Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәртә лә, дауалай ҙа был сәхнә
Йәшәртә лә,  дауалай ҙа был сәхнәБереһе — мәҙәниәт йорто директоры, икенсеһе — “Заһиҙә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе. Ғүмере буйы сәхнәлә йырлап-бейеп, күңел асып йәшәгән был бәхетле парға донъя көтөү михнәттәре лә, тормош ваҡлыҡтары ла ят кеүек. Береһе гармун күреген тартып, моңға күмһә, икенсеһе өҙҙөрөп бейеп кәйефте күтәрә...


– 1990 йылда Ҡаңны-Төр­кәйгә эшкә килдек. Бөгөн­гөләй хәтерҙә: клуб иҫке, халыҡ әллә ни йөрөмәгәнгә күрәлер инде, мәҙәниәт йор­то ихатаһына кәзә-быҙауҙар хужа булып алған. Эс бо­шор­ғос күренеш. Кешеләрҙе нисек мәҙәниәт усағына ылыҡ­тырырбыҙ икән, тип баш ватабыҙ, борсолабыҙ, — тип хәтерләй тәүге хеҙмәт көндәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Марат Кәримов.
Борсолоуҙар юҡҡа була. Халыҡ ошондай егәрле хеҙмәткәрҙәрҙе күп­тән көтөп торған тиерһең, йәш-елкен­сәге лә, ҡарт-ҡо­роһо ла мәҙәниәт усағында ҡайнаша, һәләттәре менән ауылдаштарын ҡыуандыра башлай.
– Күп тә үтмәй “Заһиҙә” фольк­лор бейеү ансамблен ойоштороп ебәрҙек. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тамам “ағыу­лан­ды” сәхнә сире менән, — тип көлә Заһиҙә Кәримова. — Тырышлыҡ бушҡа китмә­не: 2008 йылда “халыҡ ансамбле” исемен яуланыҡ. Бейеү тигәндә ҡайһы берәү­ҙәр ауырыған еренән то­роп, һауығып китә хатта. Йырлап-бейеп сәхнәнән төш­мәгән Рәйсә апай Яҡу­поваға кем 75 йәште бирер?
Былтыр гөрләтеп “Заһи­ҙә”нең егерме йыллыҡ юбилейын билдәләгән кол­лек­­- тив. Стәрлетамаҡ, Бишбү­ләк, Дәүләкән, Бәләбәй, Күмертау, Ишембай райондары, Санкт-Петербург сәх­нә­ләрендә бейеп, халыҡтың хөрмәтен яулаған ансамбль республикала үткәрелгән сәнғәт байрамдарында, бөтә төр конкурстарҙа әүҙем ҡат­наша. Бынан бер нисә йыл элек Салауат йыйынында фольклор ансамблдәре араһында ойошторолған бәйгелә гран-приға эйә булып яҡташтарын һөйөн­дөр­гән улар. Быйыл да ғо­рурланырлыҡ уңыштары мул ғына.
— Дәүләкәндә “Бауырһаҡ” байрамында ла ҡаңны-төр­кәйҙәр йөҙҙө ҡыҙарт­маны, дүрт диплом алып, һөйөнөп-дәртләнеп ҡайттыҡ, — ти мәҙәниәт йорто етәксеһе.
– Бишбүләктә “Тылсымлы моңдар” төбәк-ара башҡорт халыҡ ансамблдәре конкурсында ла һынатманыҡ, абруйлы икенсе урынға лайыҡ булдыҡ, — тип өҫтәй Заһиҙә ханым. — Ә былтыр “Рес­пуб­ликаның иң яҡшы мәҙә­ниәт йорто” исемен яулау – беҙҙең өсөн иҫ киткес ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ та!
– 100 меңлек грант алған­һы­ғыҙ тип ишеттек. Ул хәт­лем аҡсаны нимәгә то­­тон­- доғоҙ һуң?
– Тауыш көсәйткес, компьютер, яҡтылыҡ музыка­һына... Шөкөр, күптәнге хы­я­лыбыҙ тормошҡа ашты.
– Костюмдарығыҙ ҙа зауыҡ­лы...
– Ҡаңны-Төркәйҙең 550 йыл­лығын үткәргән осорҙа ауылыбыҙ танымаҫлыҡ бу­лып үҙгәрҙе, яңы социаль объекттар барлыҡҡа килде, юлдар һалынды. Милли кос­тюмдарыбыҙ ҙа — ошо та­рихи көндәрҙең матур иҫтә­леге, — ти ирле-ҡатын­лы Кәримовтар.
Мәҙәниәт йылы сағыу байрамдары, күңелле тамашалары, иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙары һәм яңы идеялары менән йәшәүен дауам итә. Хәйер, яҡташтарының рухи донъяһын байытыу, һәләттәрен үҫтереү, уларҙы сәхнә “йондоҙҙары” итеп күрергә теләгән Кәримовтар өсөн һәр йыл Мәҙәниәт йылы ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840