Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирәмәлде һаҡлауға ғүмерем йәл түгел
Ирәмәлде һаҡлауға ғүмерем йәл түгел
Билдәле булыуынса, беҙҙең яҡ — Башҡортос­таны­быҙҙың иң гүзәл төбәктәренең береһе. Мине иң һоҡландырған тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ирәмәл. Был изге тауға ике тапҡыр күтәрелеү бәхете тейҙе.


Ирәмәл тауы — Көньяҡ Уралдың иң матур ерҙәренең береһе. Унда күтәрелеү онотолмаҫлыҡ кисереш­тәр, хистәр тыуҙыра. Бындай той­ғо­ларҙы тау түбәһендә генә тойомлап була.
Ҡуйы урман һулышы, ҡояш нур­ҙа­рының шишмә тулҡын­дарында уйнауы... Зәңгәр күккә олғашҡан тау түбәләре!.. Был хозурлыҡты һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел, уны кү­рергә кәрәк. Донъя барлыҡҡа килгәндә, Урал тауҙары иң бейектәренең береһе булған, тиҙәр. Шул түбәләр­ҙең иң серле­һе, иң мөғжизәлеһе — Ирәмәл, кеше күңеленә ут төрт­кән­дәй, дәрт­ләндереп, үҙенә саҡырып то­ра. Тауҙың ҡаялары, таштары рәссам ҡулдары менән биҙәлгән тиерһең! Хәйер, тәбиғәттән дә маһирыраҡ, оҫтараҡ рәссам бар­мы һуң донъяла?! Бик тә йәмле лә, серле лә күренеш булараҡ, Ирә­мәлдең күккә үрелгән осонан аҫҡа табан курумниктар төшкән. Улар­ҙы таш йылға тип тә йөрөтәләр. Шул таштарға ҡолаҡ һалһаң, шишмә тауышы ишетел­гәндәй була, араларында төрлө төҫтәге сәскәләр үҫеп ултыра. Тағы ла Ирәмәл таш ҡаҙан­дары менән аптырашта ҡал­дыра. Ҡа­ҙан­дарҙың киңлеге ике-өс метрға етә. Ямғырҙан һуң улар һыу менән тула. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр Ирәмәл түбәһендә күлдәр бар тип иҫәпләй. “Ундағы” һыу бик таҙа һәм тәмле була.
Ирәмәлдең тәбиғәте лә үҙенсә­лекле. Һауа торошо тиҙ алмашына. Бында ҡойма ямғырҙар ҙа, әсе бурандар ҙа була. Ҡуйы томандар уратып алһа, тау түбәләре айырыуса серле күренә. Үҫем­лектәр донъя­һы ла бай, үҙен­сәлекле. Бит­ләүҙәрҙә Альп тау­ҙарында ғына үҫкән сәскәләр осрай, тундраға хас кәрлә ағастар күп. Әйтерһең дә, ерҙәр илсе итеп үҙҙәренең вәкил­дәрен ебәргән. Ваҡыт арауығы ла ҡыҙыҡлы. Умырзая Ирәмәлдә июнь аҙаҡ­тарында ғына сәскә ата. Тимәк, бында килеп тағы лa яҙҙы ҡаршыларға була.
Ирәмәлде изге тау тип тә йөрө­тәләр, сөнки уға артылған кеше үҙендә көс-ғәйрәт артыуын тоя. Тауға үрләп теләгәнең һәр ваҡыт ҡабул була, тиҙәр. Тик ул һәр кемде лә үҙенә индермәй, изге ниәт менән килгән кешеләрҙе генә ҡабул итә, үҙенең көс-ғәйрәтен бирә.
Ирәмәл тауы тураһында легендалар ҙа бар. Борон унда “чуди” тигән халыҡ йәшәгән, тиҙәр. Улар, серен сит кешеләргә асмаҫ өсөн, ер аҫтына төшөп юғала. Мин уларҙы бик аҡыллы, алдан күрә белгән кешеләр булған тип уйлайым, сөнки бик боронғо заман­дарҙа уҡ үҙ ерен һаҡлау булған ниәттәре. Уның имен­леге өсөн ғүмерҙәрен дә аяма­ғандар. Хәҙер­ге заманда шундай кешеләр күберәк булһын ине, сөнки тәбиғә­тебеҙ бөгөн һаҡлауға, яҡлау­ға бигерәк тә мохтаж.
Бөтә нәмәнең ҡиммәте аҡса ме­нән иҫәпләнгән заманда, тәбиғәт­кә ҙур хәүеф янай. Уны тик табыш алыу сығанағы тип ҡарағандар күбәйҙе. Хатта Ирәмәлдә, изге тау­ҙа, машина ярышы өсөн юл һалырға теләгәндәр ҙә табылды. Ту­рис­тарҙың күбәйеүе лә хәүеф тыуҙыра. Был осраҡта маршрут­тарҙың бик уйлап, тауҙың бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙө­лөүе мотлаҡ. Бөтәһе өсөн ҡағиҙә­ләр, оҙатып йөрөү өсөн белгестәр әҙерләргә кәрәк.
Тауҙың атамаһы “ир” һәм “әмәл” һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, тиҙәр. Йәғни ниндәй ҙә булһа ауыр хәлдән сығыуҙың әмәлен, яйын тапҡан ир-егет. Мин шундай ир-егеттәрҙең береһе булырға теләйем. Ирәмә­лемде, тыуған тө­йә­гемде һаҡлауға, яҡлауға ғүмерем йәл түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512