Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлектең сағыу өлгөһө
Берҙәмлектең сағыу өлгөһө
Тыуған төйәк, әсәй менән атай кеүек, берҙән-бер. Ул ошо ерҙә тыуған, уның һауаһын һулап, һыуын эсеп, гүзәллегенә һоҡланып буй еткергән, аҙаҡ төрлө яҡҡа таралған балаларын һағынып көтөп ала, туплай, тормоштоң, бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү мөһимлегенә инандыра. Ошондай тойғоларҙы ауылдаштар менән осрашҡанда, бала саҡ хәтирәләрен барлағанда һәр беребеҙ кисерәлер.
Тыуған ер, атай-әсәй кеүек үк, балаһының хәстәрлегенә лә мохтаж. Күренеүенсә, бәләкәй ватанын ҡайғыртҡан, уның киләсәген уйлаған кешеләрҙең ауылы заман елдәренә бирешмәй, йылдам үҫеш кисереп, алға ҡарап йәшәй. Ошо хәҡиҡәткә Ғафури районының Яугилде ауылында уҙған күркәм сарала тағы ла бер ҡат инандыҡ.

Берҙәмлектең сағыу өлгөһөБыл матур төйәк республи­кабыҙҙың географик үҙәге булған Ерек ауылына яҡын ғына ята. Уртала урынлашҡанлыҡтандыр, тө­бә­гебеҙҙең барлыҡ матурлығынан да өлөш сыҡҡан уға: ситтән тауҙар күгәреп күренә, шишмәләр сылтырап аға, бәләкәй генә ҡайынлы болондарҙы киң яландар, урмандар алмаштыра... Ошо хозур­лыҡҡа хәҙер көнөнә биш тапҡыр яңғырар аҙан тауышы ла ҡушылды: ауылда иман йорто ишектәрен асты.
Берҙәмлектең сағыу өлгөһөМәғлүм булыуынса, Яугилделә мәсет элек тә булған, әммә 1933 йылда манараһы ҡолатып төшөрөлгән. Унан иман йорто бинаһы һипләп һалынып, оҙаҡ йылдар мәктәп хеҙмәтен үтәгән. Хәҙер иһә белем усағы ике ҡатлы заманса йортта урынлашҡан.
– Мәсет һалыуҙы башларҙан алда иң тәүҙә ауылда мәхәллә төҙөлдө, иғәнә йыйыу өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнде, – ти имам-хатип Нәғим хәҙрәт Дәүләтбаев. – 2010 йылдың 28 авгусында урын­дағы дини ойошманың сираттағы ул­тырышы үтеп, унда мәсет төҙөй башларға ҡарар ителде. Октябрҙә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин буласаҡ иман йортоноң нигеҙенә Ҡөрьән уҡып, изге башланғысҡа фатихаһын бирҙе. Дүрт йыл тигәндә төҙөлөштө уңышлы атҡарып сыҡтыҡ.
Ауылдаштарҙың дөйөм тырыш­лығы менән асыла иман йорто. Һәр кем, башланғыстың изге төйәге, киләсәге өсөн әһәмиәтен тәрән аңлап, төҙөлөшкә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ынтыла. Берәүҙәр биләмәне кәртәләп алыу­ҙа, икенселәр бинаның эске-тышҡы эштәрен атҡарыуҙа бу­лыш­лыҡ итә. Төҙөлөшкә аҡсалата ярҙам күрһәткәндәр иһә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ.
Мәсеттең исеме – “Самыш”. Ауылдың боронғо атамаһы шулай булған икән. Ата-бабанан ҡалған ер-һыу исемдәрен онотмау, улар ҡалдырған аманаттарға тоғролоҡ билдәһе был. Иман йортон асыу тантанаһына йыйылған ауылдаштар, ҡунаҡтар ошоно айырып бил­дәләне. “Бигерәк матур, боронғо исем ҡушылған. Мәсетебеҙ үт­кәндәр менән киләсәкте бәйләп торор изге урын булыр. Ауылыбыҙ оло юл буйында ятҡанлыҡтан, мосафирҙарға ла туҡтап доға ҡылыр, хәйер-саҙаҡа һалыр урынға әйләнер”, – тиеште өлкән йәштәгеләр.
Берҙәмлектең сағыу өлгөһөЯугилделәрҙең шатлығын уртаҡлашырға ситтә йәшәгән ерҙәштәре, данлыҡлы ауылдаштары, быуын-быуын туғандар күп­ләп килгәйне. Тантанала шулай уҡ Ғафури районы Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәген­дәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙ­мәткәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, күренекле сәсәниә Розалия Солтангәрәева, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Роберт Юлдашев (өләсәһе – ошо ауылдан), “Мәрхәмәт” фонды етәксеһе Гөлшат Нуриәхмәтова, “Табын” яҡташтар клубы рәйесе Раилә Урманшина, “Промтехсервис” йәм­ғиәте директоры Азамат Ур­ман­шин, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Харис Шәрипов, имам-хатиптар һәм башҡалар ҡатнашты. Улар һәр береһе мәсет асылыуға ҙур шатлыҡ кисереүен әйтте, “Самыш” ишегенең бер ваҡытта ла бикле тормаҫына, унда өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да күпләп килеренә, йәш быуынға ғилем таратылырына, байрамдар уҙғарылырына, Аллаһ йортоноң Яугилденең әҙәп-әхлаҡ, ҡот таратыусы изге мөйөшөнә әйләнеренә ышаныс белдерҙе. “Иман бар ерҙә тел дә, мәҙәниәт тә, милләт тә һаҡланыр, халҡыбыҙ бер-береһенең, еренең ҡәҙерен белеп йәшәр”, – тине улар.
Тантаналы сарала төҙөлөштә ихлас ҡатнашҡан, халыҡты әйҙәп йөрөгән кешеләргә Башҡортостан мосолмандары Диниә наза­ратының, Ғафури районы Советы һәм хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ауылда иман йорто төҙөү эшен хәстәрләгән “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов та мәсетте булдырыуға ҙур көс һалған ауылдаштарын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Тантаналы саранан һуң “Самыш”та йәмәғәт менән тәүге өйлә намаҙы уҡылды, хәйер-саҙаҡа һалынды. Имам-хатип Нәғим хәҙрәт Дәүләтбаевтан беренсе дини ғилем алған мәктәп уҡыусыларының сығышы сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Мәсет асыу айҡанлы ойош­торолған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы артабан мәктәп ихатаһында дауам итте. Ул ифрат матур итеп биҙәлгәйне. Ауылдаштар бында элекке фотоһүрәттәр ҡуйылған мөйөштәр янында йылы хәтирәләргә бирелде, һәр нәҫел үҙенең шәжәрәһен ҡарап, туғандарын барланы, ризыҡтан һығылып торған өҫтәлдәр артында аралашып, һөйләшеп һүҙ бөтмәне.
Бында шулай уҡ йыр-моң, дәртле бейеүҙәрҙән торған матур концерт көтә ине. Уның араһында ауылдаштар, сәхнәгә сығып, бер-береһен байрам менән ҡотланы, тыуған төйәгенә бәйле йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Төйәгебеҙҙе, еребеҙҙе ҡурса­лайыҡ, йышыраҡ осрашып тора­йыҡ” тигән һүҙҙәр һәр сығышта оран булып яңғыраны.
Бер-береһен күтәреп, уңыш­та­рын күреп-белеп йәшәй яугилде­ләр. Байрамда йылы һүҙҙәр, бү­ләктәр ифрат күп булды. Шулай уҡ ғаиләләр, айырым кешеләр төрлө номинацияларҙа (“Иң татыу ғаилә”, “Иң матур йорт”, “Ауылдың иң өлкән кешеһе”, “Иң йәш сабый”, “Иң шәп кейәү” һәм башҡалар) билдәләнде.
Заман ауырлыҡтарына ҡара­майынса, тырышып донъя көткән, өй-ихатаһын бөхтә тотҡан, бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы яугилделәр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Булдырыр улар: һәр башланғыстың нигеҙендә татыулыҡ, уңғанлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш ята бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508