Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инйәр йәме ҡайҙа юғалды?
Беҙҙең ғаилә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан. Ауылдан йыраҡ түгел урман булһа ла, йылға-күл юҡ тиерлек. Булғандары ла һайығып, кибеп бөткән. Атайым балыҡ ҡармаҡларға, һунарға йөрөргә ярата ине. Йәнлек аулау, балыҡ тотоу – башҡорттоң ҡанында, шул шөғөлгә әүәҫлеге 1959 йылда Архангел районының Абҙан ауылына күсеп килеүебеҙгә сәбәпсе булды ла инде.


Бала саҡта ни өсөн күсеп китеү мине бик уйландырманы, әлбиттә, ә бына тәбиғәттең хозурлығы, Инйәр йылғаһының матурлығы, шаулап-гөрләп аҡҡан һыуының таҙалығы, сафлығы хайран ҡалдырҙы. Барлыҡ яҡты хәтирәләрем йылға, урман менән бәйле тиһәм дә, һис яңылыш булмаҫ. Йәйге йәмле көндәрҙә һыу инеү, ҡомда ҡыҙыныу, кәмәнән һыу төбөндә йөҙгән балыҡтарҙы күҙәтеү, ҡояшта уттай ҡыҙған таштарҙан аяҡтарҙы бешерә-бешерә йүгереү, кем­уҙар­­ҙан ярышып бейек һыуға сөңкөү ти­һеңме!.. Яҙ башы менән ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, ҡуян тубығы, кәзә һаҡалы ашарға ауылды уратып алған ур­манға йөрөйһөң. Еләк-емеш бешкән мәлдә һәр ағас, һәр ҡыуаҡ һиңә һый әҙерләп тора. Ҡайын, ер еләк­тәре, муйыл, ҡара, ҡыҙыл бөрлөгән, балан — йәнең нимә теләй, барыһы ла бар.
Ә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Аҡланға барып сыҡһаң, хуш еҫтән, илаһи матурлыҡ­тан баш әйләнә, күңелгә яҡты хистәр тула. Ә таң алдынан йылға өҫтөнән күтәрелгән томан һине сихри әкиәт донъяһына алып киткәндәй була. Был ваҡытта ул ғашиҡт­ар­ҙың иң яратҡан урынына әйләнә. Күпме йөрәктәр ҡушылған, күпме һөйөү һүҙҙәре әйтелгән Инйәр буйҙарында!
Атайым үҙ шөғөлөнә башкөллө сумды. Йәй йылға буйынан ҡайтып инмәй, ҡыш булһа — урмандан. Ҙур-ҙур балыҡтар тота ине! Ғаи­ләбеҙ генә түгел, бөтә күрше-тирә балыҡҡа туйҙы. Һуңыраҡ ҡыш көнө лә балыҡ тоторға әүәҫләнеп алды. Йәнлек аулауҙа уға тиң һунарсы булмағандыр, моғайын. Әсә­йемдең ҡуян итенән бешергән бәлештәре­нең тәме әле булһа онотолмай.
Хәҙер атайым да, әсәйем дә юҡ. Улар икеһе лә оло йәшкә етеп, балаларының, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәп баҡыйлыҡҡа күсте. Шулай булһа ла тыуған нигеҙҙе һыуытмайбыҙ. Ләкин ауылға ҡайт­ҡан һайын күңелгә ауыр, борсоулы уйҙар тула. Тәбиғәттең элекке матурлығы, хозур­лығы, байлығы көндән-көн кәмей, юғала бара. Ҡасандыр ярҙарына һыймай ташып, шаулап аҡҡан Инйәр йылғаһы һайыға. Элек йөҙөп тә сыға алмаған урындары тауыҡ кисерлек. Йылға төбөн ләм баҫа. Балыҡ юҡ тиерлек. Ауыл тирәһендәге урман-ҡыуаҡты, һаҙлыҡ­тарҙы киптерәбеҙ тип, ҡыйратып бөтөрҙөләр. Йылға буйында хәҙер йүнләп үлән дә үҫмәй, сөнки унда ҡаланан килгән ял итеүселәр тулған, хатта ултырырға ла урын юҡ.
Белорет районының Асы ауылынан йы­раҡ түгел бәләкәй генә шарлама бар. Уның тирәһендә, әйтерһең дә, ҡырмыҫҡа иләүе. Тиҫтәләрсә машина, төрлө төҫтәге сатыр­ҙар...
Хәҙерге заман кешеләре, үҙемдең балаларым, ейәндәрем миңә ысын күңелдән йәл, сөнки улар элекке матурлыҡты күрмәй һәм күрмәйәсәк тә. Тәбиғәттең әлеге булмышынан ҡәнәғәттәр. Ә киләсәк быуынға уныһы ла ҡалмаясаҡ. Бына шуныһы бигерәк аяныслы.
Тәбиғәттең фәҡирләнеүендә ял иткән кешеләрҙе генә ғәйепләү дөрөҫ түгел. Әммә сәбәп ниндәй генә булмаһын, ул кеше тарафынан килеп сыға. Һаҡлау эше дәүләт кимәлендә башҡарылырға тейеш, ләкин һәр кеше тәбиғәт алдында үҙ бурысын онот­маһын ине.

Р. БАТТАЛОВА,
82-се һөнәрселек лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509