Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәрефтәр парады
Хәрефтәр парады
Алфавиттағы һәр хәреф билдәле бер сифатты сағылдыра. Түбәндәге мәғлүмәткә таянып, исемеңдәге хәрефтәр буйынса үҙеңдең ниндәй һыҙаттарға эйә булыуыңды билдәләргә мөмкин.


А– башланғыс символы; нимәнелер башлап, уны тормошҡа ашырырға теләү; рухи һәм физик уңайлылыҡҡа ынтылыу.
Б– романтизм билдәһе; аралашыуҙа тотороҡло һәм ышаныслы булыу; инициатива күрһәтеү һәм ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығыу һәләте; үҙен матди яҡтан тәьмин итергә тырышыу.
В– еңел аралашыу, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел табыу; ысынбарлыҡты реаль ҡабул итеү; тәбиғәт менән берҙәмлекте тойоу, ижади шәхес.
Г– белемгә, йәшерен сергә ынтылыу; тормошта барған хәл-ваҡиғаларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйле булыуын аңлау; мөһим түгел ваҡ нәмәгә лә иғтибарлы булыу; һәр эште намыҫлы башҡарыу.
Д– эш башлар алдынан уйланыу, уны аңларға тырышыу; төп иғтибарҙы ғаиләгә йүнәлтеү; ярҙам итергә ынтылыу; аралашыуҙа бер аҙ тиҫкәреләнеү; экстрасенсорикаға һәләт булыу.
Е– үҙен күрһәтергә теләү; үҙ-ара идеялар менән уртаҡлашыу; бәхәсле хәл килеп тыуғанда яраштырыусы ролен үтәү; һиҙгерлек, донъяны һиҙемләү тойғоһо аша аңлау; ҡайһы саҡта күп һөйләү.
Ё– эмоциональ, дәртле кеше; эске донъяһы бай, бер аҙ аҫтыртын.
Ж– эске донъяһы бик бай, әммә барыһына ла асылып бармай.
3– фаразлау һәләте һәм көслө һиҙемләү тойғоһона эйә; ысынбарлыҡтан ситләшергә һәм үҙенең генә донъяһында йәшәргә теләү; ауыр мәлдә мәсьәләне хәл итеүҙән тайпылыу.
И– нәзәкәтлелек, хислелек, изге күңеллелек символы; донъя менән гармонияла йәшәргә ынтылыу; романтик, йомшаҡ күңелле кеше.
К– сыҙамлылыҡ, көс, рух ныҡлығы билдәһе; сер тота белеү; һиҙгерлек; тормоштағы төп принцибы: “йә барыһы ла, йә бер нәмә лә түгел”.
Л– матурлыҡты күрә белеү, художестволы һәм артистарса оҫталыҡҡа эйә булыу; белеме һәм тойғолары менән уртаҡлашырға теләү; тормошто бушҡа уҙғармау һәм үҙ урыныңды эҙләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.
М– хәстәрлек, ярҙам күрһәтергә теләү; ҡайһы саҡта оялсанлыҡ; тәбиғәткә йыртҡыстарса ҡағылыуға юл ҡуймау; иғтибар уртаһында булыу теләген еңеү.
Н– протест билдәһе; эске ныҡлыҡ, үткер аҡыл; рухи һәм физик сәләмәтлеккә ынтылыу; эштә тырышлыҡ күрһәтеү; бер төрлө һәм ҡыҙыҡ булмаған эште ҡабул итмәү.
О– тәрән һәм көслө хистәр; аҡса менән эш итә белеү; үҙен, тормоштағы тәғәйенләнешен аңларға теләү; көслө һиҙемләү тойғоһо, тормош мәшәҡәттәре араһында иң мөһим йүнәлештәрҙе күрә белеү.
П– идеяларға бай, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған шәхес; тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бүлеү; дөйөмләштерә белеү; ысынбарлыҡты аңларға тырышыу.
Р– тышҡы күренешкә алданмай, һәр нәмәнең айышына төшөнә белеү; үҙ-үҙенә ышаныс тойоу, әүҙем эшмәкәрлеккә ынтылыу, мажараларға тарыу; ҡыйыу, ҡыҙыҡһыныусан.
С– етеш тормошта йәшәргә, үҙен матди яҡтан тәьмин итергә теләү; айыҡ аҡыл, ҡыҙыулыҡ, бойороусанлыҡ, ҡайһы саҡта мыжыҡлыҡ; тормоштағы тәғәйенләнешен аңларға теләү.
Т– ижади, нескә күңелле шәхес; көслө һиҙемләү тойғоһо; гел хәҡиҡәт эҙләү юлында; теләктәре мөмкинлектәре менән һәр ваҡытта ла тап килмәй; бөгөн башҡара алырлыҡ эште иртәгәгә ҡалдырырға ярамай.
У– фаразлау һәләтенә эйә; изге күңелле, ҡайғыртыусан кеше; юғары рухи кимәлгә ынтылыу.
Ф– һәр ваҡыт иғтибар уртаһында булырға теләү; дуҫтарса яҡын мөнәсәбәт, ғәҙәти булмаған идеялар, ҡапма-ҡаршылыҡлы эске донъя; кешеләрҙе бәхетле итергә ынтылыу һәм бынан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү.
X– үҙ көсөнә ышаныу, абруй ҡаҙанырға теләү, үҙаллылыҡҡа ынтылыу; башҡаларҙың фекеренә үтә һиҙгер булыу; әхлаҡ ҡанундарын үтәү.
Ц– лидер; тәкәбберлек, мин-минлек; традицияларға тоғролоҡ; яңғыҙ йәшәй алмау.
Ч– үҙен бөтөнлөктөң бер өлөшө итеп тойоу.
Ш– тормошҡа айырыуса иғтибарлы булыу; бәләкәй генә ишараны ла аңлай белеү; тыйнаҡлыҡ, шаянлыҡ; эште артыҡ шау-шыуһыҙ үтәү.
Щ– изге күңелле, йомарт кеше; һәр нәмәнең айышына төшөнә белеү; алға ынтылыу.
Ъ– йомшаҡлыҡ; көсөргәнешле хәлде яйға һалыу һәләте; көслө партнерҙың йоғонтоһона бирелеү хәүефе.
Ы– ҡайғыртыусан кеше; матди байлыҡҡа ынтылыу; практик зирәклек.
Ь– әйберҙәрҙе айырып ҡарай белеү, тәртип булдырыу, һәр нәмәне урынына һалыу.
Э– ниндәй ҙә күренештең, кешеләрҙең йәшерен яғын, асылын күрә белеү; матур, дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу; саманан тыш ҡыҙыҡһыныусанлыҡ.
Ю– кешеләрҙең бер тигеҙ, берҙәм булыуына ышаныу; хәҡиҡәткә ынтылыу, фиҙакәр һәм шул уҡ ваҡытта ҡаты ла булыу.
Я– үҙ дәрәжәһен белеп эш итеү; башҡаларҙың һөйөүен, ихтирамын яуларға тырышыу; теләгәненә ирешеү.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840