Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул – беҙҙең күңелдә
Ул – беҙҙең күңелдә
Милләтебеҙҙең бөйөк шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуҙы лайыҡлы үткәреү маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара китапханаларында айлыҡ иғлан ителде. Районыбыҙҙың һәр төбәгендә арҙаҡлы әҙиптең тормош юлы һәм ижады буйынса төрлө саралар – шиғыр бәйгеләре, китап уҡыусылар конференциялары, викториналар, һүрәт конкурстары, әҙәби-музыкаль кисәләр ойошторола. Шулай уҡ районыбыҙҙа матур йолаға әүерелгән йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡъегет” бәйгеһе лә башланды.

Октябрь башында үҙәк китапханала өлкән йәштәгеләр араһында шиғыр уҡыусылар бәйге­һе ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Унда райо­ны­быҙ ауылдарының “Ағинәйҙәр”, “Атайсал” клу­бы ағзалары әүҙем булды. Бәйгелә ҡат­нашыусылар күңелендә ғүмере буйы йөрөткән шиғырҙарын яттан һөйләп, йырҙарын йырлап ҡына ҡалманы, иҫтәлектәре менән уртаҡ­лашты, яратҡан шағирҙары тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Мостай Кәримдең бөтәһе лә яратып йырлаған йырҙарын башҡарған Ишбирҙе ауылының “Хәтирә” фольклор ансамбленең үҙенсәлекле сығышы бәйгенең йәме булды. Бөйөк аҡыл эйәһенең исеме өлкән быуын вәкилдәренең һәр береһе өсөн изге һәм ҡә­ҙер­ле. Шуның өсөн дә сара барышында яңғыраған һәр шиғыр, йыр, сығыш оло әҙипкә ҡарата һөйөү һәм ихтирам хистәре менән башҡа­рылды, күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Бәйгенең еңеүсеһе тип Сыңғыҙ ауылынан Мәҙинә Туйсина табылды. Икенсе урынды Ишбирҙе ауылынан Фәриғә Аликбаева, Кәрешкә ауылынан Гөлнур Йәнтилина, Ни­ғә­мәт­тән Фәрзәнә Мөхәмәтшина яуланы. Өсөнсө урынға Рәйфә Рәхмәтуллина (Иҫке Сибай), Рәйсә Диярова (Ҡолсора), Зәкиә Сөләймәнова (1-се Этҡол), Рәмзиә Әхмәт­йәнова (Сосновка) лайыҡ булды. “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева үҙенең махсус призын Ҡолсора ауылы “Ағинәйҙәр” клубы рәйесе Рәйсә Дияроваға тапшырҙы.
Еңеүселәр һәм һәр ҡатнашыусы диплом­дарға, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Мос­тай Кәрим айлығы ошондай матур сара менән башланып китте. Балалар араһында ойош­торолған район шиғыр уҡыусылар бәйгеһе лә йылы тәьҫораттарға, зауыҡлы сығыштарға бай булды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840