Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яуаплылыҡ талап иткән һөнәр
Яуаплылыҡ талап иткән һөнәр
Металлургтарҙан тыш иҡтисадтың бер тармағы ла үҫешә алмай. Тимәк, ауыр һәм еңел сәнәғәт предприятиеларының эшмәкәрлеге, шулай уҡ һәр кешенең көндәлек тормошо ла ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең ҡатмарлы һәм кәрәкле һөнәренә бәйле.

Хәйбулла районының бөгөнгө социаль-иҡтисади үҫешен “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ ак­ци­онерҙар йәмғиәтенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Төбәктең сәнәғәт флагманы булған был пред­приятиеның үҙенең йолалары бар, улар иҡтисади күрһәткестәре һәм ҡаҙаныштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Яуаплылыҡ талап иткән һөнәрЯңыраҡ Бүребай таусылары өсөн күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды: ниһайәт, улар 220 метр алыҫлыҡтағы вентиляция квершлагын “Көньяҡ” шахта үҙәгенә тоташтырҙы. Был юл яңы мәғдән ятҡылығын вентиляция, йәғни саф һауа менән тәьмин итәсәк.
Комбинаттың генераль директоры Рөстәм Аблаев әйтеүенсә, эш 2008 йылда башланып, һуңғы ике йылда тотҡарлыҡһыҙ дауам ителгән. Планға ярашлы, “Көньяҡ” шахта үҙәгенең сәнәғәт майҙансыҡтары объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, ер өҫтөндәгеләрен төҙөү быйыл тамамланһа, тау-ҡаҙылма байлыҡ сығарыу урындарында шахтерҙар телендәге “проходка” эшен алып барыу 2016 йылға тиклем ҡаралған. Барлыҡ эш “Октябрь” ер аҫты руднигы начальнигы В.М. Рәхмәтов етәкселегендә тау-капиталь эштәре участкаһы хеҙмәткәрҙәре көсө менән атҡарыла.
Бөгөн бында Сибайҙың “Газпром” йәмғиәте эшселәре тарафынан 2 300 метр араға газ торбалары һуҙыла. Комбинаттың үҙ көсө менән 655 метр арауыҡта һыу торбалары һәм 1000 метр оҙонлоҡта янғынға ҡаршы торбалар һалына, шулай уҡ хужалыҡ-көнкүреш өсөн канализация эштәре лә башҡарыла.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ҡасаба, шулай уҡ тотош район инфраструк­тураһына, уның социаль үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Предприятие хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын Бүребай ауылы урамдарына экологик өмәләргә сыға, ветерандарға ярҙам күрһәтә. Ҡасабалағы бер генә сара ла комбинат ярҙамынан тыш үтмәй.
Рөстәм Аблаев билдәләүенсә, металлургия тармағында үҙ эшенә бирелгән кешеләр генә йыйылған, сөнки был һөнәр яуаплылыҡ ҡына түгел, ғөмүмән, иң көслө сифаттарҙы талап итә. Сынығыу, һәр саҡ маҡсатҡа ынтылыш Бүребай металлургтарына барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә лә инде.
Комбинат эшселәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшеү­ҙәрен, предприятиеның киләсәктә лә төбәктә иң ҡеүәтле сәнәғәт флагманы булып ҡалыуын теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511