Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәртләндерә белеү ҙә кәрәк
Дәртләндерә белеү ҙә кәрәк
“Йәш ваҡытта кем тырышһа, ҡарт көнөндә хәл йыйыр”, – тип яҙған халыҡ шағиры Мәжит Ғафури. Шөкөр, оло әҙиптең был ҡанатлы һүҙҙәрен күңеленә һеңдергән, һәр көнөнөң ҡәҙерен белгән егеттәр һәм ҡыҙҙар етерлек. Тик уларҙың уй-теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итеп, ваҡытында дәртләндереп тороу кәрәк. Байрам алдынан Өфө ҡала хакимиәтендә һәләтле йәштәрҙе, шулай уҡ уларға ярҙам иткән ойошма етәкселәрен тәбрикләү ҙә ошо маҡсаттан сығып уҙғарылды.

Дәртләндерә белеү ҙә кәрәк– Һеҙҙең алда киләсәктә илдең мөһим мәсьәләләрен хәл итеү бурысы тора, – тине Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – Шуға ла һәр яҡлап үҫергә ярҙам итеү, уңайлы шарттар булдырыу – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Хәҙерге йәштәрҙең күбеһе ниндәй һөнәр үҙләштерергә тип баш вата. Хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж тыуҙырған һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү өсөн һәр мәғариф учреждениеһында белгестәр эшләй. Тиҙҙән үҙебеҙҙә лә Рәсәйҙәге “Иволга”, “Селигер” кеүек йәштәрҙе үҫтереү лагерын асырға ниәтләйбеҙ.
Әйткәндәй, Өфөлә 30 йәшкә тиклемгеләрҙең иҫәбе ҡала халҡының 43 процентын тәшкил итә. Шуға ла уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү – лайыҡлы алмаш үҫтереү, тигәнде аңлата. Был тәңгәлдә бөгөн баш ҡалабыҙҙа 17 хәрби-патриотик клуб уңышлы эшләй.
Был көндә төрлө конкурс еңеүселәре, үҙенсәлекле проект етәкселәре, иң яҡшы ғилми эштәрҙең авторҙары иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.
Бүләкләнеүселәрҙең иң йәше Данис Вәлишин әле мәктәптә белем ала. Уның фәнни эше уҡыусыларҙың хеҙмәттәре араһынан иң яҡшыһы тип табылған. Киләсәктә кем булырға хыялланғанын һорағас:
– Хәрби инженер булғым килә! – тине Данис, шатлығынан ихлас йылмайып.



Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518