Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ревизорға эш етерлек
Ошо көндәрҙә Рәсәй Иҫәп палатаһының Дәүләт системалы анализ ғилми-тикшеренеү институты филиалы менән республиканың Контроль-иҫәп палатаһы араһындағы үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет етәкселәре, Мәскәү ҡунағы – институт директоры Владимир Щедров ҡатнашты.


– Хеҙмәттәшлек республикала дәүләт аудитын контроль-иҫәп палатаһы органдарында ҡулланыу йәһәтенән этәргес буласаҡ. Бөгөн иҫәп-хисап ойошмалары тикшереү, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау менән генә шөғөлләнмәй. Иң мөһиме – ошо кәмселектәрҙе иҫкәртеү, йыш ҡабат­ланғандарын булдырмау. Тап ошо эштә беҙгә институт һәм уның филиалдары ярҙамға килә лә инде, – тип билдәләне Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы етәксеһе Салауат Харасов.
Владимир Щедров иһә институт менән төбәктәге Контроль-иҫәп палатаһы араһында ныҡлы бәйләнеш булдырылыуын иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы. Институттың ил буйынса ете филиалы бар. Уларҙың иң уңышлы эшләгәндәренең береһе – Башҡортостандағыһы.
– Беҙ, башлыса, Рәсәй Федерацияһындағы Контроль-иҫәп палаталарының эшен күҙәтеү һәм өйрәнеү менән шөғөлләнәбеҙ. Хужалыҡтарҙа барлыҡҡа килгән проб­лемаларҙы хәл итәбеҙ, анализлайбыҙ. Ошо һығымталарға таянып, контроль-иҫәп палаталарына эштә ҡулланыу өсөн тәҡдимдәр ебәрәбеҙ. Һуңғы ваҡытта бюджет-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә башланыҡ, – тине Владимир Иванович.
Башҡортостандың финанс министры Рида Собханғолова үҙ сығышында бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙең ни тиклем ҡатмарлы өлкә икәнен билдәләп үтте:
– Беҙҙең төбәктә 900-гә яҡын ауыл Советы, 60-тан ашыу муниципаль берәмек бар. Уларҙың социаль-иҡтисади үҫеше төрлөсә. Министрлыҡта бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләһен ыңғай хәл итергә тырышабыҙ. Әммә сифатлы ревизия уҙғарған белгестәр етешмәй. Ошо өлкәлә институттан методик ярҙам кәрәк ине. Үҙебеҙҙең яҡтан мөмкин ҡәҙәре булышлыҡ итергә әҙербеҙ.
Фекер алышыуҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйестәре Рузалия Хисмәтуллина, Елена Родина, Башҡортостандың Иҫәп палатаһы ғилми-тикшеренеү институты филиалы директоры Рәмил Биктимеров ҡатнашты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513