Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәфәр тәрән уйландырҙы
Сәфәр тәрән уйландырҙы
Үҙҙәренә хас әүҙемлек һәм ихласлыҡ менән ҡаршы алды беҙҙе әбйәлилдәр. Осрашыу иртәнге сәғәт 10-ға билдәләнгәйне, шуға ҡарамаҫтан, халыҡ йыйылып өлгөргән. Залда ултырған “Ағинәйҙәр” клубы ағзаларының күбеһен шунда уҡ таныныҡ, улар тураһындағы мәҡәлә һәм фотолары гәзитебеҙҙә күптән түгел генә донъя күргәйне бит. Милли кейемдәге “Урал ҡыҙҙары” ансамбле ағзаларын күреп: “Әбйәлилдәр булһын да, шартына ла килтермәһен!” – тип һоҡланып ҡуйҙыҡ хатта.


Осрашыу көнүҙәк мәсьәләгә арналғайны, йәғни милли баҫ­маларҙың таралыуы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ине маҡ­сат. Йыйылыусылар ошо турала хәбәрҙар булып, фекер­ҙә­рен төйнәп килгәс, сара ба­шы­нан аҙағынаса етдилеген һүрелт­мәне.
Әбйәлил районында “Баш­ҡорт­остан” гәзитен алдырмай­ҙар йәки аҙ тарала тип әйтеп булмай, бында элек-электән уҡыу­сыларыбыҙ күп. Республи­каның башҡа райондары менән сағыштырғанда бигерәк тә асыҡ күренә уларҙың баҫмабыҙға тоғ­ролоғо. Әммә, үкенескә ҡаршы, аҡрынлап был төбәктә лә дуҫ­тарыбыҙҙы юғалта барабыҙ.
Сәфәр тәрән уйландырҙыАсҡарҙа уҡыусыларыбыҙ ме­нән ойошторолған осрашыуҙан, нигеҙҙә, ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Бө­гөн­гөнөң ҡәҙерен белгән, киләсәген күҙаллаған милләттәштәр рес­пуб­ликаның башҡорт телендәге төп баҫмаһы хаҡында уйлана икән. Сығыш яһаған һәр кем гә­зиттең йөкмәткеһенә үҙ ҡара­шын белдерҙе, почта хеҙмәтенә ҡарата фекерен еткерҙе. Тө­бәктәрендә “Башҡортостан”ды алдырып уҡыусыларҙың кәме­үенә килтергән сәбәптәрҙе лә ишеттерҙеләр. Мәҫәлән, һәр ҡай­ҙағы кеүек, гәзит-журналды һуңлап алыу ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ғаиләлә туған телдә аралашмау ҙа үҙен ныҡ һиҙҙерә. Баҫманың хаҡы артыуы аралар өҙөлөүенә бигерәк тә тос “өлө­шөн” индерә. Редакцияға ҡарата әйтелгән дәғүәләрҙе лә ишетер­гә тура килде. Матбуғат дуҫтары көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән мәҡәләләрҙең күберәк булыуын теләй. Әйтелгәндәрҙең барыһын да ҡуйын дәфтәренә теркәп, күңелгә һалып барҙыҡ.
Элек-электән “Башҡорт­остан”­­ды алдырғандар барыбер баҫ­манан айырылмай, хаҡы ар­ты­уын сәбәп итмәй. Бер юлы ярты йылға түләргә мөмкин­лектәре булмағанда, өсәр айға булһа ла яҙылып уҡыйҙар. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зөһрә Усманова әй­теүенсә, хәҙер ғаиләлә туған тел­дә аралашмау милли тел­дә­ге баҫмаларҙың тиражын бермә-бер кәметте. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мә­ҙә­ниәт хеҙмәткәре Роза Таһирова, матбуғатҡа яҙы­лыуҙы элеккесә талап итеп ҡуй­ған осраҡта ла халыҡ был аҙым­ды аңлап ҡабул итергә тейеш, тип иҫәпләй.
Әбйәлилдәрҙең сәмсел, бер төптән булыуына әлеге осра­шыуҙа ла инанылды. Ошо тө­бәктә тыуып үҫкән зыялы­лар­ҙың, күренекле шәхестәренең гәзиткә яҙылыу-яҙылмауы ла ҡыҙыҡ­һын­дырҙы уларҙы. Журналис­тарға күберәк ябай кешеләр араһына сығырға кәрәк, тигән кәңәштәрен дә иғтибарға алдыҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хәҙер инде хаҡлы ялдағы әүҙемсе Фирүзә Сафи­наның сығышы осрашыуҙы йом­ғаҡланы тиһәң дә була.
“Милли телдәге баҫмаларға яҙылмаҫ өсөн һылтау эҙлә­мә­йек, ә уларҙы алдырыу кәрәк­леген яҡшы аңлайыҡ. Төбәге­беҙҙә гәзиттең таралыуы туранан-тура һәр кемгә бәйле”, – тине ул.
Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модуль китап­ха­наһындағы осрашыуҙа ла уҡыу­сыларыбыҙ анализлауға ҡо­рол­ған иҡтисади, сәйәси темаларға ҡы­йыу яҙмалар көтөүен белдерҙе. Мәктәптәргә бәйле сығыштар­ҙың да гәзит биттәренән төш­мә­үен теләйҙәр. Талаптары, әл­бит­тә, урынлы матбуғат дуҫтарының.
Сибайҙы, ғәҙәттә, Көньяҡ Урал­дың мәҙәни үҙәге тип атай­быҙ. Әммә был төбәктә лә рес­публиканың төп милли баҫ­ма­һын таратыу йылдан-йыл ауырлаша бара. Хәл саң ҡа­ғыр­лыҡ уҡ булмаһа ла, тыныс­ланырға урын юҡ. Халыҡ ни өсөндөр матбу­ғатҡа ҡағылышлы мәсьәләне те­йешенсә аңлап ҡабул итмәй. Әйткәндәй, былтыр матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышын­да Сибай ҡалаһы хакимиәте коллективы, “Баш­ҡорт­остан”ға дәр­рәү яҙылыу өлгөһөн күрһәтеп, матур башланғысҡа юл һалды.
Сәфәр тәрән уйландырҙыБашҡорт дәүләт универси­те­тының Сибай институты студент­тары менән осрашыу ҙа йән­ле үтте. Йәштәрҙең ҡыҙыҡ­һы­ныу­санлығы, маҡсат ҡуйып, шуға өл­гәшергә тырышыуы һө­йөн­дөрҙө. Был уҡыу йортоноң гәзит менән бәйләнеше ныҡлы икәнлеген әйтеп китеү урынлы булыр. Йыл һайын тотош коллективтары менән “Башҡорт­остан”ды алдыра улар. Әлбиттә, иң элек директор Зиннур Йәрмө­хәмәтовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы хакимиәтендәге осрашыу ҙа ың­ғай тәьҫир ҡалдырҙы. Был төбәк халҡының бөгөнгөһө лә, киләсә­ге лә йәш, белемле, заманса фекерләй белгән белгестәр ҡу­лында икән. Ауыл хужалығы ра­йоны булараҡ, уларҙың баҫ­ма­быҙ аша игенселек, мал­сылыҡ буйынса төплө кәңәштәр алғыһы, яңы технологиялар ме­нән та­ныш­ҡыһы килә, ғалимдар­ҙың сығыштарына күберәк урын бирелеүҙе теләй. Баймаҡтар ҙа сибайҙарҙың матур өлгөһөнә эйәрергә, халыҡҡа үҙҙәре үрнәк күрһәтергә тигән теләктә ҡалды.
Үкенескә ҡаршы, һәр кем ме­нән шулай күҙгә-күҙ ҡарашып фе­кер уртаҡлашыу мөмкин тү­гел. Шуға ла урындарҙа халыҡ менән эшләүселәргә матбуғатҡа яҙҙырыу мәсьәләһендә лә әү­ҙе­мерәк булығыҙ, яуаплылыҡ то­йо­ғоҙ тип өндәшке килә. Юҡһа, берәүҙәр уҡыр өсөн ваҡыт ет­ке­рә алмауын сәбәп итә, икен­се­ләр баҫманың хаҡы ҡим­мәт­ләнеүенә зарлана, өсөн­сөләр яңылыҡ­тар­ҙы, көнү­ҙәк хәбәрҙәрҙе телевидение йәки Интернет аша белеп барыуы уңайлы тип иҫәпләй. Әл­биттә, Әбйәлилдәге, Баймаҡ­тағы һәм Сибайҙағы осрашыу­ҙарҙа ҡат­нашҡан иптәштәргә ҡа­ғылмай был һүҙҙәр. Унда мил­ли матбу­ғатҡа битараф ҡала ал­мағандар йыйылғайны. Ре­дак­ция хеҙмәт­кәрҙәре иғтибар биреп ет­кер­мәгән темаларҙы күрһәткән, ҡы­тыршы яҡтары­быҙ­ҙы аңғартҡан өсөн һәммәһенә рәх­мәтлебеҙ. Ә сәфәребеҙҙең уңыш­лы булыу-булмауы иһә ошо төбәктәрҙә “Башҡортостан”дың таралыуында сағылыр, моғайын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519