Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырым һәр саҡ беҙҙеке булды
Украиналағы хәлдәр ҡырҡыулашҡандан-ҡырҡыулаша. Был берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Шул иҫәптән мине лә, сөнки тормошомдоң иң матур йылдары – йәшлегем – тап Ҡырымда, Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәттә үтте.


1961 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, буласаҡ ҡатыным Миңзәлә менән Миәкә районының Бикҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә юлландыҡ. Коллективта йәштәр күп. Көс-дәрт ташып торған саҡ. Белем биреү менән бер рәттән, концерт бригадаһын ойоштороп ебәрҙек. Күрше ауылдарға сығып, халыҡтың күңелен күтәрәбеҙ.
Күп тә үтмәне, тыуған көнөмдә ҡулыма повестка тотторҙолар. 13 ноябрҙә йөк машинаһына ултырып район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәгә юлландым. Шул уҡ көндә 60-лаған егет Өфөләге йыйылыу пунктына килеп еттек. Комиссия үткәндән һуң, ике көндән 70 кешегә плацта теҙелергә ҡуштылар. Ҡара диңгеҙ флоты билдәләре сағылған формалағы кешеләрҙе күргәс, ҡайҙа хеҙмәт итәсәгебеҙҙе аңланыҡ.
Плацкарт вагондарҙа бик күп ҡалаларҙы үттек. Харьков вокзалы айырыуса хәтерҙә ҡалған. Заманында ул Советтар Союзындағы иң ҙур һәм матур вокзал һанала ине. 30 минутҡа туҡтаныҡ. Беҙгә вокзалды ҡарап сығырға рөхсәт иттеләр. Ул осорҙа хеҙмәттән ҡасыу тураһында берәү ҙә уйлап та ҡарамай ине. Беҙҙең быуын илһөйәрлек рухында тәрбиәләнде.
Ҡырым муйыны – Перекоп аша үткән мәл әле лә күҙ алдында: Сиваш – Серек диңгеҙ, Ҡырым далалары, Джанкой ҡалаһы, икһеҙ-сикһеҙ йөҙөм баҫыуҙары, сәскәгә күмелгән баҡсалар... Өс көндән Симферополгә килеп еттек. Оҙаҡ көттөрмәй, һайлап алыу комиссияһы һынау эшен башланы. Ете кешене юғары баҫымлы барокамераға индерҙеләр. Хәлең насараймаһа, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә алаһың. Күреү һәләтемде тикшерҙеләр. Мин дальтоник булып сыҡтым. Тимәк, кәмәгә алмаясаҡтар. Диңгеҙ авиацияһына тәғәйенләнеләр.
150 кешене поезға тейәп, Николаев ҡалаһына уҡырға ебәрҙеләр. Беҙ килеп еткәндә ярайһы эҫе көн ине. Кубрикка инеп, крандан һыу эсергә булдыҡ. Һыуҙы ауыҙға алырлыҡ түгел, тоҙло. Старшина әйтеүенсә, ҡала халҡының бер өлөшө һыуҙы Көньяҡ Буг йылғаһынан ала. Ә ул, лиман барлыҡҡа килтереп, диңгеҙгә ҡоя, шуға ла һыуы тоҙло икән. “Өйрәнерһегеҙ”, – тине старшина. Ысынлап та, һигеҙ айҙан хеҙмәт урынына ҡайтҡас, ғәҙәти һыуға тоҙ һалып эсә инек.
Мин Симферополдән 20 саҡрым алыҫлыҡтағы Гвардейское ҡасабаһы янындағы “Ту-16” самолеттарының диңгеҙ авиацияһы базаһында хеҙмәт иттем. Беҙ самолеттан караптарға осоролған ҡанатлы ракеталарҙы хеҙмәтләндерҙек. Заманында был ракеталар хәүефле ҡорал була торғайны. Летчиктар, дошман карабын күреү менән, 250 саҡрымдан ошо ракетаны төҙәй, ул мотлаҡ сәпкә тейә ине.
Мин хеҙмәткә алынғанда Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға ун алты йыл тулғайны. Шуға күрә офицерҙар составының яртыһын һуғыш ветерандары тәшкил итте. Улар беҙҙе ҡыйырһытманы, атайҙарса хәстәрлек күрҙе, һуғыш михнәттәре тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Хәрби коллективтарҙа ул осорҙа тәртип ҡаты, әммә ғәҙел ине. Беҙ “дедовщина”ны белмәнек. Олораҡтар ҡыйырһытманы, беҙҙе тиң күрҙе. Улар офицерҙарҙан өлгө алғандыр, моғайын. Подразделениела 21 милләт егете хеҙмәт иттек. Был ысын интернационализм, бөйөк дуҫлыҡ сағылышы ине.
1962 йылдың октябрендә Куба көрсөгө башланды. Совет ракеталарын Кубала урын­лаштырыуҙы белгәс, АҠШ был илде блокадаға алды. Хәл ҡырҡа ҡатмарлашты, өсөнсө донъя һуғышы башланыу хәүефе тыуҙы. Беҙҙе аэродромдың осоу һыҙаты эргәһендәге палаткаларға урынлаштырҙылар. Бөтә самолеттар һәм ракеталар юғары әҙерлек дәрәжәһенә килтерелде, улар Урта диңгеҙ яғына йүнәлтелде. Бәхеткә күрә, СССР менән АҠШ һөйләшеп, килешеүгә өлгәште. Беҙ – Кубанан, улар Төркиәнән ракеталарҙы алды.
Хәрби әҙерлек менән бер рәттән, комсостав әхлаҡи-рухи, психологик үҫешкә лә ҙур иғтибар бирҙе. Подразделениелар, хәрби частар араһында спорт ярыштары даими уҙғарылды. Күптәр художество-үҙешмәкәрлек түңәрәгенә йөрөнө, концерттарҙа сығыш яһаны. Мәҫәлән, мин баянда башҡорт көйҙәрен уйнай инем, Әбйәлил районынан Валерий Абдрахманов “Перовский”ҙы дәртләнеп башҡара торғайны. Симферополгә, Севастополгә, Баҡсаһарайға экскурсиялар ойошторолдо.
Армия менән флот ауыл хужалығы предприятиеларына даими ярҙам күрһәтергә тырыша ине. Беҙҙе йыш ҡына Белогорск районына виноград йыйырға йөрөттөләр. Халҡы ихлас, ҡунаҡсыл. Әле ошо районды республикабыҙҙың шефлыҡҡа алғанына бик ҡыуандым.
1963 йылда Ҡырым тауҙары урманындағы янғынды һүндереүҙә ҡатнашыуыбыҙ хәтеремдә. Беҙҙең база 800 метр бейеклектә урынлашҡайны. Ә түбәндә, диңгеҙ ярында – “Артек” Бөтә Союз пионер лагеры. Тәбиғәт ҡазаһына ҡаршы урындағы халыҡ менән бер нисә көн көрәштек һәм утты тулыһынса һүндерҙек.
Ул йылдарҙа хөкүмәт кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирҙе. Мин хеҙмәттән бушатылғанда, Офицерҙар йорто ҡарамағындағы вузға инергә әҙерлек курстары ойошторолдо. Уларҙы тамамлағас, июль аҙағында беҙҙе ғариза биргән уҡыу йорттарына ебәрҙеләр. Мин Өфөгә юлландым. Бөтә имтихандарҙы тик “бишле”гә биреп, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға индем. 1968 йылда уны тамамлағас, йүнәлтмә ҡағыҙы буйынса ғаиләм менән Ғафури районының Ҡауарҙы мәктәбенә килдем. Йыл ярым ошонда эшләгәндән һуң, ВЛКСМ-дың Ғафури район комитетында, КПСС-тың район комитетында, артабан 18 йыл “Красноусол” балалар шифаханаһы директоры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым.
Ҡырымдың Рәсәйгә әйләнеп ҡайтыуына сикһеҙ шатмын. Тарихи ғәҙеллек тантана итте тигән фекерҙәмен, сөнки Ҡырым һәр саҡ илебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булды һәм шулай ҡалырға тейеш тә.

Рәфҡәт НИҒМӘТУЛЛИН,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы,
запастағы капитан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519