Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырың гиҙә илдәр араһын
Йырың гиҙә илдәр араһын
Ҡулыма ҡаурый ҡәләм алып, аҡ ҡағыҙға үрелгәс, бер аҙ ҡаушап ҡалдым. Һүҙҙе ниҙән башлап китергә һуң? Ниндәй булһа ла берәй яңылыҡ әйтә алырмынмы? Быға тиклем билдәле булған фекерҙәрҙе ҡабатламаҫмынмы? Тынғыһыҙ хистәр биләне күңелемде. Хистәргә сорналып, аптырабыраҡ ҡалыуым бер ҙә юҡҡа ғына түгел бит.

Бөгөн мин һүҙ алып барасаҡ олуғ кешегә, олуғ шәхескә, олуғ әҙипкә күпме һәйбәт мәҡәлә, шиғыр, дастан арналды. Радионан һәм “зәңгәр экран”дарҙан уға бағышланған күпме тапшырыу булды. Шулай уҡ тормош юлын һәм бай ижадын ентекләп өйрәнеп диссертациялар яҡланды, ғалимдарыбыҙ китаптар яҙҙы. Киләсәктә лә яҙырҙар. Йылдар уҙған һайын ысын талант тағы ла баҙығыраҡ, тағы ла сағыуыраҡ балҡый ул. Был — хәҡиҡәт!
Мәҡәләмдең башында уҡ исем-шәрифен атап яҙмаһам да, кем тураһында һөйләргә теләүемде уҡыусылар тойғандыр, моғайын. Эйе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим хаҡында минең дә әйтер һүҙҙәрем бар. Ләкин оҙайлы йылдар буйына бөйөк ижадсыға оло ихтирам булып йөрәгемә тамырланған изге тойғоларымды нисек итеп аңлата алырмын икән?
Шундай ғәжәйеп, шундай әкиәти мәлдәр була. Көтмәгәндә армыт-армыт булып һуҙылған мәғрур тауҙар менән осрашаһың. Осрашаһың да ҡыйғыр бөркөттәре «саңҡ-саңҡ» иткән ҡырлас ҡаяларға хайран ҡалаһың. Ҡаялар шул тиклем бейек. Ҡараһаң, баштарың әйләнерлек. Маңлай күҙҙәрем менән генә түгел, ә күңел күҙҙәрем менән Мостай Кәрим ижадының мәғрур ҡаяларына баҡҡан һайын тап ана шундай тулҡынландырғыс, күңелдәрҙе арбарлыҡ илаһи тойғо кисерәм.
Заманалар үҙгәрһә лә, тауҙар һәр ваҡыт тау булып ҡала ул.
Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ йән булмаҫ, —
тип ғорурланып йырлай туған халҡым.
Халҡыбыҙҙың ошо мәшһүр йырын тың­ла­йым да үҙебеҙҙең милли әҙәбиәтебеҙҙең мө­һабәт тауҙары хаҡында уйлайым. Уйлайым да:
Мостай тауҙан бейек, ай, тау булмаҫ,
Ил Мостайын һөймәҫ йән булмаҫ! —
тип эске бер кинәнес менән һамаҡлайым.
Ватаныбыҙҙың иң мөхәббәтле, иң мәрхәмәтле, иң аҡыллы әҙиптәренең береһе ул Мостай Кәрим. Яҙмыш, ижад һәм алыҫтарға һуҙылған боролмалы сәфәр һуҡмаҡтары йыш ҡына осраштырҙы беҙҙе. Мәскәүҙә лә, Ҡазанда ла, Салауат батырҙың тыуып үҫкән яҡтарында ла, Сыуашстанда ла, Ҡарағалпаҡстанда ла, Яҡутстанда ла, Төньяҡ Боҙло океан ярында ла — Ватаныбыҙҙың төрлө тарафтарында Мос­тай ағай менән юлдаш, моңдаш булған көндәрҙе ғорурланып иҫкә алам.
Оҙон юлдарҙамы, түңәрәк табындарҙамы, тамашасылар залындамы — ҡайҙа ғына булһа ла ул үҙенең миһырбанлылығы менән күңелде ылыҡтырҙы. Уның мөләйем ҡарашынан уҡ их­ла­слыҡ бөркөлөп торҙо. Ул — ҡәләм­дәш­тәре­нең һәр уңышы өсөн ҡыуанып, кәмселектәре өсөн борсолоп, әҙәбиәттең киләсәге өсөн йән атып, айбарланып йәшәгән мәртәбәле зат. Әҙәбиәткә тулҡын-тулҡын булып килгән йәш көстәргә ҡарата Мостай Кәрим һәр ваҡыт иғтибарлы булды. Беҙҙең быуын шағирҙа­рының ижадына ла битараф ҡалманы ул.
Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә тәүге йыйынтыҡтарыбыҙ донъя күргәс, Мостай Кәрим 1956 йылда Балтик буйынан беҙҙең дүртебеҙгә (Рәми Ғариповҡа, Рафаэль Сафинға, Марат Кәримовҡа һәм миңә) арнап, «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар» тигән ҙур күләмле мәҡәләләр шәлкеме яҙҙы. Ул «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫылып сыҡты һәм шунда уҡ шиғриәт һөйөүселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Үҙемә төбәп яҙылған хат миңә айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Уны ҡат-ҡат уҡып, уйланып, йоҡлай алмай ятҡан саҡтарым да булды.
Ул ваҡыттағы кисерештәремдең асылына тәрәнерәк төшөнөү өсөн, моғайын, хөрмәтле Мостай ағайҙың ошо һүҙҙәрен килтереп үтеү урынлы булыр: «Туғанына ярамаҫ тура һүҙемде йәш шағир еңел ҡабул итмәгәндер. Әммә изге теләктән әйтелгән ауыр һүҙгә ул заманда хәтер ҡалып, үсләшеп йөрөү ғәҙәткә инмәгәйне әле. Игебаев үпкәләүҙең остоғон да һиҙҙермәне миңә. Үткәреп ебәрҙе. Тик 25 йылдан һуң, шул уҡ һалҡын диңгеҙ буйында әңгәмәләшеп йөрөгәнебеҙҙә, Абдулхаҡ әйтә һалды: «Ошо ярҙан бит инде һеҙ дүрт таяҡтың иң бешеһен миңә ҡарап быраҡтырҙығыҙ. — Үҙе рәхәтләнеп көлә. — Йән ҡабул итмәй башта иҫәңгерәберәк торғайным да, аҡыл айнытты. Ихтыярым нығыны. Сәмем артты».
Шағир сәмләнеп ижад итергә тейеш. Ошо күренеште мин Абдулхаҡ Игебаев миҫалында ла асыҡ төҫмөрләйем. «Йәшлек йыры»нан алып «Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар», «Һеҙҙең өсөн, балалар» исемле иң һуңғы китаптарына тиклем үтелгән ара — ана шул сәм менән һикәлтәләрҙе һикереп, үрҙәргә үрмәләп уҙған юл, баштараҡ әйткәнемсә, шағирҙың үҙен эҙләү, табыу, раҫлау һәм шул уҡ ваҡытта үҙен һаҡлау юлы булды». («Күкрәк көсө менән...» мәҡәләһенән. «Совет Башҡортостаны», 1990 йыл, 29 июнь).
Эйе, әҙәбиәт донъяһында минең дә үҙенсәлекле ижад юлым бар. Бына ошо юлыма һүнмәҫ маяҡтар ҡабыҙған арҙаҡлы әҙиптәремдең береһе Мостай Кәрим булды. Мин уға бик тә рәхмәтлемен! Уның менән бергә осрашып, йөрәгеңде асып, рәхәтләнеп һөй­ләшеп ултырыуҙары үҙе бер ғүмер бит! Ысынлап та, шундай мәртәбәле халыҡ шағиры менән бер үк ҡояшҡа ҡарап, бер үк йылғаның һыуын эсеп, бер үк йәнтөйәктең һауаһын һулап йәшәү һәм бер үк Башҡортостан Яҙыусылар союзында ағза булып тороу баһалап бөтөргөһөҙ ҡыуаныс таһа!
«Кеше ҡайғыһы төштән һуң» тигәндәре Мос­тай Кәрим өсөн бөтөнләй ят нәмә. Ул дуҫтарына, замандаштарына бер ҡасан да вайымһыҙ булманы. Ятһа ла, торһа ла, ил ғәме хаҡында уйланы. Кесеһе лә, олоһо ла үҙ күреп мөрәжәғәт итә уға, эс серҙәрен йәшермәйенсә һөйләй. Шағир уларҙың һәр ҡайһыһына ваҡыт табырға тырыша. Ә ваҡыт тигән нәмә сал сәсле өлкән ағайыбыҙға айырыуса ҡәҙерле бит. Мос­тай Кәрим — һәр минуттың, һәр сәғәттең, һәр тәүлектең ҡәҙерен белгән илаһи йән эйәһе, башҡорт, Рәсәй һәм донъя әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы ил уҙаманы.
Һүҙемде шағирға арналған шиғырым менән тамамлайым.
Шиғырҙарың нурҙан туҡылғанмы,
Әллә ҡойолғанмы көмөштән?
Әллә алдыңмы һин йырҙарыңды
Сылтыр-сылтыр аҡҡан инештән?
Әллә зәңгәр Димдең былбылдары
Шат йырҙарын бүләк иттеме?
Әллә халҡың моңо, шишмә булып,
Һинең йөрәк аша үттеме?
Аҙашҡанға тоғро юлдаш булып,
Яралының бәйләп яраһын,
Һинең шиғырҙарың, тынғы белмәй,
Гиҙеп йөрөй илдәр араһын...
Ғаләм телендә лә һөйләшә ул,
Әҙәм телендә лә һөйләшә.
Ауыр саҡта, йөгөм күтәрешеп,
Атлап бара бит ул йәнәшә.
Хәтәр минуттарҙа, йәнем өшөп,
Кәмегәндә өмөт нурҙарым,
Шиғыр утың менән иреттең һин
Күңелдәге ҡайғы боҙҙарын!
Һинең шиғырың мең-мең дуҫ өйөнә
Килеп керә ырыҫ-ҡот булып.
Мәкер дошмандарҙың йөрәгенә
Ҡаҙала ул үткер уҡ булып!
Аҙашҡанға тоғро юлдаш булып,
Яралының бәйләп яраһын,
Шиғырҙарың, Мостай, һәр саҡ шулай
Гиҙеп үтһен илдәр араһын!

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840