Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сабыйҙарҙы үгәйһетмәйек
Стәрлебаш ауылында сәләмәтлеге сикләнгән балалар өсөн махсус мәктәп-интернат 1999 йылдан бирле эшләй. Унда нигеҙҙә Стәрлебаш, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ишембай райондарынан килгән балалар уҡый. Аҡыл яғынан үҫешеп етмәгән балалар менән педагог-психолог, дефектолог һәм логопедтар шөғөлләнә.

Мәктәптә уҡыу өсөн махсус йыһазландырылған логопед, психолог, информатика кабинеттары, спорт залы бар. Донъяны танып белеү, телмәрҙе үҫтереү йәһәтенән педагогтар ҙур эш башҡара. Мәктәп-интернат «Баш­ҡортостандың яңы гражданын формалаштырыу» прог­рам­маһы буйынса эшләүен дауам итә. Тәрбиә­­ләнеү­селәр Балалар ижады йортонда шөғөлләнә, музейҙарға йөрөй, ижади конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Башҡортостан Мәғариф министрлығы инициативаһы буйынса коррекцион мәктәптәр өсөн үткәрелгән махсус олимпиадала ҙур уңышҡа өлгәш­те­ләр. Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙы ошо мәктәп педагог­тарына ышанып тапшырабыҙ. Улар бында яҡшы ҡа­рал­ған, тәрбиәле, тамаҡтары туҡ, тейешле белем алалар.
Беҙҙең алға быйыл ҙур проблема килеп баҫты. Коррекцион мәктәпте район үҙәгенән ауыл еренә күсерергә теләйҙәр. Тормай ауылындағы мәктәп бинаһын тәҡдим итәләр. Ул Стәрлебаш ауылынан 10 километр алыҫ­лыҡта, оло юлдан 800 метрҙа урынлашҡан. Ҡышын юл таҙартылмай, ә ауырыу балаларға көнөнә ике-өс тапҡыр «Ашығыс ярҙам» саҡыртырға тура килә. Ауылға күсеү балаларҙы медицина ярҙамынан мәхрүм итәсәк. Яңы бина коррекцион мәктәп талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй.
Хоҙай тарафынан рәнйетелгән балаларҙы ниңә йәнә үгәйһетергә һуң? Коррекцион мәктәп-интернатты Тормай ауылына күсереү балаларҙы заманса тәрбиә сараларынан, уңайлыҡтарҙан мәхрүм итеү тигән һүҙ.
Хөрмәтле редакция! Матбуғаттың көсөнә ҙур ышаныс менән балаларыбыҙға ярҙам итеүегеҙҙе — коррекцион мәктәпте ауылға күсереүгә юл ҡуймауығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ.
Ата-әсәләр исеменән: С. Сәйфетдинова,
Р. Әхмәтова, Ф. Сәлишев, А. Гәрәева,
С. Собханғолова, Р. Мәүликәева,
Р. Әхмәтвәлиева, Ф. Ғайсарова һәм башҡалар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506