Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Агроҡала: хыялмы, ысынбарлыҡмы?
Агроҡала: хыялмы, ысынбарлыҡмы?
1946 йылда беҙ, 62 бала, беренсе класҡа уҡырға барҙыҡ, ә ете класты ни бары 15-ебеҙ генә тамамланы. Шуларҙы хәтерләһәм, әле булһа күңел әрней. Класташтарымдың яртыһы вафат булды. Ҡайһы берҙәрен 5 килограмм колхоз игенен урлағаны өсөн төрмәгә яптылар. Ундайҙар араһында ике туған апайым Зәкиә лә бар ине. Хрущев осоронда халыҡты емеш-еләк, йәшелсә үҫтереүҙән мәхрүм итеп, ихата ерҙәрен ҡыҫҡарттылар.
Күптән түгел тыуған ауылыма юл төштө. Ундағы хәлде күреп, ныҡ тетрәндем. Оҙонлоғо алты саҡрымлыҡ ауылдағы йорттарҙы хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ете йыллыҡ мәктәп тә ябылған.


Һуғыш йылдарындағы михнәтте, унан һуңғы аслыҡты, ил сәнәғәтен аяҡҡа баҫтырыу, 90-сы йылдарҙа социалистик иҡтисадтың емерелеүе дәүерҙәрен кисерергә тура килде миңә.
“Икмәк булһа, йыр ҙа булыр” тигән әйтем бар халыҡта. Шуға күрә бөгөн, империалистик дәүләттәр тарафынан Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан ителгән, илебеҙ, уларға яуап итеп, ситтән тауар индереүҙе тыйған осорҙа, халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләһе көнүҙәк проблемаға әүерелә.
Мин ғүмер буйы нефтсе булып эшләнем. Урта Азияла ҡоролоҡ шарттарында нисек иген үҫтергәндәре әле лә хәтеремдә. Ҡасандыр “ас дала” тип аталған Алишер Науаи исемендәге өлкәлә хәҙер гектарынан 50-шәр центнер иген йыйып алалар. Һауа шарттары ауыл хужалығы өсөн әллә ни уңайлы булмаған Израиль дә аҙыҡ-түлек менән үҙен тулыһынса тәьмин итә, артып ҡалғанын ситкә лә һата. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы продукттарын бүтән илдәрҙән индереүҙе ҡәтғи тыялар. Ҡасандыр Амударъя йылғаһының ярында кореялар дөгө үҫтереп, гектарынан 100-әр центнер уңыш ала ине. Алыҫ Төньяҡта эшләгәндә Туймазы районындағы кеүек теплицала йәшелсә үҫтергәндәрен күрҙем. Бай тормош тәжрибәһе, илдәге ваҡиғалар, халыҡтың хәле мине китап яҙырға этәрҙе. 2011 йылдың ноябрендә донъя күргән “Кто же истинный семит? Евреи, арабы или я, волго-уральский татарин?” тип аталған әҫәрем бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – ни бары өс аҙнала – яҙылды. Уны ҡайтанан уҡып сыҡҡас, бөгөнгө ысынбарлыҡты тәшкил иткән ваҡиғаларҙы алдан белә алыуыма аптырап ҡалдым.
Нефть сығарған ил халыҡтары аҡылдан шашыр, Яҡын Көнсығышта “ғәрәп яҙы” башланыр, Мәскәү өлкәһендә ер тетрәр (былтыр майҙа булды), Иисус Христостың ҡәберен Японияла табырҙар, украиндарға Төмән өлкәһендә төпләнергә кәрәк, тип яҙғанмын китабымда. Ерҙең боронғо полюсы схемаһын һыҙғанмын. Бер ваҡыт Ерҙең “Сандар ташы” тип аталған боронғо картаһын таптылар. Сандар ауылы тап ошо схемала күрһәтелгән. Унда шулай уҡ иген үҫтереү, аҙыҡ-түлек мәсьәләләре күтәрелә. Рәсәй биләмәһендә уңдырышлы ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, шуға ҡарамаҫтан аҙыҡты донъяның бөтә тарафтарынан һатып алабыҙ. Хурлыҡ бит!
Мин проблеманы күтәреп кенә ҡалманым, уны хәл итеү юлдарын да билдәләнем. Рәсәйҙә, атап әйткәндә Урал-Волга буйы төбәгендә, Италиялағы Санта-Марина анклавы кеүек агроҡалалар төҙөргә кәрәк. Хыял диңгеҙенә сумайыҡ. Мәҫәлән, тыуған яғым Шаран районында буласаҡ инфраструктура өсөн уңайлы ерҙә агроҡала ҡалҡһа, генераль планға ярашлы, биш-алты ҡатлы йорттар һалынһа, насармы ни? Бындай ҡалала ауыл эшсәндәре йәшәр, тик завод, фабрикаға түгел, ә баҫыуға, баҡсаға, теплицаға эшкә йөрөр ине. Бөтә уңайлыҡтары булған бындай ҡаланан ситкә китергә берәү ҙә ынтылмаясаҡ.
Агроҡала халҡы бәләкәй генә республика, анклав төҙөп, хакимиәтен һайлаясаҡ, үҙ банкын асасаҡ, инфраструктура булдырасаҡ, балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениелары төҙөйәсәк. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ирекле башланғыс нигеҙендә кооперативтар рәүешендәге фермер хужалыҡтары тормошҡа ашырасаҡ. Улар ауыл хужалығы продукттары, иген, йәшелсә, емеш-еләк, ит һәм һөт, балыҡ ризыҡтары етештерер, сауҙа ойошторор ине. Бында шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын, эшкәртеү сәнәғәте ҡорамалдарын хеҙмәтләндереүҙе яйға һалырға, техник хеҙмәт күрһәтеү станцияларын, коммуналь хужалыҡ булдырырға мөмкин. Халыҡҡа эш урындары күпләп барлыҡҡа киләсәк, һөҙөмтәлелек артасаҡ.
Ошо рәүешле ауылда ҙур революция яһарға була. Йөҙҙәрсә саҡрымға һуҙылған юлдарҙың, газ үткәргестәрҙең, электр сымда­рының кәрәге бөтәсәк. Ташландыҡ ауылдар юҡҡа сығасаҡ. Уларҙың урынында цехтар, элеваторҙар, сеймал һаҡлау келәттәре төҙөргә мөмкин. Атай-олатайҙарыбыҙҙың зыяраттарын төҙөкләндереү хаҡын­да оноторға ярамай. Уларҙың эргә­һендә ғибәҙәтханалар асырға кәрәк.
Махсуслашыу кеүек төшөнсә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр кеше – табипмы, тракторсымы, игенсеме, йәшелсәсеме ул – үҙләштергән һөнәренең бөтә нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен яҡшы белһен ине.
Билдәле бер төбәк биләмәһендә урынлашҡан агроҡала урындағы ҡаҙнаға һалым түләргә тейеш, сөнки тап ошонда уның именлеген һаҡлайҙар, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам итәләр. Бындай ҡалала халыҡ капитализмы үҫеш алыр, сәнәғәттән алып кәсепселеккә тиклем халыҡ башланғыстары яҡланыр, бәләкәй эшҡыуарлыҡ әүҙемләшер, ә үҙ-ара мөнәсәбәттәр агробанк аша ғына тормошҡа ашырылыр ине.
Бындай агроҡалаларҙың бөтә цивилизация, уның үҫеше өсөн өлгө буласағына шигем юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509