иғтибар ҙур. “Асы” шифаханаһында юлсылар ҙа, уларҙың ғаилә ағзалары ла йыл әйләнәһенә сәләмәтлеген нығыта ала.
Яңауыл юл ремонтлау-төҙөү идаралығының уңыш сере асыла төш­кәндәй булды – булдыҡлы етәксе, берҙәм коллектив. Иң мөһиме – ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләйҙәр. Шуға күрһәткестәре лә юғары.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518