Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош асылы — мөхәббәт һәм хеҙмәт
Тормош асылы — мөхәббәт һәм хеҙмәт
Йәй — ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн тынғыһыҙ миҙгел. Әленән-әле умарталарҙы ҡарарға, бал ҡорттарының татлы ниғмәт ташыуын даими күҙ уңында тоторға кәрәк. Сәскәле осорҙа тулы кәрәҙҙәрҙән балды ваҡытында алып тороу мөһим. Был тәңгәлдә егәрлеләргә эш етерлек.


Шакир ауылында йәшәгән Садиҡовтар, күпләп умарта тот­ҡанлыҡтан, бигерәк тә йәй ур­таһында еңде нығыраҡ һыҙ­ға­нып ала. Улар менән осрашыуым эштәренең тығыҙ ваҡытына – ҡорттарҙың баҡса-йорт тирәләй гөжләп осоуы һәм бал ағыҙыу мәленә — тура килде. Әле һаман ҡартайырға ашыҡмай, етеҙ йүгергеләп йөрөгән Рәүил Садиҡовҡа 85 йәште һис бирмәҫһең! Һуғыш йылдарының яфаларын етерлек татыған тыл һәм хеҙмәт ветерандарының бөгөн дә ҡул ҡау­шырмай, йәштәрҙән ҡа­лыш­май донъя көтөүенә ғә­жәп­ләнергә лә түгел, сөнки ҡы­рыҫ һәм аяуһыҙ йылдар, аслыҡ-яланғаслыҡ, юғалтыуҙар һәм өҙлөкһөҙ хеҙмәт уларҙы ғүмер­леккә сыныҡтырған, рухтарын нығытҡан. Шуға ла оло быуын­дың әүҙем тормошо һәр кемдә һоҡланыу уята, күптәр өсөн фәһемле һабаҡ булырлыҡ.
1954 йылда ғаилә усағы ҡабыҙған Рауза һәм Рәүил Са­диҡовтар тормош һынауҙарына бирешмәй, итәк тултырып балалар үҫтерә. Тәүҙә йорт һатып алһалар, һуңынан үҙ көстәре менән яңыһын ҡалҡыталар.
Рәүил Дилмөхәмәт улының 12 йәштән ауыр ер эшенән башланған хеҙмәт йылъяҙмаһы тулыланғандан-тулылана. Ат ҡарай, яҙғы сәсеүҙә һабан артына баҫа, көҙөн көлтә ташый, Ҡарлыманға ашлыҡ илтеүҙә лә ҡатнаша, Белорет урмандарында ағас ҡырҡыуҙан дә ситтә ҡалмай ул. Рауза Әғләметдин ҡыҙы менән бергәләп совхозда быҙау ҡарайҙар. Артабан Рәүил Дилмөхәмәт улы ҡулла­ныу­сылар йәмғиәтенә күсә. Ошо өлкәләге 28 йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән баһалана.
Рауза Садиҡова ғәзиз­дә­ре­нә, иренә иғтибарын, һөйөүен йәлләмәй. Өй мәшәҡәттәренән тыш, ауыл Советында йыйыштырыусы, магазинда һатыусы була. Гектарлап сөгөлдөр эш­кәртеүҙә лә ал-ял белмәй. Шул саҡтарҙы хәтеренә төшө­рөп, хужабикә:
— Үҙем — Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылынан. Рәүил менән мине эш таныштырҙы тиһәм дә була: бер йыйылышта президиумға һайланғайныҡ. Беҙҙе заман төр­лө яҡлап һынаны. Рәүил менән татыу, берҙәм булғас, тормош ауырлыҡтары күңелде төшөр­мәне. Бик тырыш, егәрле булды ирем. Ана бит, әле лә тик ултыра белмәй, — тип тормош иптәшенең тынғыһыҙлығына ишараланы.
Рәүил Дилмөхәмәт улы ла хәләл ефетенә бик рәхмәтле:
— Бәләкәйҙән ҡулдар һө­йәл­ләнде. Үтә ауыр дәүерҙең ҡы­йынлыҡтарын еңеп, ошо йәшкә етеүемә ана шул хеҙмәт сә­бәпселер. Аяғым һыныуына ҡа­рамаҫтан, бирешмәнем. Әл­дә янымда хәстәрле ҡатыным бар, тип һөйөнәм. Йорт-ҡура мәшә­ҡәтенән бушамайбыҙ, кө­нө бу­йы аяғөҫтө беҙ.
Бал менән туп-тулы рамдар­ҙы ташыған Рәүил Садиҡов өй­ҙә осоп йөрөгән ҡорттарҙы ҡы­уып маташҡанымды күреп, мәрәкәләп тә алды. Хәләл ефе­те татлы ризыҡты ҡыуыусы ҡулайламаны әйләндерә-әйлән­дерә һүҙен дауам итте:
— Иңде-иңгә терәп татыу­лыҡта йәшәүебеҙгә быйыл июл­дә 60 йыл тулды. Шөкөр, тип ҡуябыҙ. Бала-сағабыҙ, буй еткереп, ҡошсоҡтарҙай таралышты. Дүрт ҡыҙ өйөбөҙ биҙәге булһа, алты улыбыҙ – терәк-таянысыбыҙ. Һәр береһенә яҡшы тәрбиә бирергә тырыш­тыҡ. Тыуған йорттарына тартылып торалар. Рөстәм улыбыҙ беҙҙең менән йәшәй.
Гәүһәр туйҙарын билдәләп, үткән йылдарҙы барлай-барлай, ун балаһының, 17 ейән-ейәнсәре һәм ете бүләһенең шатлыҡ-ҡыуаныстарын ур­таҡ­ла­шып йәшәй Герой-әсә Рауза Әғләметдин ҡыҙы һәм хеҙмәт ветераны Рәүил Дилмөхәмәт улы. Туҡһанды ваҡлаған аҡһа­ҡал менән ағинәйҙең яҙмышы кешеләрҙе бары мөхәббәттең, хеҙмәттең йәшнәтеп йәшә­те­үенә ысын мәғәнәһендә инандыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514