Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп табыш – һөттән
Төп табыш – һөттән
Бөгөн баҙар иҡтисады шарттарына яраҡлашып, үҙ эшен булдырғандар һаны арта. Айырыуса ауылдарҙа эшһеҙлек арҡаһында йәки лайыҡлы эш хаҡы түләнгәнен таба алмаған йәштәр, тәүәккәлләп, үҙ юлын һайлай. Сыңғыҙ ауылынан Ураҙбаевтар ғаиләһе – тап шундай йүнселдәрҙән.

Нияз ­­Ураҙбаев эшҡыуарлыҡҡа 2006 йылда килә. Үҙ эшен булдырып, таҡта ярыу цехы асып ебәрә. Ошонда эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, бизнес алып барыуҙың нескәлектәренә төшөнә, ҡыҫҡаһы, был тәңгәлдә тәүге сынығыу ала. Тора-бара йәш эшҡыуар ауыл хужалығы тармағында үҙен һынап ҡарарға теләй. Тормош талабы үҙенекен итә: матур итеп донъя ҡорам, ғаиләмде ҡарайым тигән кеше, алма беш – ауыҙыма төш, тип ята алмай.
– 2010 йылда пай ерҙәрен арендаға алып, 70 гектарҙа иген сәстем. Әлбиттә, еңелдән булманы. Айырыуса тәүге йылдарҙа. Яйлап эштәр алға барған кеүек, тик көтөлгән уңыш кеше хеҙмәтенән генә тормай, уға һауа шарттары ла йоғонто яһай. Быйыл, мәҫәлән, 140 гектарҙа иген һәм техник культуралар сәстем. Бынан тыш, былтыр 40 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр сәсеп ҡалдырҙым – әле шунда бесәнгә төштөк, – ти Нияз Рәжәп улы.
Тәүәккәл эшҡыуар 2012 йылда “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы” дәүләт программаһына инә. Ауыл эргәһендә майҙаны 410 квадрат метр тәшкил иткән ферма төҙөй. Яйлап мал һанын арттыра. Һыйыр малын һатып алыуға киткән сығымдарҙың яҡынса 40 проценты субсидия аша эшҡыуарға кире ҡайтарыла. Бөгөн ғаилә фермаһында 57 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 31-е – һауын һыйыры. Нияз Ураҙбаев эш урындары булдырған. Фермала бер һауынсы, бер быҙау ҡараусы һәм ике малсы тир түгә. Тағы миҙгелле эштәргә ваҡытлыса эшселәр йәлеп ителә.
Ғаилә һөтсөлөк фермаһында көндәлек тулайым һауым уртаса 300 килограмм тәшкил итә, шуның 260-ы “Мәләүез-һөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Баймаҡ-һөт” филиалына тапшырыла.
Ауыл хужалығында техникаһыҙ бер аҙым алға китеп булмай. Шәхси эшҡыуарҙың хужалығында бөгөн бер “ДТ-75”, ике “МТЗ-82.1” тракторы, “КамАЗ”, төрлө агрегаттар бар. Былтыр бер “Беларус”ты тағылмалы урғысы менән бер миллион һумға һатып ала. Быға Хөкүмәт тарафынан субсидия бирелгән.
Килә­сәк­тә малсылыҡ, игенселек тармаҡтарын киңәйтеү, иген һаҡлау өсөн махсус келәттәр төҙөү пландары менән йәшәгән ныҡышмал эшҡыуарҙың ныҡлы тылы – ғаиләһе бар. Тормош юлдашы Зәлиә Ҡорбанғәле ҡыҙы ҡағыҙ эшен, бухгалтерияны алып бара. Йәштәр Арыҫлан исемле ул менән Эльвина исемле ҡыҙ тәрбиәләй.
Ауылда ошондай ғаиләләрҙе күреп, күңел һөйөнә. Аҡса табам, тип ярты ғүмерен сит яҡта уҙғарыуға­ ҡарағанда, йәнтөйәгендә күңеленә ятҡан шөғөл табып, башҡаларға эш урыны булдырып йәшәгән йәштәр тик маҡтауға лайыҡ. Аяғына ныҡлы баҫырға ынтылған эшҡыуарға күтәрелеп китһен, эше уңһын тип теләргә генә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509