Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше бит минең затым
Кеше бит минең затым
Күңел уйға туймаҫ тигәндәй, хәҙерге заманда ҡәрҙәштәребеҙҙең шәхси сифаттары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре етди уйландыра. Әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләре, кешенең холҡо, аралашыу, ғәҙәттәр, милли ҡиммәттәр донъябыҙ торошона, ижтимағи тормошобоҙға, халҡыбыҙ йәшәйешенә ҙур йоғонто яһай. Әүәл ҡәүемдәштәребеҙгә тәбиғәтте яратыу, киң күңеллелек, ябайлыҡ, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ, асыҡ сырайлылыҡ, әҙәплелек, намыҫлылыҡ, изгелек, яҡшылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек күркәм сифаттар хас ине.


“Европа һәм Көнсығыш рухы” тигән ғилми хеҙмәтендә немец философы В. Шубарт шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: “Ер рухынан халыҡ рухы ярала. Был рух даими милли сифаттарҙы билдәләй... Тупраҡ ҡөҙрәте ҡан ҡеүәтенән дә ҡеүәтлерәк һәм нығыраҡ”. Тимәк, Көньяҡ Уралдың тәбиғәте, хозурлығы, төрлө-төрлө мәғдәнгә, тереклеккә байлығы, физик-географик шарттары башҡорт ҡәүеме асылының этногенетик сифаттарын, үҙенсәлектәрен билдәләй. Биология фәндәре докторы Әсҡәт Моҡатанов та башҡорттоң булмышын йәнтөйәгенә бәйләй торғайны. Был, һис шикһеҙ, “Урал батыр” эпосында тасуирланғанса, ерҙә кешеләр шат, рәхәт йәшәһен өсөн изгелекле Урал атабыҙҙың Йәншишмә һыуын һирпеп, бары күреп һоҡланған балҡып торған ер, тәбиғәт донъяһын мәңге үлемһеҙ яһауына ла бәйлелер. В. Шубарт фекеренә ярашлы, ҡанбабаларыбыҙҙың, атай-олатайҙарыбыҙҙың ирек һөйөүсәнлеге, үҙаллылығы, ғәҙеллеккә ынтылышы ғәйрәтле, ғәҙеллекте яҡлаусы, игелекле, дәү кәүҙәһе хазина таштарға бай Урал тауына әйләнгән батырыбыҙҙан киләлер. Халҡының күңелендә өҙөлмәҫ моң булған Шәйехзада Бабич инанғанса ла “тупраҡ беҙҙең анабыҙ, тупраҡ беҙҙең атабыҙ, күкрәктәге санабыҙ”:
Тупраҡ башҡорт бәхетелер,
Бәхетенең тәхетелер.
Тупраҡ ҡалһа истиҡбал
Нурлы, раушан, яҡтылыр.
Арҙаҡлы шәхес Василий Маркович Флоринский ҙа ғәмәлдә холоҡтоң тыуған ергә, сығышҡа бәйлелеген аңғарта: башҡорттарҙың “үҙҙәренә генә хас һыҙаты – тыумыштан бирелгән әҙәп­лелек, намыҫлылыҡ, башҡа кешенең кешелек дәрәжәһен хөрмәт итеү һәм ошоно үҙендә һаҡлау”. Бында “тыумыштан бирелгән” тигәнгә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Шулай итеп, был сифаттар ҡандан, нәҫелдән, беҙҙе солғап алған мөхиттән килә. Йәнә аҡ күңел, ғорурлыҡ, яҡшылыҡ, инсафлыҡ, йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ та... Тарихсы һәм этнограф Руф Гаврилович Игнатьевтың билдәләүенсә: “Ҡунаҡты, хатта дәрәжәле кешене ҡабул итеп, ҡарап, уның күңелен күреп, башҡорт ярамһаҡланыу, ҡуштанланыу хәленә төшмәй, ул үҙенең бәҫен һаҡлай һәм үҙен бойондороҡһоҙ тота”. Һоҡланырлыҡ, ғо­рурланырлыҡ булған әүәлге башҡорт холҡо! Хәҙер иһә хатта зыялыла­рыбыҙҙың, етәкселәребеҙҙең, матбуғат, мәғариф өлкәләрендә эшләүселәрҙең бихисабы хаяһыҙ, иманһыҙ, игелекһеҙ, яғымһыҙ, туң, тупаҫ, ярамһаҡ... Нилектән юғалттыҡ беҙ тере һыуҙай имле, аҫыл ҡиммәттәребеҙҙе?..
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Яйыҡ йорт шоңҡары, техник фәндәр докторы, профессор Наил Хәйбулла улы Заһиров хәлле, етеш йәшәгән ауылдаштарының көнитмешендәге, рухи тормошондағы үҙгәрештәрҙе телгә алып, шуны ла һөйләгәйне: “Әҙәплелек, электән килгән яҡшы ғәҙәттәр юғала башлаған, күңел киңлеге тарайып, күңел һуҡырлығы көсәйгән. Ихаталарҙа өйөр-өйөр мал, ҡош-ҡорт, машина, трактор, мотоблок... Әммә күптәрҙә үҙ-үҙенә бикләнгәнлек, ситләшеү-ятлашыу, үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндереүгә ынтылыусан ҡараш. Әллә ни аралашмайҙар, кәңәш-төңәш итмәйҙәр, саҡырышмайҙар, хәл-әхүәл белешмәйҙәр. Байыған һайын рухи фәҡирлек өҫтөнлөк ала, был һаҙлыҡ кешеләрҙе күберәк һура, йота. Әүәл ярлы ғына йәшәгән Сәлихә әбей юғын бар итеп, ҡоймағын ҡойоп, йомортҡаһын ҡурып, сәйен ҡайнатып, әллә ҡайҙан ҡымыҙ килтереп, хәбәрҙәрен һөйләп, яҡты йөҙ менән ҡунаҡ итер ине. Ҡайҙа бөгөн шундай ихласлыҡ, алсаҡлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ? Халыҡтың меңәр йылдар буйы тупланған, күҙ ҡараһы кеүек һаҡланған, быуындан быуынға тапшырылған матур ғәҙәттәре, йолалары, милли аш-һыуы, намыҫ-даны, берҙәмлеге онотолғандан-онотола, йәштәр мәғәнәһеҙ нәмәләргә, юҡ-барға табына, сит-ят мәҙәниәтенә теҙ сүгә, бәғзеләр фәҡәт туймаҫ нәфсеһен ҡыуа, иманын, асылын юғалта... Аяныс, әлбиттә”.
Эйе, һут биргән тарихи-ижтимағи тамырҙарың, рухыңды һуғарған рухи йәншишмәләрең, үҙ рәүешең, иҫ-аҡылың, ҡиблаң, моңоң, телең, исемең булмаһа, нисек иркен тын алырһың, шөһрәт ҡаҙанырһың, үҙеңде һәм халҡыңды танытырһың, исемеңде ил йөрәгенә яҙырһың?..
Үҙенә оҡшаш йән эйәләренән кеше аҡылының, психикаһының һәм ижтимағи тормошоноң юғары үҫеш кимәле, мә­ҙәнилеккә эйәлеге, мәғәнәле йәшәйеште, матди һәм рухи үҫеште булдыра алыу һәләтлелеге менән айырыла. Әммә хәҙерге заманда кеше күңеленең ҡа­раңғыланыуы, Тәңре биҙгән тәкәб­берҙәрҙең, йәнә бер һүҙҙә, бер тарафта тормаған аумаҡайҙарҙың, бушҡыуыҡ ялағай түрәләрҙең ишәйеүе ныҡ һағайта. Аҡыллыларҙың фекеренсә, алама әҙәмгә вазифа, дәрәжә килешмәй. Тәкәббер, нәфсеһе шашҡан бер етәксе генә лә мең кешенең хәләл көсөн хәрәм яһай. Дуңғыҙ күҙе йондоҙ күрмәй тигәндәй, дуңғыҙ түрә аҡты ҡаранан айырмай, изге һәм ижади шәхестәрҙе кәмһетә, бысраҡҡа һалып тапай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше ҡиммәтен белмәгәндәр, ҡәрҙәштәрен рәнйеткәндәр, үслеләр, боҙоҡтар, уғрылар, аҡса ҡолдары бермә-бер күбәйҙе. Хатта уларҙы йүгәнләр, тыйыр, туҡтатыр әмәл дә, хаким да юҡ, йоғонтоло саралар ҙа күрелмәй. Сөнки бихисаптар ҡоромға буялған. Күңел һөрөмөн һыу менән генә йыуып булмай, күпме йыуһаң да ҡара таш ағармай шул.
Ғилемде, әхлаҡи сафлыҡты данлаған, боҙоҡлоҡто, яһиллыҡты фашлаған әүлиәләй мәшһүр Аҡмуллабыҙ “Замана ғалимдарына” шиғырында әҙәмдең берен-бере кәмһетеүгә ҡомарлығына әсенә:
Инсафтан бер мыҫҡыл юҡ эшебеҙҙә,
Кенә, хөсөт, хаслыҡ тулған эсебеҙгә,
Һөнәребеҙ – ҡанығышыу,
кәмһетешеү,
Үҙ ҡылған эшебеҙ юҡ иҫебеҙҙә.
“Нәсихәттәр” шиғырында иһә ке­шеләргә мәңге фәһем булыр өгөт-нәсихәттәрен әйтә:
Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән...

Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ,
тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас – юлдаш,
тигән.
Намыҫы таҙаларға был фани донъяла ихлас аралашмайынса, фекерләш­мә­йенсә, бер-беренә шәфҡәт итмәйенсә мәғәнәле тормош ҡороп, ҡыуанып йәшәп булмай. Сөнки ғүмер баҡый һыналғанса, кеше – кешегә иш, ҡулдаш, юлдаш; кеше дарыуы – кеше, кәңәше лә килешә, йылы һүҙе йәнгә рәхәт, йөрәккә им була. Хатта ки яҡшы һүҙ – ярты ырыҫ, яҡшы ниәт – ярты бәхет. Әлбиттә, шул уҡ ваҡытта, һис шикһеҙ, үҙ эшеңде үҙең белеү, үҙеңдең яҡшы исемеңде табыу, үҙеңә үҙең ҡаты булһаң да кешеләргә йомшаҡ, мөләйем, яғымлы, ярҙамсыл булыу үтә лә мөһим. Яҡшы мөнәсәбәтле, рәхимле кешеләр менән ҡатышһаң, күңел асыла, яман менән – йәнең ҡыйыла. Яуыздар, боҙоҡ­тар, асыу менән үсе күптәр йортобоҙға матди ҙа, рухи ҙа зыян килтерә, йырт­ҡыстан былайыраҡ ҡотора, йәмғиәткә ҡурҡыныс тыуҙыра. Алла шайтанынан бәндә шайтаны яманыраҡ шул.
Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, әгәр һеҙ изгелек эшләһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн эшләйһегеҙ, яманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа, үҙегеҙ өсөн ҡылаһығыҙ. Берәү тура юлдан барһа, үҙе өсөн бара, берәү аҙашһа, үҙенә зарарға аҙаша... Изгелек ҡылғандарға – изгелек һәм өҫтәмә, уларҙың йөҙҙәрен туҙан да, хурлыҡ та ҡапламаҫ. Улар – ожмах әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр. Насар эштәр ҡылғандарҙың йөҙө ҡараңғы төндөң ҡаралығы менән ҡапланған кеүек булыр. Был бәндәләр – тамуҡ киҫәүҙәре, улар тамуҡта мәңге ҡалыр... Ер йөҙөндә әллә кем булып маһайып йөрөмә, һин Ерҙе тишә алмаҫһың һәм тауҙарҙай була алмаҫһың... Раббың ғәҙел булырға һәм изгелек ҡылырға, яҡындарға бүләк бирер­гә ҡуша, зина ҡылыуҙан, тыйылғанды эш­ләүҙән, кешеләргә йәбер-золом ҡы­лыу­ҙан тыя. Алла һеҙҙе өгөтләй, моғайын, һеҙ аҡылға килерһегеҙ.
Аҡ күңелдең аты арымай тигәндәй, ҡәрҙәштәребеҙгә тәбиғәттән, йәмле ере­нән бирелгән һоҡланғыс сифаттарын тергеҙеп, яуызлыҡҡа, яманлыҡҡа яу, яҡшылыҡҡа юл асып йәшәү хәйерле. Урал ата аманатын мәңге хәтерҙә тотоп, изге доға итеп, көн һайын ошо имле һүҙҙәрҙе бөтә йөрәктән әйтеү, күңелдәргә һеңдереү зарур:
Яҡшылыҡ гелән атым,
Кеше бит минең затым.
Яманға юл ҡуймайым,
Яҡшынан баш тартмайым.

Сәлимйән Бәҙретдинов,
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509