Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Буштың атаһы үлгәнме?
Буштың атаһы үлгәнме?Ашығып, йүгерә-атлай эштән ҡайтып барам. Октябрь проспектындағы ер аҫты юлынан сығыуыма ҡулыма гәзит тотторҙолар: аптырарға түгел, кеше күп йөрөгән урынды реклама таратыу өсөн оҫта файҙаланалар. Ярайһы ғына тос төҫлө баҫманың башына күҙ һалыу менән аптырап киттем: “МММ-2011” тип яҙылған! Бәй, был бит заманындағы данлыҡлы финанс пирамидаһының билдәһенә оҡшаш, берәй шаяртыумы әллә тип торам. Юҡ икән! Баҡһаң, ысынлап та, миллиондарса якташыбыҙҙы “тишек кәмәгә” ултыртҡан Сергей Мавроди тағы ла эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәргән. Ә ундағы вәғәҙәләр! Бер һумды йөҙ һум итеп ҡайтарам, тип ышандырыу өсөн телмәр оҫталығын да, йәнгә үтеп инерлек миҫалдарҙы ла файҙаланғандар! Тимәк, бәғзеләр халыҡты һаман да томана тип иҫәпләй, уны күрәләтә төп башына ултыртырға ниәтләй...

Һынылыш тулҡынында

Үткән быуаттың 90-сы йылдарын яҡшы хәтерләгән кешеләр, һис шикһеҙ, “МММ” акционерҙар йәмғиәте хаҡында хәбәрҙар. Ул осорҙа – илде торғонлоҡ бығауынан ысҡындырған яңырыу тулҡынында – телевидение ниндәй генә тапшырыуҙар күрһәтмәне! Кашпировский дауалау сеанстары үткәрҙе, сәйәсмәндәр дебаттарға саҡырҙы, Латин Америкаһы сериалдарын иһә тотош ил менән ҡарай инек... Яңы күренеш – реклама ла кешеләрҙең иғтибарын тиҙ яуланы. “МММ”-дың халыҡсан сюжетҡа ҡоролған саҡырыуҙары иһә (ҡатынына итек алырға хыялланған Леня Голубков ҡына ни тора!) миллиондарса кешене йәлеп итте тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ – нисек инде төп каналдан күрһәтелгән рекламаға ышанмайһың?
Был, тәү ҡарамаҡҡа, ябай ғына күренеште аҙаҡтан “быуат афераһы” тип атаясаҡтар, миллиондарса яҡташыбыҙ тәүҙә хәләл аҡсаһын “МММ” йәмғиәтенең акцияларын һатып алыуға тотонасаҡ, аҙаҡ иһә уларҙы даулап бер буласаҡ...
“МММ” акционерҙар йәмғиәтен ойоштороусы Сергей Мавроди – “легендар” шәхес, иҫ киткес етеҙ аҡыллы аферист. Уны “гениаль финанс белгесе” тип атаусылар ҙа яңылышмаҫ.

Ҡайҙан пәйҙә булдың, мөғжизә?

Был мут әҙәм Мәскәүҙә ябай ғаиләлә тыуып үҫкән, шунда электрон машиналар эшләү институтын тамамлаған. Студент сағында самбо менән шөғөлләнгән – спорт мастерлығына кандидат. Был өлкәлә ярайһы ғына уңыштарға өлгәшһә лә, курсташтары әйтмешләй, “фантастик кимәлдәге математик һәләт” күрһәткән Сергей артабан алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнә, төрлө өлкәлә бизнес ойошторорға маташа. Әйткәндәй, нәҡ ошо осорҙа ул хоҡуҡ һаҡлау органдарының иғтибарын тәүге тапҡыр йәлеп итә.
“МММ” кооперативын Сергей Мавроди 1989 йылда ойоштора, уның нигеҙендә бер нисә тиҫтә коммерция структураһы, шул иҫәптән “МММ” акционерҙар йәмғиәтен булдыра. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәй тарихындағы иң ҙур финанс пирамидаһы тип табылған эшмәкәрлектә 10 – 15 миллион кеше ҡатнашҡан.
1994 йылдың 1 февраленән “МММ” акциялары иркен һатыуға сығарыла. Ярты йыл эсендә ойошма бығаса күрелмәгән һөҙөмтәләргә өлгәшә: 15 миллион кеше үҙенең хәләл аҡсаһын һала, акционерҙар йәмғиәтендә ил бюджетының өстән бер өлөшө туплана, акцияларҙың хаҡы 127 тапҡыр арта... Тағы бер үҙенсәлек: Сергей Мавроди “МММ” менән һәр ваҡыт телефон аша ғына етәкселек итә. Барыһы ла шыма барған кеүек, әммә ул власть структуралары менән генә уртаҡ тел таба алмай.
Шул уҡ йылдың авгусында Мавродиҙы, һалым түләмәүҙә ғәйепләп, ҡулға алалар. Төрмәлә ултырған килеш ойоштороусы “МММ” йәмғиәтенең эшен туҡтата һәм... Рәсәй Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат булып теркәлеү өсөн имзалар йыйыуҙы ойоштороп ебәрә. Был ғәмәлгә еңел генә өлгәшә ул: беҙҙең илдә власть менән бәхәскә ингәндәрҙе герой кимәленә күтәрә торған ғәҙәт бар, бында иһә хатта халыҡҡа “изгелек” – ҙур аҡса, байлыҡ вәғәҙә иткән кеше тураһында һүҙ бара! 90-сы йылдарҙың ил халҡы өсөн иҡтисади һәм сәйәси йәһәттән ниндәй оло һынау осоро булғанын онотмаһағыҙ, алтын тауҙар вәғәҙә иткән Мавродиҙы күрәләтә ниңә яҡлағандарын аңлағандай булаһың – илдә тәртип булмағас, кемгәлер ышанырға кәрәк тә инде!
Бер нисә айҙан Мавроди тимер рәшәткә артынан сыға һәм 1994 йылдың 30 октябрендә депутат итеп һайлана. Әммә депутатлыҡ осоронда ул бер генә ултырышҡа ла килмәй, эш хаҡынан, льготаларҙан баш тарта. 1995 йылда уның вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтаталар һәм финанс енәйәттәрен тикшереү эштәре яңынан башлана. 1997 йылдың 22 сентябрендә иһә “МММ” акционерҙар йәмғиәте банкрот тип иғлан ителә, миллиондарса рәсәйҙәр “тишек кәмә” эргәһендә һемәйеп ҡала. Әммә шунда ла күптәр Мавродиҙың ғәйепһеҙ икәнлегенә, тап власть органдарының эҙәрлекләүе һөҙөмтәһендә уның эшмәкәрлегенең зыян күреүенә инана...

Ай күрҙе, ҡояш алды...

Сергей Мавроди һыуға төшкәндәй ғәйеп була. Уға тәүҙә – федераль, аҙаҡ халыҡ-ара эҙләү иғлан ителә. Быға бәйле ниндәй генә уйҙырмалар тыумай! Йәнәһе, халыҡтан урлаған аҡсаға Ер шарының иң күркәм төбәгендә йәшәп ята, Мәскәү эргәһендәге байҙар көн иткән ҡасабала ла күргәндәр, имеш...
Ысынбарлыҡта иһә барлыҡ гениаль ҡарарҙар үтә ябай булған кеүек, Мавроди ҡәҙимге юлды һайлаған: баҡһаң, Мәскәүҙә ҡуртымға фатир алып, шунда биш йылдан ашыу йәшенеп ятҡан. Юҡ, ваҡытты бушҡа сарыфламаған: ошондай шарттарҙа ла халыҡтың башын әйләндереүгә өлгәшкән: Интернет селтәрендә Stock Generation (SG) фонд биржаһы булдырып, бер йыл эсендә әллә нисә миллион кешенең аҡсаһын виртуаль кассаға йәлеп иткән. Әле улар ҙа (күпселеген АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре граждандары тәшкил итә) “бөйөк финанс генийы”ның эшмәкәрлегенән зыян күреүселәр иҫәбендә, аҡсаларын ҡайтарып ала алмайҙар.
Мавроди әйтеүенсә, 1983 йылда уны мутлыҡта ғәйепләп тәүге тапҡыр ҡулға алғандан һуң, барлыҡ ғүмере йә йәшеренеп, йә төрмәлә үткән. Уның ҡарауы, ҡыҫҡа ғына осорҙарҙа ла ул оҙаҡ йылдар онотолмаҫлыҡ “батырлыҡтар” ҡылып өлгөргән...

Һәр ғәмәлдең аҙағы буламы?

2003 йылдың 31 ғинуарында Сергей Мавродиҙы ҡулға алалар. Уны бер нисә статья буйынса ялған документтар төҙөүҙә, һалым түләмәүҙә, мутлыҡта ғәйепләйҙәр. Әммә суд эше йылдан-йыл ҡатмарлаша, ҡайһы бер ғәйепләүҙәрҙең срогы үтә, алдау һәм кешеләрҙең ышанысын яулау юлы менән айырыуса ҙур күләмдәге мутлыҡ эше буйынса документтар менән Мавроди ике йылдан ашыу таныша (650 том!). Суд артынан суд була... Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – 2007 йылда Мавроди иреккә сыға. Бер йылдан һуң, үҙе яҙған китаптың исем туйын ойошторғанда, суд приставтары Мавродиға алданған кешеләрҙең бурысын ҡайтарыу буйынса башҡарыу ҡағыҙҙарын килтерә, китаптың тиражын бурысты ҡаплатыу иҫәбенә ҡулға алалар. Әйткәндәй, граждандарҙың дәғүәләренең дөйөм суммаһы 300 миллион һум тәшкил итә, әммә был һан үҙгәрә тора, сөнки Мавродиҙы судҡа биреүселәр, хәләл аҡсаһын ҡайтарырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Әммә “бөйөк комбинатор” миллиондарҙы ҡайтарырға уйламай ҙа! Билдәле баҫмаға биргән интервьюһында ул былай ти: “Мин билет менән акцияларҙы үҙ белдегемдән сығарғанмынмы ни? Юҡ, фирма президенты булараҡ ҡына. Бының өсөн тейешле язаһын алдым, төрмәлә ултырҙым. Ә ниңә граждандарҙан һаман дәғүә ҡабул итәләр? Мине миллион тапҡыр язаларға кәрәкме ни? Хатта иң ҡурҡыныс енәйәтсене, кеше үлтереүсене лә бер тапҡыр язалайҙар, ә мин ниңә ҡат-ҡат хөкөм ителергә тейеш?”
Сергей Мавродиҙың намыҫһыҙ әҙәм икәнлеген иҫбатлау өсөн тағы ни кәрәк?

Бер йылғаға – икенсе тапҡыр

Был әҙәмдең кешеләрҙе ылыҡтырырлыҡ тылсым көсө бармы икән әллә? Нисек миллиондарса кешене буш вәғәҙәләр менән инандырырға, күрәләтә тороп финанс пирамидаһына йәлеп итергә мөмкин? Ни тиһәң дә, “МММ” ҡорбандары араһында, ябай граждандар менән бер рәттән, финанс мәсьәләләрен аңлаған белемле кешеләр ҙә бихисап бит. Был һорауға күптәр яуап эҙләй. Ҡарап тороуға һөймәлекһеҙ генә ирҙең – “быуат муты”ның иң гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһенә – төрлө матурлыҡ бәйгеләрендә еңеү яулаған Елена Павлюченкоға өйләнеүе лә ғәжәп хәл. Хәйер, матди ҡиммәттәр хакимлыҡ иткән заманда, бәлки, һылыуҡай Мавродиҙың мөхәббәтенән бигерәк, байлығына ҡыҙыҡҡандыр...
Нисек кенә булмаһын, алтынсы тиҫтәһен ваҡлаған Сергей Мавроди әлеге көндә үҙен бер ҙә ғәйепле һанамай, миллиондарса кешенең, әйтерһең дә, миллиардлаған һум аҡсаһы үҙләштерелмәгән дә, елгә лә осмаған. Ул әүҙем ижад менән шөғөлләнә, роман, пьеса, повесть, новеллалар яҙа. Бер романы буйынса кино төшөрөлгән. Әммә был ғына нимә ул “һәләтле”, дәрт-дарманлы кеше өсөн! Былтыр ғинуарҙа Сергей Мавроди “МММ-2011” йәмғиәтен ойоштороп ебәрә. Иң тәүҙә Интернет селтәрендә сайт булдыра, фекерҙәрен еткерә, сираттағы пирамида (быны башҡаса атау мөмкин түгел!) үҙенсәлектәрен төшөндөрә. Кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле юлдарын һайлаған – нисек кенә булмаһын, Сергей Мавроди, “бөйөк финансист” ҡына түгел, ә оҫта психолог та.
Мәҫәлән, ул сайтында: “Был – финанс пирамидаһы һәм һеҙ аҡсағыҙҙы теләһә ҡайһы мәлдә юғалтыуығыҙ ихтимал”, “Шул уҡ ваҡытта бында һеҙ әкиәттәгесә тиҙ байый алаһығыҙ”, “Был системаның нисек эшләгәнен белмәйем һәм белгәнем дә булманы. Әммә эшләне бит!” – тип яҙа. Ҡыҙыҡ, эйеме? Ҡаршылыҡлы фекерҙәр менән танышҡандан һуң, әлбиттә, артабан да уҡығы килә.
Унан һуң, Сергей Мавроди кешеләрҙең ҡыл да ҡыбырлатмай табыш алыу теләгенән, ҡомһоҙлоғонан оҫта файҙалана, һәр фекер аҫтына бәләкәй генә итеп илдәге ҡоролошҡа, етешһеҙлектәргә төртөп күрһәтә. Сайтта билдәле кешеләрҙең фәһемле фекерҙәре, шиғырҙары, афоризмдары күп, улар фонында Сергей Пантелеевич үҙен барыһына ла ярҙам итергә тырышып ятҡан йәмғиәт системаһы ҡорбаны итеп күрһәтергә маташа.
“Пирамида аҡса эшләй! Һауанан эшләй!” – тип һөрән һала Сергей Мавроди. Ысынбарлыҡта иһә, был ғәмәл – буш ҡыуыҡ: аҡса ағымы туҡтаһа (финанс пирамидаһы ҡануны буйынса был ҡасан да булһа барыбер шулай килеп сығасаҡ), барыһы ла ыштанһыҙ ҡаласаҡ. Шуныһы мәғлүм, Мавродиҙың яңы башланғысы юридик йәһәттән бер нисек тә теркәлмәгән, тимәк, граждандарҙың вкладтары буйынса гарантиялар юҡ: пирамида тарҡалған осраҡта ҡатнашыусылар бер тинен дә ҡайтарып ала алмаясаҡ.

Беҙ томана түгел!

Виртуаль эшмәкәрлек бер, әммә Мавроди халыҡты ылыҡтырыуҙың башҡа юлдарынан да баш тартмай: миҫал өсөн, күп кенә Рәсәй ҡалалары урамдарына реклама плакаттарының ҡуйылыуы, матбуғат баҫмаларының таратылыуы, хатта ойошманың офистары асылыуы билдәле. Тимәк, “Сергей Мавроди” тигән күренешкә йәмғиәт һаман ҡаршы тора алмай, уға ҡырын эшен ҡылырға рөхсәт итә тигән һүҙ. Өфөлә лә ундай плакаттар ҡуйылған булып сыҡты. Урамдарҙа гәзит, реклама листовкалары таратыуҙы ла ошолар араһына индерергә мөмкин. Ҡала властары законһыҙ рәүештә ҡуйылған саҡырыуҙарҙы тиҙ арала һүтеп алырға ҡушһа ла, халыҡ араһында ойотҡо таратылды тигән һүҙ.
Нисек кенә ябай яңғырамаһын, Мавроди эшмәкәрлегенең сәскә атыу-атмауы беҙҙән, ҡәҙимге кешеләрҙән, тора. Уның алдағанына ышанып, ҙур килем өмөт итеп, хәләл аҡсағыҙҙы “МММ” йәмғиәтенә тапшырғанһығыҙ икән, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ – буштың атаһы үлгән! Әммә эште быға еткермәҫкә ине, йәмәғәт: беҙ томана, наҙан түгел дә инде! Сергей Мавроди шулай тип иҫәпләп, яңы ҡапҡан ҡора икән, ни эшләп беҙ күрәләтә тороп унда эләгергә тейеш?!
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Минзифа Илтинбаева
    Минзифа Илтинбаева от 31.01.2012, 10:50
    Бик ҡыҙыҡлы, уҡымлы мәҡәлә!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840