Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ауыл йәштәрен саҡырабыҙ!”
“Ауыл йәштәрен саҡырабыҙ!”
Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге өсөн ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән берҙән-бер юғары уҡыу йорто бар, ул – Башҡорт дәүләт аграр универ­ситетының Урал аръяғы филиалы.
2005 йылда асылған белем усағының ике уҡыу корпусы, 300 урынға иҫәпләнгән ятағы, уҡыу-спорт комплексы, 100 урынлыҡ ашханаһы, автодромы, йәшелсә баҡсаһы бар. Шулай уҡ Сибай ҡалаһынан йыраҡ булмаған Күлтабан ауылында филиалдың 50 гектар майҙанды биләгән агробиостанцияһы, умарталығы урынлашҡан. 290 студент көндөҙгө бүлектә уҡыһа, 300 кеше ситтән тороп белем ала.
Һуңғы ваҡытта республиканың төрлө ҡалаларында эшләгән юғары уҡыу йорттарының яҙмышы киҫкенләшә бара. Ҡасандыр байтаҡ сығым түгеп асылған белем усаҡтарына бөгөн ябылыу хәүефе янай, студенттар һаны йылдан-йыл кәмей. Ауыл хужалығы тармағы өсөн белгестәр әҙерләгән Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы эшмәкәрлеге хаҡында уның директоры, биология фәндәре кандидаты Фитрат ЙОМАҒУЖИН менән әңгәмәләштек.


– Фитрат Ғилметдин улы, сығарылыш класс уҡыусылары алдында ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тора. Абитуриенттарҙы йәлеп итеү буйынса һеҙҙә ниндәй саралар күрелә?
– Беҙ “Зоотехния”, “Ветеринария”, “Агрономия”, “Агроинженерия”, “Иҡтисад” бүлектәренә бюджет һәм түләүле нигеҙҙә студенттар ҡабул итәбеҙ. Әгәр быға тиклем колледж, техникум тамамлағандар өсөн Берҙәм дәүләт имтиханын мотлаҡ тапшырырға кәрәк булһа, быйылғы уҡыу йылынан алып улар йүнәлтмә буйынса, тейешле һынау тотоп, беҙҙең уҡыу йорто студенты була ала. Шуға күрә киләсәктә юғары белемгә эйә булырға теләгәндәр беҙҙең филиалды һайлар тигән ышаныстабыҙ.
Абитуриенттар менән хеҙмәттәшлек йыл дауамында алып барыла: үҙебеҙ райондарға сығып, сығарылыш класс уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, мәктәптәр менән даими бәйләнеш булдырылған. Ҡышҡы һәм яҙғы каникулда уҡыусылар беҙҙә үткән “Асыҡ ишек”тәр көнөндә ҡатнаша, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба. Шуныһы ҡыуаныслы: уҡырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта.
– Әйткәндәй, уҡыу йортонда өҫтәмә һөнәргә эйә булыу мөмкинлеге лә бар түгелме?
– Бөгөн хеҙмәт баҙарында эш табыуы ауыр. Бер нисә һөнәрле кешегә генә еңелерәк. Шуға күрә беҙ студенттарға төплө белем биреү менән генә сикләнмәйенсә, түләүле нигеҙҙә өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеген дә булдырҙыҡ. Мәҫәлән, ташламалы хаҡ менән улар “В”, “С” категориялы машина йөрөтөүсегә уҡый ала. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, умартасы, иретеп йәбештереүсе, электр ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса электр монтеры, йәшелләндереүсе, баҡсасы, йәшелсә үҫтереүсе, сәнәғәт альпинисы кеүек һөнәрҙәргә уҡытабыҙ. Бөгөн ауыл хужалығы белгестәренең күбеһе тиерлек шәхси йүнәлештә эшләй, йәғни крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөп, дәүләт тәҡдим иткән мөмкинлектәрҙән тулыһынса файҙалана. Бындай күренеш хуплауға лайыҡ. Төрлө йүнәлештә үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар ҙа байтаҡ.
– Уҡыу йортонда эшҡыуарҙар өсөн махсус курстар ҙа булдырылған, тип ишеткәйнек...
– Бөгөн эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәр байтаҡ. Әммә был йүнәлештә белемдең һай булыуы ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Күптәр бизнес-план төҙөй алмай йәки иҡтисад, хоҡуҡ йүнәлешендәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә юғалып ҡала. Үҙ эшен асҡан йүнселдәргә эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәтеү маҡсатында көньяҡ-көнсығыш район хакимиәттәре баш­лыҡтары менән килешеү төҙөнөк һәм махсус курстар ойошторҙоҡ.
– Бөгөнгө заман уҡытыу алымдары буйынса ла яңы талаптар ҡуялыр?
– Ысынлап та, әгәр уҡыу йорто заманға ярашлы уҡытыу программаһын тормошҡа ашырмай икән, уның киләсәге өмөтһөҙ. Учреждениеның яңыса йыһазландырылыуы, тейешле көнкүреш шарттары булдырылыуы, белгестәрҙең юғары әҙерлекле булыуы мөһим күрһәткес булып тора. Беҙҙең филиалда юғары квалификациялы уҡытыусылар, профессорҙар эшләй. Студент­тарҙы барлығы дүрт фән докторы, 15 фән кандидаты уҡыта. Тағы ла бер шатлыҡлы яңылыҡ бар: быйылдан башлап ситтән тороп белем алғандар дистанцион йүнәлештә уҡый аласаҡ. Улар өсөн өр-яңы белгеслектәр буйынса бүлектәр асыу ҙа ҡарала.
– Студенттарҙың йәшәү шарттары ҡәнәғәтләнерлекме?
– Көндөҙгө бүлектә уҡығандарҙың барыһы ла ятаҡҡа урынлаштырыла. Уҡыу йортоноң дөйөм ятағы республикала иң яҡшыларҙан һанала. Бүлмәләрҙә икешәр, өсәр кеше йәшәй, барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Яҡындағы ашханала студенттар бик арзан хаҡҡа туҡлана.
– Аграрийҙарҙың йыр-бейеүгә маһир булыуы ла сер түгел...
– Филиал асылғандан алып “Нардуған” халыҡ бейеү ансамбле уңышлы эшләп килә. Етәкселәре Лариса һәм Илдар Хәтмуллиндар төрлө бейеүҙәр һала. “Студент яҙы” фестивалендә улар һәр саҡ призлы урындар яулай. Шулай уҡ Әлфиә Балхина етәкләгән “Йондоҙ” вокаль, Ринат Ғайсиндың “Тарпан” фольклор-эстрада, Шамил Күсәмешевтең “Атайсал” ҡурайсылар ансамблдәрендә студенттар бик теләп шөғөлләнә. Беҙҙең “артистар” Сибайҙа үткәрелгән бер мәҙәни саранан да ҡалмай.
– Фитрат Ғилметдин улы, борсоған проблемалар ҙа юҡ түгелдер?
– Төбәктә ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто булараҡ, фи­лиалға Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан да иғтибар булыуын теләр инек. Студенттарыбыҙ практика ваҡытында сит илдә етештерелгән техникала эшләй, әммә ундайҙар беҙҙә юҡ. Матди-техник базаны яңыртыу талап ителә. Ошо йүнәлештә министрлыҡ ярҙам күрһәтһә, уңыштарыбыҙ тағы ла артыр ине.
Беҙҙе борсоған йәнә бер проблема – уҡыу йортона ҡабул итеү балының бик юғары (60) булыуы. Беҙгә күпселек ауылда белем алған йәштәр килә. Уларҙың бик һирәктәре генә тейешле өс имтихан буйынса 180 балл йыя. Һөҙөмтәлә ҡалғандары түләүле урындарға ғына дәғүә итә ала. Бөгөн республика етәкселеге ауыл хужа­лығын үҫтереү, белгестәр әҙерләү мәсьәләләрен күтәрә икән, ни өсөн был йүнәлештә эшләгән уҡыу йорттарына иғтибарҙы көсәйтмәҫкә?! Йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу, агросәнәғәт тармағын үҫтереү өсөн тәү сиратта тейешле шарттар булдырырға кәрәк. Әммә бер ниндәй мәшәҡәттәргә ҡарамай, уҡыу йорто ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү буйынса үҙ эшен дауам итә. Был тармаҡта эшләргә теләгән ҡыҙ һәм егеттәрҙе үҙебеҙгә саҡырып ҡалам.

К. ИШБУЛДИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518