Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ТӘРБИӘ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА
ТӘРБИӘ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА
Был тырыш, уңған ҡыҙҙы күптән беләм. Иң ҡыҙығы шул: осраған һайын ул йә конкурсҡа әҙерләнгән, йә бәйгегә китеп барған, йә еңеп ҡайтҡан була. Был юлы ла шулай килеп сыҡты: йәш педагог-психолог Светлана Хакутдинованы төбәк кимәлендә ойошторолған бәйгенән ҡайтҡан сағында тап иттем. Был юлы ул бар республиканан йыйылған 600 кеше менән көс һынашып, икенсе урын яулағайны.


Светлананың бихисап ярышта ҡат­нашыуы юҡтан ғына иҫкә төшмәне. Нисек кенә булмаһын, конкурстарға ҡала-район, ойошма-предприятие йөҙөн яҡларға бер кем дә төшөп ҡалғандарҙы ебәрмәй бит. Шулай булғас, был ҡыҙҙы ла, һиҙеп тораһығыҙҙыр, маҡтап ҡына телгә алырға ниәтләнәм. Маҡтарлыҡ та шул: һөнәре буйынса ике юғары белемле, кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. Иң мөһиме – хеҙмәт урынында тик уңыштарға өлгәшә ул!
Светлана Хакутдинова Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүле­гендә педагог-психолог вазифаһын башҡара. Төрлө бәләгә тарыған, ауыр хәлдә ҡалған, төшөнкөлөккә бирелгән балаларға ярҙам ҡулы һуҙа – күңелдәрен дауалай.
Әлбиттә, балалар (бигерәк тә тәр­типһеҙҙәр) араһында психолог булып эшләүе – ҙур һынау. Әммә белемле һәм үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙға был бер ни түгел. Хеҙмәттәштәре маҡтап ҡына телгә ала уны.
– Беҙҙең Светаны балалар ярата, – ти улар бер тауыштан.
Һынау. Ысынлап та, барыһына ла ирекле тормош, хөрриәт рухы хакимлыҡ иткән заманда йәш үҫмер быуынды шәхес итеүе, аяҡҡа баҫтырыуы ауыр. Ошо йәһәттән хатта “ата-әсә” төшөнсәһе юғала төшкән һымаҡ. Яңылыҡ күптәргә хуш килмәһә лә, бына ни өсөн мөһим психологтар ярҙамы, тимәксемен. Бала атлап барған һуҡмағынан ситкә тайпылған мәлдә кәңәш-төңәш ҡамасаулаймы ни?! Нисек кенә булмаһын, статистика шуны күрһәтә: психолог ярҙамында күптәр был тормошта үҙен таба.
– Һүҙ ҙә юҡ, беҙгә мөрәжәғәт итеү – һуңғы сик. Тик, нисек кенә үкенесле булмаһын, тормошта юғалып ҡалған үҫмерҙәр йышая бара. Сәбәптәре билдәле инде: замандың кире күренештәре – эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ, ғаилә алдындағы яуапһыҙлыҡ. Шул уҡ ваҡытта дәүләттең һәм йәмғиәттең дә ғәйебе етерлек.
Төрлө балалар менән аралашырға тура килә. Күберәк осраҡта эскесе ата-әсә арҡаһында яралана уларҙың күңеле. Хатта һөйләшергә, яуап бирергә лә ҡурҡҡандар бар араларында. Уйлап ҡына ҡарағыҙ әле: ниндәй кимәлгә еткергән сабыйҙарын араҡы ҡолона әйләнгән ата-әсә – үҙен уратып алған донъянан шикләнеп йәшәргә мәжбүр бит бахырҙар. Берҙәм дәүләт имтиханы биреүҙән ҡурҡыусылар ҙа бар пациенттар рәтендә. Тиҫтерҙәре араһында, мәктәптә баҙап ҡалған балалар менән дә аралашам.
Әлбиттә, бәләгә тарыған һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, яҡшы юлға баҫтырырға тырышабыҙ. Һөҙөмтәләр ҙә бар. Әммә, нисек кенә булмаһын, бала иң беренсе сиратта ғаиләлә тәрбиә ала. Боҙолоп китеү ҙә нәҡ өйҙәге мөхиткә бәйле. Ата-әсәһе булып та етем, ҡарауһыҙ, тәртипһеҙ һәм башҡа йәһәттән етешһеҙ балаларға ҡарайым да, йәмғиәтебеҙгә ғаилә институты өҫтөндә эшләйһе лә эшләйһе әле, тигән һығымтаға киләм, – тип әсенә үҫмерҙәр яҙмышы хаҡында психолог.
…Иманым камил: Светланалай аҡыллы, алдағыһын хәстәрләр йәштәр булғанда, йәмғиәтебеҙ киләсәктә хаталарын таныр, ә ғаилә ҡайтанан иң ҡиммәтле төшөнсәгә әйләнер әле.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518