Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Изгелек теләп үтә көндәрем”
“Изгелек теләп үтә көндәрем”
Борай районының Әжәк ауыл биләмәһендә ошо йылдарҙа ғына өс кеше 100 йәшкә етте. Уларҙың икәүһе Әжәктән булһа, береһе – Алдар ауылынан.

Уҙған быуаттың 14-се йылында Ал­дар ауылында Тә­ғәри­фулла ағай ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килә. Һөйөнөстәренең иге-сиге булмаған ата менән әсә уға “юғары, өҫтөн” тигәнде аңлатҡан Миңлемәрфуға исемен ҡуша. Тәүге бала ҡыуаныстың ҙурыһын, шатлыҡтың ысынын татыта йәштәргә. Ун йыл буйы үҙен генә иркәләйҙәр, сөнки һеңлеһе Райхан – 1925, ә ҡустыһы Фәтих 1927 йылда ғына тыуа (улар ҙа һикһән йәшкә етеп, оҙон ғүмер кисереп, баҡыйлыҡҡа күсте).
Һәр ауыл балаһы кеүек үк бөтә эшкә өйрәнеп, әсәһенең уң ҡулы булып үҫә Мәрфуға. Тәрбиәле, күркәм холоҡло һылыу 1933 йылда ошо уҡ ауыл егете Сәлихйәнгә кейәүгә сыға, бер-бер артлы биш бала таба. Иренә кәңәшсе, ярҙам­сы булып, тормоштарын көйлө генә көткәндә, бөтә илде ҡара ҡайғыға һа­лып, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мәрфуға Сәлихйәнен башҡалар менән бергә ут эсенә оҙата.
Аслыҡ йәнде өшөтә, һуғыш ваҡытын­да балаларҙы нисек тә һаҡлап ҡалыу, ҡәйнә, ҡайынһеңлене бағыу йәш ҡатын өҫтөндә була. Ул йылдарҙағы ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшкән ауыр тормош, колхоз эше, фронт өсөн барған тылдағы көсөргәнешле хеҙмәттең йәндәрҙе тетрәндерерлек булғанлығын бөтәбеҙ ҙә белә һәм аңлай.
Ҡурҡыныс төш кеүек һуғыш артта ҡала, балаларҙың атаһы, һәр ғаиләнең шул саҡтағы оло хыялын тормошҡа ашырып, иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Биш баланың һәм тағы ла тыуасаҡ бишеһе­нең бәхете, Мәрфуғаһының тоғро һөйөүе ут эсенән алып сыҡҡандыр уны.
Йылдар ауыр булһа ла, биреш­мә­йенсә тырышып донъя көтә улар. “1951 йылда ғына икмәкте ауыҙ тултырып ашай башланыҡ”, – тип хәтерләй Мәр­фуға әбейҙең балалары. Көн аралаш мейес төбөнә 11 икмәк һала, төн ултырып ойоҡ-бейәләй бәйләй әсә кеше. Атайҙары колхозда һуғышҡа тиклем – келәт мөдире, унан ҡайтҡас, ферма мөдире вазифаларын башҡара. Лайыҡ­лы ялға сыҡҡас та, 15 йыл дауамында халыҡтан һөт йыя. Уның вафатына ла 21 йыл инде.
Күп балалы ғаиләлә бер-береһен ҡарашыу, ярҙамлашыу, туған йәнлелек сифаттары, хеҙмәттең матур, етеш тормош сығанағы икәнен аңлап үҫеү Сә­лих­йән менән Мәрфуғаның ҡыҙ һәм улдарына ғүмерлеккә һеңеп ҡала. Йәй көндәре кесерткән йыйып, уны киптереп, килоһын 40 тингә тапшырып, балалар ҙа өҫ-башты йүнәтеү өсөн аҡса эшләй. Атай-әсәй тапҡанды ғына көтөп ултырһаң, әлбиттә, үтә лә ауырға тура килер ине.
Мәрфуға инәйҙең балалары менән әңгәмәләшкәндә: “Атайығыҙҙың һеҙҙе тәрбиәләгәндә ниндәй һүҙҙәр ҡулланы­уын хәтерләйһегеҙме?” – тип һораным. “Уның ни әйтергә теләгәнен һүҙҙәре түгел, күҙҙәре аңлата ине. Ҡарашынан бөтәһен дә төшөнөп тораһың. Өлгөлө атай булды. Әсәйебеҙ менән икеһе лә матур йәшәү өлгөһөн аңлатып үҫтер­ҙеләр”, – тип яуапланы улар. Эйе, ун баланың (бер малайҙары вафат) бөтәһе лә йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, һоҡ­ланыр­лыҡ ғаилә ҡорған, йәмле итеп донъя көтә. Был тыуған оя тәрбиәһенең йоғон­тоһо, әлбиттә.
Мәрфуға инәйҙең йәмле йәй айҙа­рында 100 йәшлек юбилейын билдәләр­гә балалары илебеҙҙең төрлө төбәгенән ҡайтты. Юбилярҙы оло ғүмер байрамы менән ҡотларға район хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Рифат Шафиҡов, райондың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Хәтмулла Әхмәҙишин, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миләүшә Йәнгирова, Әжәк ауыл биләмәһе баш­лығы Айрат Мөхәйәров килде. Улар тәб­рикләү һүҙҙәрен әйтеп, 100 йәшлек инәй менән ғорурланыуын белдерҙе, бүләк­тәр тапшырҙы. Районыбыҙҙың даны – хеҙмәт һәм тыл ветеранына Рифат Заһит улы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм район хакимиәте баш­лығы Борис Нурисламовтың ҡотлау хаттарын тапшырҙы:
– Мәрфуға Имаметдинова кеүектәр – бөгөнгө көндөң, тыныс тормоштоң нигеҙен һал­ған кешеләр. Ундайҙарҙың һәр береһе­нә һәйкәл ҡуйырлыҡ! – тип һоҡланыу ҡатыш ололау һүҙҙәрен еткерҙе етәксе.
100 йәшлек инәйебеҙҙең бер ҡасан да дауаханала ятҡаны булмаған. Тын­ғыһыҙ кешенең сабырлығы, ваҡ сырхау­ҙарға иғтибар итмәүеме, әллә тә­биғәт­тән бирелгән ныҡлы һаулығымы (ҡолағының бер аҙ насар ишетә башлауын иҫәпкә алмағанда) быға сәбәп? Тәүге балаһына 80 йәш инде инәйҙең. Бөтәһе лә әсәй тип өҙөлөп тора. Бәхетле әсәнең көйөнөргә уйында ла юҡ. “Ҡыҙым килә, улым ҡайта”, – тип намаҙлығында изге теләктәр теләп, доғаларын уҡып ҡына ултыра. Туғыҙ балаһы менән алтмыштан ашыу ейән-ейәнсәре уның йылыһын тойоп йәшәй, хәлен белешеп тора. Йәй ҡыҙҙары ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөтһә, ҡышын Да­нил улында була. Килене лә үҙе кеүек уңған, тынғыһыҙ, әҙерләгән ризыҡтары килешә, тап ҡәйнәһенеке кеүек уңып бешә. Һикһән йәштән уҙған әсәһе менән ҡәйнәһен бөтә ихласлығын биреп ҡарай ул. Яҡшы тәрбиә, йылы өй, наҙлы ҡараш – олоғайған көндә һәр кешегә лә иң кәрәклеһе.
Зиһене теүәл, хәтере яҡшы, ҡарап тороуға 85 йәштәрҙән дә артыҡты биреп булмай инәйгә. Яғымлы йөҙө, наҙлы һүҙҙәре, арҡанан тупылдатып һөйөүе күңелдәргә рәхәтлек бирә.
– Шифалы шишмә һыуын эсеп, йор­тоғоҙҙа етештерелгән ризыҡтарҙан аш-һыу әҙерләп ашаһағыҙ, бер минут та тик тормай файҙалы эш менән шөғөллән­һәгеҙ, өйөгөҙ ҙә, йорт-ерегеҙ ҙә сәскәләй балҡып торһа, игелекле балаларығыҙ күп, уйҙарығыҙ изге булһа, һеҙ ҙә 100 йәшкә етерһегеҙ, – тине, ихлас йылмайып, иң бәхетле ҡатындарҙың береһе. – Ауылда, саф һауала тәбиғәт ҡосағында йәшәнек, сабыр ғына тормош иттек, үҙебеҙ тураһында уйларға ваҡыт та булманы. Әле лә балаларыма, кешеләргә гел изгелек кенә теләп үтә көндәрем. Күгебеҙ бер үк тыныс булһын, ил ағаларына сабырлыҡ бирһен Хоҙай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509