Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар Һут йыйыу осоро

Төп бал йыйыу мәле – умартасының хеҙмәтенә йомғаҡ яһау ул. Ләкин был һәр умарталыҡта ла бер төрлө булмай. Ҡайһы бер умартасылар һәр күстән йөҙәр килограмлап бал алған йылда бүтән күстәр үҙҙәрен ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ менән дә тәьмин итә алмай.

Балды күпләп алыу ҡорттарҙың умарталыҡтан осоу радиусына (1,5-2 км), баҫыуҙа бал һуты биргән үҫемлектәрҙең булыуына һәм һауа шарттарының торошона ныҡ бәйләнгән.
Үҫемлектәр һәм ағастар (ҡандала үләне, ҡарабойҙай, көнбағыш, йүкә ағасы) күпләп сәскә атыу менән ныҡлы бал йыйыу осоро башлана.
Ҡайһы бер йылда бал ҡорто ғаиләһе йүкәнән көнөнә 10-15 килограмм һут ташый һәм уны бал итеп эшкәртә. Бындай ҙур эште көслө күстәр генә (умартала 6-7 килограмм, йәки 60-70 мең бал ҡорто булғанда) башҡара ала. Шуның өсөн умартасылар бал һуты йыйыу осорона көслө ғаиләләр әҙерләргә тырыша, күстәр көсһөҙ булһа, хатта ике күсте берләштерә.
Төп бал һуты йыйыу осоро башланыр алдынан ояларҙы киңәйтәләр, икенсе һәм өсөнсө корпустар, магазин өҫтәмәләрен бирәләр. Корпус һәм магазиндар биргәндә (корпусҡа –12 кәрәҙле рам, ә магазинға 10 рам ғына урынлаштырыла), кәрәҙҙәр менән аралаштырып, бер нисә балауыҙлы рам да ҡуйырға кәрәк, был йәш ҡорттарҙың төҙөү һәләтен файҙаланыу өсөн эшләнә.
Ҡышлауға сифатлы аҙыҡты бал ҡорттары умартаға һутты күп килтергән көндәрҙә әҙерләй. Шуның өсөн тәүге йыйылған балды ваҡытлыса оянан алалар ҙа келәттә һаҡлап, бал һуты йыйыу осоро үткәс, уны кире ояға ҡуйыу – бик мөһим эштәрҙең береһе. Башҡорт­остан шарттарында бал һуты биргән үҫемлектәрҙең тигеҙ бүленмәүен һәм уларҙың төрлө ваҡытта сәскә атыуын иҫәпкә алған умартасылар күстәрен баҫыуҙан баҫыуға күсереп йөрөтә һәм мул уңыш алыуға өлгәшә.
Бал ҡорто ғаиләләрен күсереү – мәшәҡәтле эш, сығым да талап итә. Бал ҡорттарын ике тапҡыр күсереү өсөн киткән сығым һәр күскә ике килограмм бал хаҡына төшә. Уның урынына күсерелгән һәр күскә өҫтәмә рәүештә 15-20 килограмм бал алына. Тәүҙә бал ҡорттары урманда ҡурай еләгенән, йүкә ағасы сәскәһенән, айыу көпшәһенән һут йыйһа, һуңынан уларҙы ҡарабойҙай, көнбағыш баҫыуҙарына күсерәләр. Күсереү алдынан һәр ғаиләне ҡарап сығалар, ояларҙы киңәйтәләр, инә ҡорттоң барлығын асыҡлайҙар, балы тулы рамдарҙы оянан алып, бал айырталар.
Ояла ҡалған рамдарҙы урындарынан ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп нығыталар. Бының өсөн һәр рамда даими бүлгестәр булмаһа, рамдар араһына 12х20 миллиметр йыуанлыҡтағы һәм 10 сантиметр оҙонлоҡтағы ағас бүлгестәр ҡуйыла.
Ғәҙәттә, күсенеү урынына килгәс, бүлгестәргә теймәйҙәр, уларҙы төп умарталыҡта оя йыйғанда ғына алалар. Ояны елләтеүҙе көсәйтеү маҡсатында киндер япмаларҙы һирәк туҡыма йәки тимер селтәр менән алмаштыралар.
Кис, ҡорттар осоуҙан туҡтағас, кейәләрен ябып, умарталарҙы яңы урынға алып китәләр. Ҡорттар үҙ умарталыҡтарына кире осоп ҡайтмаһын өсөн уларҙы кәмендә 6-7 километрға күсерәләр.
Яңы умарталыҡта, күстәрҙе таратып ултыртҡас, кейәләрен асалар, ояны йылытҡыс мендәр менән ҡаплайҙар. Осҡан ҡорттарҙың юғалыуын булдырмаҫ өсөн уларҙың юлына, кейә тураһына эре үлән йәки ағас ботаҡтары һөйәп ҡуялар. Был осраҡта осҡан ҡорттар яйлап умартаның ҡайҙа ултырыуын асыҡлай ала, үҙ ояһын юғалтмай, тиҙ таба. Яңы умарталыҡта бал ҡорттары өсөн һыу сығанағы булыу ҙа бик мөһим.

Быны белергә кәрәк

Айыртыр өсөн умартанан баллы рамдарҙы алғанда, ике шартты үтәү мөһим. Беренсенән, оялағы балдың ҡорттарға ҡышҡы осорға етеү-етмәүен асыҡларға кәрәк; икенсенән, айыртырға алынған баллы рамдың өстән бер өлөшө көпләнһә, балда һыу аҙ була, һәм ул оҙаҡ боҙолмай һаҡлана. Эшсе ҡорттарҙың умарталыҡта тынысһыҙланып, оса алмай үлеү осрағы күп. Талпан ауырыуы көсәйгәндә ғәрипләнеп тыуған ҡорт оса алмай. Ағыулы сәскәләрҙән һеркә һәм япраҡ балы йыйғанда урта эсәге зарарланыу сәбәпле оса алмай үлә. Умарталыҡ тирәһендәге баҫыуҙарҙа ҡый үләндәренә ҡаршы химик көрәш алып барғанда ла күп эшсе ҡорттарҙың үлеү осрағы күҙәтелә. Бының төп сәбәбен белер өсөн оса алмаған һәм яңы үлгән ҡорттарҙы йыйып (50-100 дана самаһы), ветеринария лабораторияһына ебәрергә кәрәк.
Ҡайһы бер умартасы ҡорттарҙың үлеү сәбәбен үҙе лә асыҡлай ала. Бының өсөн ауырыу ҡорттоң урта эсәген ҡарау (тикшереү ҙә) етә. Әгәр ҡорт япраҡ балын ашап ауырыһа – эсәге ҡарая. Ағыулы сәскәнән һеркә йыйһа – һарғая.
Баҫыуҙарҙа ҡулланылған химик матдәләрҙән ауырыған ҡорттарҙың эсәге аҡһыл төҫтә була. Таҙа ҡорттоң эсәге – алһыу төҫтә.

Серле һөйләшеү

Бал ҡорттары тын алыу органдары һәм ҡанаттары ярҙамында тауыш сығара. Ә тауышты ҡабул итеү органдары аяҡтарында һәм мыйыҡтарында урынлашҡан. Күстәрҙе тәрбиәләгәндә, ҡорттарҙың тауышына ҡарап, умартасы ғаиләлә инә ҡорттоң булыу-булмауын еңел асыҡлай. Инә ҡорто булған күс яй ғына геүләй, ә булмағандары көслөрәк тауышлана.
Ғаиләлә инә ҡорт та, йәш үрсем дә булмаһа, был тауыш тағы ла көсәйә төшә. Бал ҡорттары, көндөң төрлө ваҡытында һәм йыл миҙгелдәренен үҙгәреүенә ҡарап, һәр башҡарған эштәренә хас тауыш сығара. Инә ҡорттарҙың үҙ-ара “һөйләшеүе” был мәғәнәле өндәрҙең иң мауыҡтырғысы булып тора. Был хәл бал ҡорто ғаиләһенән икенсе күс сығыу алдынан күҙәтелә. Бал ҡорттары күс айырыр алдынан биш-алты инә көбө яһай, уларға инә ҡорт йомортҡа һала. Беренсе күс менән оло инә осоп китә. Күс китеп, бер нисә көн үткәс, йәш инә ҡорттар өлгөрә. Алдараҡ өлгөргәне кәрәҙ өҫтөнә сыға. Бал ҡорто ғаиләһендә ике инәнең бер үк ваҡытта йәшәүе мөмкин түгел. Әгәр көтмәгәндә бер ғаиләлә ике инә булһа, улар араһында ҡаты көрәш башлана һәм береһе еңеп сыға. Ә икенсеһен, үлгәнен, эшсе ҡорттар умартанан сығарып ташлай. Шуға күрә икенсе күс сығыр алдынан инә ҡорттарҙың үҙ-ара “һөйләшеүен” тыңларға мөмкин.
Кәрәҙҙә йөрөгән инәнең тауышы бик асыҡ ишетелә. Өлгөртөп тә, инә көбөнән сығарырға рөхсәт ителмәгәненең тауышы алыҫыраҡ, тоноғораҡ ишетелә.
“Һөйләшеү” оло инә менән яңы өлгөргән йәше араһында ла күҙәтелә. Оло инә менән беренсе күс ел-ямғырһыҙ, матур көндәрҙә генә айырылып сыға. Көндәр боҙолоп, әйтәйек, ямғырҙар башланып китһә, беренсе күс айырылып сыҡмай, умартала ҡала. Шул apaлa (һигеҙ көндә) инә көбөндә йәштәре өлгөрөп етә. Бына шул ваҡыт оло инә менән йәштәре араһында “һөйләшеү” башлана. Оло инә беренсе күс менән айырылып сыҡҡансы, йәштәре көбө эсендә ҡала. Беренсе күс айырылып киткәс, “һөйләшеү” йәштәр араһында башлана. Сөнки бер умартанан бер нисә күс айырылыуы ихтимал. Инә ҡорттар өлгөргән һайын, күс айырылып китеп тора.
Тәжрибәле умартасылар бал ҡорто ғаиләһенә бер генә тапҡыр айырылырға шарттар тыуҙыра.
* Умарталыҡта айырылып сыҡҡан күстәр ҡунырлыҡ һарығыстар булдырығыҙ.
* Күс айырылып сыға башлаған ваҡытта ҡайһы һарығысҡа мелисса үләне (инә ҡорт үләне) һуты һөртһәгеҙ, күс шунда ҡунасаҡ. Беренсе күс ҡунғас, ҡалғандары ла ҡуныусан.
* Һарыған күсте япраҡ ярҙамында һыу менән еүешләһәң, шул һыу кипкәнсе ул урынында ҡаласаҡ.
Айырылып сыҡҡан күсте тотоп умартаға япҡанда, йыш ҡына ҡорттар ояла йәшәмәй, осоп сығып китә. Был осраҡта улар умартаны, кәрәҙҙәрҙе, умарта ултырған урынды оҡшатмай. Күсте ябыу серҙәре күп. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен умартасыларға тәҡдим итәбеҙ.
* Күсте кәмендә бер тәүлек самаһы һалҡын келәттә һаҡлайҙар.
* Күс ябыласаҡ умартаны күләгәле урынға, умарталыҡтан ситкәрәк урынлаштырырға тырышығыҙ.
* Күсте ябыр алдынан әҙерләнгән умартаға кәрәҙле һәм балауыҙлы рамдарҙы бер килограмм ҡортҡа дүрт рам иҫәбенән ҡуйығыҙ.
* Яңы ябылған күс умартаны ташлап китмәһен өсөн уға аҙыҡ бирмәгеҙ.
* Күсте умартаға кис (ҡорттар осоуҙан туҡтағас) ябалар.
* Күс умартала ҡалып, бер-ике көн үткәс, 3-4 килограмм бал, йә булмаһа, шәкәр шәрбәте бирегеҙ.
* Тәбиғи күс айырыу осоронда тәрбиәләнгән йәш бал ҡорто инәләрен ҡарт инә ҡорттарҙы алмаштырыу һәм күстәр һанын арттырыу өсөн мөмкин тиклем нығыраҡ файҙаланығыҙ.

И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519