Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иртәгәһе көн юлдары
Иртәгәһе көн юлдары
Юлдарҙы файҙаланыу тураһында һүҙ барғанда трассаларҙың сифатын яҡшыртыу йәһәтенән даими мониторинг ҙур әһәмиәткә эйә. Подряд ойошмалары белгестәренең көн һайын ошо юлдарҙы ентекле тикшереүе, күҙәтеүе әлегә тиклем проблеманы хәл итмәне. Шуға күрә метеорологик тәьминәттең автоматлаштырылған системаһын ғәмәлгә индерергә ҡарар ителде. 2011 йыл аҙағында ошондай тәүге станция асылды.



Иртәгәһе көн юлдарыБыл станцияның үҙенсәлеге нимәлә һуң? Заманса ҡорамалдарҙы, видео­күҙә­теү камераларын үҙ эсенә алған бағана елдең тиҙлеген, йүнәлешен, көсөн, дым­лылыҡты, яуым-төшөм төрөн һәм миҡ­дарын, һауа һәм юл япмаһының өҫ­төн­дәге, биш сантиметр тәрәнлектәге температураны билдәләү мөмкинлеген бирә. Станцияға килгән бөтә мәғлүмәт шунда уҡ эшкәртелеп, автомагистралдәрҙе күҙәткән производство идаралығындағы үҙәк белгестәренең компь­ю­те­рына тапшырыла. Әйткәндәй, метеовышкалар хә­үефле участкаларға ҡуйылған.
– Бөгөн инновациялар учреждение эшен­дә төп урындарҙың береһен биләй, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты “Һамар – Өфө – Силәбе” автомагистрале идара­лығы етәксеһе Радмир Ваһапов (һүрәт­тә). – Бындай система хеҙмәт ре­сурс­тарын һөҙөмтә­лерәк файҙаланыу, сифатты тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.
Әле М-5 “Урал” трассаһында ошондай – 11, М-7 “Волга” юлында – алты, Р-240 “Өфө – Ырымбур” автомагистралендә ете вышка бар. Быйыл тағы ла алты берәмек ҡулайлама ҡуйыу ҡарала.
Тағы бер яңылыҡ – ҡояш батареяһы ярҙамында эшләүсе автономиялы яҡ­­тыртыу системалары. Әлегә улар беҙҙең ысынбарлыҡҡа тулыһынса инеп китмәгән. Был системаларҙың өҫтөнлөгө шунда: электр энергияһы, уны тоташтырыу өсөн сығымдар. Аҡса түләүҙең кәрәге юҡ. Тағы ла бер ыңғай яғы – электрҙы һаҡлау мәсьәләһе хәл ителә. 64 берәмек автономиялы яҡтыртыу системаһы йылына 250 мең һумлыҡ электр энергияһын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тирә-яҡ мөхит программаһы буйынса отчетына яраш­лы, тотош илдә энергетик яҡтан һө­ҙөм­тәле яҡтылыҡ сығанаҡтарына күсеүҙән Рәсәй 3 миллиард доллар са­маһы аҡсаны һәм сәғә­тенә 50 тераватт электр энергияһын һаҡлап ҡала ала. Ә был яҡтыртыуға сарыфланған энер­гияның яртыһын тиерлек тәшкил итә. Өҫтәүенә, һулар һауала парник газдарын, шу­лай уҡ терегөмөш миҡдарын кәметеүгә килтерәсәк. Әле Рәсәй юлдарында терегөмөшлө һәм натрийлы лампалар ни­ге­ҙендәге яҡ­тырт­ҡыс­тар файҙаланыла. Яҡтылыҡ диодтары, улар менән сағыштырғанда, электр энергияһының 80 процентын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә. Шуға күрә диодтар нигеҙендәге яҡтылыҡ сығанаҡтарын файҙаланыу иң алдынғы һәм перспективалы технологияларҙың береһен тәшкил итә. Улар яҡтыртыу техникаһына әлегә тиклем үҙләштерелмәгән өр-яңы мөмкинлектәр алып килде.
Йәйәүлеләр өсөн егерме ике үткәүел һәм автобус туҡталышы ҡояш батареяһы ярҙамында эшләгән яһалма яҡтылыҡ ҡулайламалары менән йыһазландырылды. Йәйәүлеләр үткәүелендә улар оло юлдың ике яғын да яҡтырта. Транспорт хәрәкәте көсөргәнешле булған урындарҙа йәйәүлеләр өсөн төрлө кимәлдәге ер өҫтө үткәүелдәре төҙөү күҙаллана. Әле бындай ҡулайламаларҙы полимер материалдарҙан ҡора башланылар.
“Ҡыш, ғәҙәттә, көндәр болотло булғанда, система нисек эшләй һуң?” тигән һорау тыуа. Автономиялы яҡтыртыу системаһын эшләүселәр билдәләүенсә, аккумуляторҙар, ҡояшты болот ҡаплаһа ла, көн яҡтылығынан заряд ала. Мачтала цинкланған ҡорос корпусҡа ҡояш батареяһы панеле ҡуйыла. Тап ул электр туплай ҙа инде.
Иҡтисади файҙанан тыш, диодлы яҡтыртҡыстарҙы хеҙмәтләндереүҙең һәм йүнәтеүҙең кәрәге юҡ. Тимәк, сервис төркөмдәренең һәм транспорттың эш ваҡыты ҡулайлаштырыла. Һөҙөмтәлә электр энергияһының сығымы икеләтә кәмейәсәк, ә яҡтыртыу кимәле һаҡланып ҡаласаҡ.
Әле “Росавтодор”ға юлдарҙа ябай светофорҙың урталағы секцияһын хәтерләткән Т-7 светофорҙарын ҡуйыу тәҡдиме индерелде. Ул берсә янып, берсә һүнеп, водителдәрҙе йәйәүлеләр үткә­үеленә яҡынлашыуы хаҡында иҫкәртәсәк.
– Бер нисә йыл элек кенә беҙ федераль автомагистралдәр үткән республикалағы бөтә ауыл-ҡалаларҙы, шулай уҡ төп юл саттарын яҡтылыҡ менән тәьмин иттек, – ти Радмир Зауил улы. – Был эштең әһә­миәтен айырып билдәләргә кәрәк. Бөгөн урамдарҙы диодлы лампалар менән яҡ­тыртыу бөтә донъяла әүҙем ғәмәлгә индерелә. Ошондай инновациялы ҡарар­ҙы тормошҡа ашырыу энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу ғына түгел, юл фажиғәләрен дә кәметеү мөмкинлеген бирә. Ста­тистикаға ярашлы, тәүлектең ҡараңғы осоронда йәйәүлеләр йыш ҡына яҡ­тыртҡыс лампалар булмаған урындарҙа тәгәрмәс аҫтында ҡала.
“Һамар – Өфө – Силәбе” автомобиль магистрале идаралығы эш­мәкәрлегендә юл хә­рә­кәте хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеү – төп мәсьәләләрҙең береһе. Тап диодлы яҡтыртҡыстар ҡу­йыл­ғандан һуң ыңғай динамика күҙәтелә башланы. Мәҫәлән, ошо заманса ҡулайлама ғәмәлгә ин­дерелгәнгә тиклем юлдың был участ­каһында 14 фажиғә теркәлеп, уларҙа 26 кеше зыян күрһә, хәҙер ни бары һигеҙ һәләкәт булған, 11 кеше имгәнгән. Йәғни күңелһеҙ ваҡиғалар күләме 43 һәм 56 процентҡа түбәнәйгән. Кү­реүегеҙсә, трассаларҙа кеше ғүмере өҙөлгән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең тотороҡло кәмеүе күҙәтелә.
Был йәһәттән автомобилселәр өсөн тағы ла бер яңылыҡты – хәрәкәт тиҙлеге тураһында мәғлүмәт сағылдырылған юл билдәләрен айырып ҡарарға кәрәктер, моғайын. М-5 “Урал” автомагистраленең 1466-нан 1480-гә тиклемге һәм М-7 “Волга” юлының 1270-тән 1290-ға тиклемге саҡрымындағы участкаларҙы реконструкциялау барышында ошондай билдәләр ҡуйыу күҙаллана.
Быйыл шулай уҡ өҫтәмә рәүештә 180 юл билдәһе, йүнәлеште күрһәтеүсе бер мең ҡулай­лама (буфер, щиттар, сигнал биреү ­ба­­ғаналары) ҡуйыу, йәйәүлеләр үткәүел­енең бер өлөшөн ҡоймалау ҡарала. Йәйәүлеләр юлын тамғалау кеүек мөһим үҙенсәлек ха­ҡында әйтмәһәк, оло юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр исемлеге тулы булмаҫ, моғайын. Быйыл 890 километр юлды яңыр­тырға ниәт бар. Эште сифат йәһәтенән яңы кимәлдә ойоштороп, заманса тотороҡло буяуҙар, плас­тик ҡулланыу күҙаллана.
Быларҙың барыһы ла трассаларҙа фажи­ғәләрҙе кәметеүгә, водителдәргә уңайлыҡтар тыуҙырыуға булышлыҡ итер тигән ышаныстабыҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518