Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Алтын балдаҡ
Халыҡ мәҡәле “Бағымсыға барма, башыңа бәлә алма” тиһә лә, Илсиә күрәҙәсе Зөлхизәгә барырға булды, сөнки түҙемлеге бөттө. “Бигерәк дөрөҫ әйтә икән”, – тип һөйләй бит ауыл халҡы. Ҡайғы артынан ҡайғы һағалап ҡына тора. Ҡасан башланды һуң әле был бәләләр?



Йәш ваҡытта Илсиәнән дә бәхетлерәк кеше юҡ ине бит. Ауылда ата-әсәһе иң хәлле ғаиләләрҙең береһе булды. Илсиә теләгәнен кейеп, теләгәнен ашап үҫте. Ауылдың “беренсе егете” уны яратты. Үҙе гармунсы, үҙе йырсы Басир яусы ебәргәс, күп инәлтеп торманы, кейәүгә сыҡты. Ата-әсәһе лә, ҡыҙҙары йәш булыуға ҡарамаҫтан, ҡуш ҡуллап ризалашты. Шулай булмай ни, Басирҙың атаһы ауылдың иң хөрмәтле кешеһе ине. Ә Илсиәнең атаһы Ғәлим, үҙе коммунист булһа ла, динле кешеләрҙе бик хөрмәт итте. Һәр йыл һайын, башлыҡтарҙан йәшереп булһа ла, өйөндә ҡөрьән уҡытты.
Ләкин йәшлек бәхете оҙаҡҡа һуҙылманы шул. Ун биш йыл элек һөйгән ирен ағас баҫып үлтерҙе. Утыҙ йәшендә генә тол ҡалып, ике балаһын йөрәгенә ҡыҫып үҙе үҫтерҙе Илсиә. Басирҙың вафатынан һуң ҡайныһы менән ҡәйнәһе үҙҙәре менән бергә йәшәүен илап һорағайны ла… Илсиә риза булманы. “Әсәйем менән атайымды яңғыҙ итмәйем, мин уларҙың берҙән-бере”, – тип тыуған йортона ҡайтты.
Ауылда эш күп. Шулай булһа ла, атайһыҙ үҫкәнен һиҙмәһендәр өсөн бигерәк тә ҡыҙы Ләләне матур итеп кейендерергә тырышты. Үҙе ашамаһа ашаманы, ә балаларын ҡараны. Тик яңғыҙ әсә ҡыҙының “йәшел йылан” менән дуҫлашҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Беренсе мәртәбә ҡасан эсеп ҡайтты әле Ләләһе? Һигеҙенсе класты яҡшы баһаларға ғына тамамланы ла: “Әсәй, класташтарым менән Ишәй тауы аръяғында йыйылышабыҙ”, – тип аҡса һораны. Илсиә, ҡыҙы күпме һораһа, шул хәтлем аҡса сығарып бирҙе. Ләлә иртәгәһенә таң һыҙылғас ҡына ҡайтты. Ҡыҙмаса булып. Күҙҙәре ялтырап торған ҡыҙына бер һүҙ ҙә өндәшмәне әсә, әрләмәне. Тик өләсәһенә күренмәҫкә ҡушты. Ошо хәлдән һуң Ләлә йыш ҡына тыуған көндәрҙән, байрамдарҙан эсеп, хатта иҫереп ҡайта башланы.
– Ҡыҫтап эсерҙеләр, – тип аңлатты әсәһенә.
Ире Басир, күп ҡунаҡҡа йөрөп, үлер алдынан шул хәмер менән дуҫлаша башлағайны. Артығын эсмәһә лә, йыш ҡына эштән һуҡмыш ҡайтты. Урман араһында торғас, шул йылдарҙа яңы ғына төҙөлгән артелгә ағас ҡырҡырға йөрөй торғайны. “Эш ауыр, ҡатын. Мин бит иҫергәнсе эсмәйем, аҙыраҡ йотһаң еңел булып ҡала, арыу ҙа бөтә”, – тип аҡланыр ине. Ул хәйерһеҙ көндә лә баш төҙәтәбеҙ тип, иртәнсәк эсеп сыҡҡандар ағас йығырға. Шул саҡта айныҡ булһа, бәлки, үлмәгән дә булыр ине. Ағас йығыусы Хәйҙәрҙе төрмәгә ябып ҡуйырҙар ине, бисәһе Хәлиҙә: “Зинһар, ултыртма! Үҙеңдең балаларың етем ҡалды, минекеләрҙе лә етем итмә!” – тип илағас, судҡа ла бирмәне Илсиә. “Соҡорға йығылып үлде”, – тип яҙҙылар, эскәнен дә теркәмәнеләр.
…Ике баланы яңғыҙ үҫтереүе ауыр булһа ла, түҙҙе ҡатын. Балаларын уҡытырға тырышты. Ауылдағы башҡа яңғыҙ ҡатындар кеүек байрам көндәрендә йыйылышып эсеүҙе хуп күрмәне. Хәйер, аҙаҡ ҡунаҡҡа саҡырмай ҙа башланылар. Фермаға һауынсы булып эшкә төштө. Атаһы менән әсәһе пенсия алмаһа, нисек йәшәр ине икән? Аҡса түләмәйҙәр тип әйтерлек. Һөт, мал аҙығы хаҡына ғына эшләйһең.
– Минең кеүек фермала һыйыр һауып, тиҙәк түгеп йәшәмәгеҙ, уҡығыҙ, кеше булығыҙ! – тип әйләнгән һайын өйрәтте балаларына Илсиә. Ләлә, мәктәпте яҡшы ғына тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инәм тип Өфөгә китте. Шул киткән еренән уҡырға ла инә алманы, ауылға ла әйләнеп ҡайтманы. “Ҙур ҡала боҙҙо баламды, харап ҡына итте”, – тип уйланы әсә. Ләләнең ауылда яратып йөрөгән егете лә бар ине, ләкин Илсиә ҡаршы төштө. Һыу һөлөгөләй сибәр ҡыҙы ҡаланың ҡалын кеҫәле егетенә генә кейәүгә сығырға тейеш ине уныңса.
– Эшкә индем, кис уҡыйым, – тип шылтыратты Ләлә. Ышанды ҡыҙына. Ике йылдан һуң егетен эйәртеп ауылға ҡайтып төштө.
– Беҙ ир менән ҡатын булып йәшәйбеҙ. Тик бер-беребеҙҙе белеп бөтөрмәйенсә никах та уҡытмайбыҙ, ЗАГС-ҡа ла бармайбыҙ, – тип аңлатты Ләлә. Хурлығынан асыуы ҡабарған Илсиә:
– Кешенән оялмаһаң, өләсәйең менән олатайыңдан тартын! Мин уларға нимә тип әйтәм? Китегеҙ кире! Күҙемә күренмәгеҙ! Матур итеп өйләнешегеҙ. Егетеңдең ата-әсәһе, исмаһам, тәүҙә яусы ебәрһен, ә мин һеҙгә туй яһарлыҡ ҡына аҡса табырмын, әгәр кейәүең ярлы ғаиләнән булһа! – тип ҡыуып сығарҙы уларҙы.
Шул китеүҙән тағы бер йыл үтте. Ҡайтманы Ләлә ауылға. Һағынды ҡыҙын Илсиә, бик һағынды. Эҙләп бармаҡсы ла булғайны, тик ҡарт атаһы менән әсәһен, уҡып йөрөгән улын ташлап бер ҡайҙа ла сығып китә алманы. “Ҡыҙым кейәүҙә, һәйбәт торалар”, – тип һөйләһә лә, кеше ауыҙына һалам тығып булмай шул. “Ҡала урамдарында тәнен һатып тора икән Илсиәнең Ләләһе”, – тигән хәбәр таралды ауылда. Түҙҙе, барыһына ла түҙҙе. Ышанманы кеше һүҙенә. Кемгә оҡшап еңел холоҡло булырға тейеш әле?
Йәйҙең матур бер кисендә, ҡорһағын “танауына еткереп”, Ләлә ҡаланан ҡайтып төштө. Илсиәнең ҡыуанысының иге-сиге булманы. Ҡыҙын ҡултыҡлап ауыл буйлап әйләнеп сыҡтылар. Өйгә ҡайтҡас:
– Ҡыҙым, кейәү ҡасан ҡайта? – тип һораны.
Ләлә әсәһен ҡосаҡлап илап ебәрҙе:
– Ул мине ташланы, әсәй, минең ауырлы икәнемде белгәс: “Ҡырҡ ирҙән ҡалған баланы миңә тағырға уйлайһыңмы?” – тип өйөнән ҡыуып сығарҙы. Уның законлы бисәһе булған икән. Мин белмәнем. Ҡатыны, балалары менән ҡала ситендәге ике ҡатлы өйөндә торған. Ә миңә: “Командировкала йөрөйөм”, – ти торғайны.
– Һуң ул ир тигән нәмәң бик йәш күренә ине бит! – тине аптырап Илсиә.
– Шул егет боҙҙо ла инде мине. Әсәй, ул сутенер булған, ә мин белмәнем!
Ләлә, әсәһен ҡосаҡлап, сеңләп илай башланы.
– Әсәкәйем, һин белһәң ине минең ниндәй юлдарҙан үткәнде. Мин дә һинең кеүек бер ҡатлы ауыл ҡыҙы бит, әсәй! Ул һүҙҙең мәғәнәһен белмәгәнең артыҡ. Тик мин һиңә барыһын да һөйләгем килә. Барыбер кеше артығы менән килтереп еткерә.
Илсиә ҡыҙының күҙҙәренән үпте:
– Телең әйләнмәһә, һөйләмә! Ҡайһы берәүҙәрҙең балаһы кеше үлтереп төрмәгә ултыра. Аҙағы хәйерле булһын! Һин – минең яратып, ел тейгеҙмәй, һаҡлап үҫтергән ҡәҙерле гөлөм! Эргәмдәһең. Был минең өсөн иң мөһиме, балам!
– Юҡ, әсәй, һин белергә тейеш! Һин эҙләргә ҡуштың миңә бай кейәү! Ә байҙар үҙе кеүек байҙы эҙләй. Ә ауылдан килгән ҡыҙҙарҙы бер төн йоҡлар өсөн аҡсаға һаталар! Шул ҡыҙҙар менән һатыу иткән кешене “сутенер” тиҙәр. Ул егет минең менән үҙе лә йоҡланы, башҡа ирҙәргә лә һатты. Балам бер бай ирҙеке. Ул мине бик яратты, әммә, башҡа ирҙәр менән сыуалғанды белгәс, ауырлы тип тормай, ҡыуып сығарҙы.
Илсиәне аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды, ләкин һиҙҙермәҫкә тырышты. Әҙерәк аңын йыйғас:
– Мин ирһеҙ ике бала үҫтерҙем. Икәү үҫкән ерҙә өсөнсөһө лә һыйыр. Әле мин дә ҡарт түгел, үҫтерербеҙ. Хоҙай һаулыҡ ҡына бирһен! Тик элекке тормошоңдо онот! Алла һаҡлаһын, кеше ишетеп ҡуймаһын! Тән һатҡан хәрәм аҡсаңды онот! – тип һүҙен бөтөрҙө.
Ләкин Илсиәнең күрәһеләре алда булған. Ҡайтып бер аҙна үтеүгә, Ләлә, ауырлы булыуына ҡарамаҫтан, теләһә кемгә ялланып эшләп, тапҡан аҡсаһын эсеп йөрөгән элекке егете Иршат менән йөрөй башланы. Илсиә ҡыҙына асыуланып та, илап та әйтеп ҡараны, тағы тыңламаны Ләлә.
– Минең бәпесемә атай кәрәк. Иршат мине ярата, баламды ла үҙ күрер. Иршаттың өйө бар. Мине яратҡас, эсеүен дә ташлар, – тине лә, әсәһе менән өләсәһенең илауына ҡарамаҫтан, әйберҙәрен йыйып, өйҙән сығып китте.
Һөйләшкәндең икенсе көнөндә үк, таң менән һыйырҙарын һауҙы ла, ауырыу атаһы менән әсәһен әхирәтенә ҡарарға ҡушып, юлға сыҡты. Төш ваҡытында ғына килеп етте бағымсы йәшәгән ауылға. Ҡаршыһына инеп ултырғас, аптырап китте. Үҙе йәш кенә, ә бармаҡтары кәкрәйеп бөткән. “Меҫкен ҡатын бик һыҙланалыр инде”, – тип уйлап ҡуйҙы. Уның уйын һиҙгәндәй, бағымсы:
– Бик һыҙланам. Төндәр буйы йоҡлай алмайым. Ни хәл итәһең, Хоҙай биргән ауырыу. Түҙергә кәрәк, – тине лә Илсиәгә баштан-аяҡ тишерҙәй итеп ҡарап алды. Бер ниндәй һорау бирмәйенсә һөйләй башланы.
– Ҡыҙыңдың ҡулына ҡарғышлы алтын балдаҡ кейҙергәнһегеҙ, шул ҡарғыштан ҡотолмайынса, бәхете асылмаҫ. Ул ҡарғыштың осо атайыңа барып бәйләнә. Улың бәхетте уҡыуҙан түгел, ә ауылдан табасаҡ. Ҡаршы килмә, ауылда ҡалыр, умартасылыҡ менән шөғөлләнер. Һин миңә тағы киләһең әле, – тип һүҙен бөтөрҙө. Илсиә риза булмайынса ғына урынынан торҙо. “Бер ниндәй яңы һүҙ әйтмәне. Ғәлим бик һәйбәт уҡый, осоусы булырға хыяллана. Дәресен гел әҙерләй, миңә ярҙам итә, олатаһын да ҡарай. Ауылда ҡала, имеш! Ләләнең ниндәй ҡарғышлы балдағы булһын инде?” – тигән уйҙар менән ҡайтырға йыйынды.
Көнбағыш һатып, Илсиәнең атаһы Ғәли ҡатынына алтын балдаҡ алып биргәйне. Тик ул Фәриҙәгә яраманы, Илсиәнең дә бармағы һыйманы, ә бына Ләләгә таман ғына булды. Өләсәһенең бүләге. Шул балдаҡтан башҡа Илсиә Ләләнең бармағында бер ниндәй ҙә биҙәүес күргәне юҡ. Һис һалмайынса яратып кейә уны Ләлә. Ризаһыҙ ғына сумкаһына тығылғайны, бағымсы Зөлхизә:
– Юҡ, кәрәкмәй хәҙергә, икенсе юлы түләрһең. Сығымдарың күп, атайыңа операция яһатаһығыҙ бар, – тип Илсиәнең аҡсаһынан ҡырҡа баш тартты.
Илсиә ғәжәпкә ҡалып, юл буйы уйлана-уйлана ҡайтты. Бер нәмә лә белмәй был бағымсы, бушты һөйләй, тиер инең дә, атаһы тураһында дөрөҫ әйтте. Ләлә уҡып бөткән йылды, яҙ көнө, өй йыуғанда, әсәһенең бирнә һандығын бүлмәгә сығарып ултыртмаҡсы булғайнылар. Шул ваҡытта атаһының аяғындағы баш бармағына һандыҡтың бер мөйөшө төштө. Тәүлек самаһы ваҡыт үткәс, баяғы урын ҡарайып сыҡты. Ауыл кешеһе һаулығына бик иғтибар итеп бармай. Ғәли ҡарт та тәүҙә: “Бөтөр әле”, – тип бик иҫе китмәй генә йөрөй ине. Аяғы һыҙлап, ҡарайыу өҫкә күтәрелә башлағас, дауаханаға барҙы.

Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА-ҒӘББӘСОВА.


Татарстан,
Байҙар Сабаһы ҡасабаһы.


(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519