Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр кем тормошта үҙ урынын тапһын”
“Һәр кем тормошта үҙ урынын тапһын”
Арабыҙҙа исеме есеменә тап килгән кешеләр етерлек. Шуларҙың береһе – Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Сәлихова.


Ул беҙҙең мәктәпкә, Кушнаренко педагогия училищеһын тамамлап, пионервожатый бу­лып килгәйне. Иң тәү­­ҙә си­бәрлеге, их­лас­лы­ғы, ма­тур йырла­­уы менән һоҡлан­дыр­ҙы. Тиҙ ара­ла уҡыусыларҙың ба­рыһын да исемләп белеүе, талантлыларҙы эҙләп табып, төрлө са­раларға йәлеп итеүе хайран ҡалдырҙы. Ошо күркәм сифаттары, ойоштороу һәләте аша Гүзәл Риф ҡыҙы мәктәптә генә түгел, ә барлыҡ районда танылыу яуланы. Үрге Йәркәй мәҙәниәт һарайындағы бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй башланы, уҡыусылар ҙа төрлө конкурстарҙа тәүге урындарҙы яуланы.
Артабан Гүзәл Риф ҡыҙы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ситтән тороп тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып китте. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, дәресендә яңы технологиялар, методик алымдар ҡулланып, заманса уҡытыуға ең һыҙғанып тотондо. Нәҡ башланғыс кластарҙа көсөңдө йәлләмәй фиҙакәр эшләүҙең тейешле һөҙөмтәгә килтеререн ныҡлы аңлай ине ул.
Гүзәл Риф ҡыҙының уҡыусылары төрлө тармаҡта лайыҡлы хеҙмәт итә. Педагог улар менән хаҡлы ғорурлана. “Һәр кемдең юғары белем алыуы мөһим түгел, ә кеше булып ҡалыу, тормошта үҙ урыныңды табыу зарур”, – ти ул.
Гүзәл Сәлихова былтыр башланғыс класс уҡытыусыларының “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яуланы. Был ҡаҙанышы туған коллективы, ата-әсәләр, балалар өсөн ҙур шатлыҡ булды.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, оҙаҡ йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһына етәкселек иткән Гүзәл Риф ҡыҙы ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507