Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туғандарса ҡараш өсөн рәхмәт
Ҡырымдың Белогорск районы халҡы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарындағы ғәрәсәттән зыян күргәндәргә ярҙам итеү фондына бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар итте.


Юлиә ӘСХӘТОВА, Яңауыл районының Шүдек ауыл хакимиәте белгесе:
– Илебеҙ халыҡтарына, ниндәй милләттән булыуына һәм ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, быуаттар төпкөлөнән килгән яҡшы сифаттар хас. Шуларҙың береһе – бәләгә тары­ғандарға бергәләшеп ярҙам ҡулы һуҙыу, зыян күргәндәрҙең хәленә инеү. Ҡырымдағы хәлдәрҙе, Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең барыһы кеүек, беҙ ҙә яҡын ҡабул иткәйнек. Дуҫлыҡ ауыр ваҡытта һынала, тип юҡҡа әйтмәгәндәр – уларҙың ярҙам ҡулы һуҙыуына бары тик оло рәхмәт әйтәбеҙ.
Кониг ауылындағы туғандарыма ла дауыл ҡаза килтерҙе: йорт ҡыйығы, бар ҡаралтылары тиерлек емерелде. Бар ауыл халҡы кеүек, дөйөм көс менән улар төҙөкләндереү эштәрен тамамлай. Туғандарым һәм Кониг халҡы исеменән ҡырымдарҙың үҙҙәренә имен-аман һәм тыныс тормош теләйем.

Сергей ВӘЛИЕВ, Краснокама районының Ҡарый ауылы:
– Көтмәгәндә килгән бәлә мине лә урап үтмәне: йортом ҡыйыҡһыҙ ҡалды, ихатам емереклектә. Ғәрәсәт эҙемтә­ләрен бөтөрөүгә төрлө тарафтан күп көс йәлеп ителде, әле лә ауылда төҙөү-төҙәтеү эштәре бара.
Дауылдан зыян күргәндәргә аҡсалата ярҙам би­релде, Ҡырым халҡының беҙҙең хәлгә инеүе лә, әлбиттә, оло ҡыуаныс. Бер илдә көн иткәс, башҡаса булыуы мөмкин түгелдер. Миһырбанлыҡтары өсөн уларға ла ҙур рәхмәт.
Илебеҙҙең күп милләтле халҡына киләсәктә лә шулай дуҫлыҡта һәм туғанлыҡта йәшәргә яҙһын!

Ансар НУРЕТДИНОВ яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518