Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Моң балҡышы
Һәр исемдең үҙенә генә хас моңо бар. Ул – үҙе бер ҡабатланмаҫ ижади әҫәр. Әгәр уның яңғырашына, әйтелешенә иғтибар менән ҡолаҡ һалһаҡ, әлеге моңдо, өндәр гармонияһын, бөтөнлөгөн ишетергә була. Әйтерһең дә, талғын ғына бер көй сыға...


Ер йөҙөндәге һәр кеше үҙендә ошо аһәңде йөрөтә. Ул кешенең асылын, юлын һәм хатта яҙмышын билдәләй. Был хаҡта боронғолар ҙа әйткән. Шуға күрә балаға исем һайлауға бик етди, яуаплы ҡарағандар. Карапты нисек атаһаң, ул шулай йөҙәсәк, тиҙәр бит. Әкиәт-риүәйәттәргә күҙ һалһаҡ та, ундағы мең саҡрым ара үткән, дейеүҙәргә ҡаршы алышҡан һәм ахырҙа бар кәртәләрҙе йырып сығып, еңеүгә өлгәшкән батырҙарҙың исеме ошо ғәййәрлекте, ҡыйыулыҡты, егетлекте сағылдыра: Алпамыша, Ҡаһарман, Аҡъял, Аҡйегет, Етегән... Ә ҡыҙҙар исемендә уларҙың нәфислеге, ай йөҙлө, йондоҙ күҙле булыуы сағылыш таба: Айһылыу, Көнһылыу, Һомай, Нәркәс, Ҡарасәс...
Балаға исем биргәндә уның шәхси энергетик киңлегенә ҙур булмаған, әммә оло әһәмиәткә эйә исем көсө килеп ҡушыла. Был көс атай-әсәйҙең, исем уйлаған кешенең теләктәренән, талаптарынан, ниәттәренән ғибәрәт. Шул рәүешле улар сабыйҙың ниндәй булып үҫерен, кем булырын, тормошта ниндәй урын биләрен үҙенсә күҙаллай.
Әлбиттә, әҙәм балаһының ерҙә үтәсәк юлы Аллаһы Тәғәлә тарафынан алдан уҡ яҙылған була, әммә кешенең үҙенең ынтылыш-маҡсаттарына, башҡаларҙың теләктәренә һалынған көстөң әһәмиәтен һанламаҫҡа ярамай. Исем менән бергә балаға билдәле бер программа һалына. Оҙонлоғона, тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙең һанына, уларҙың тәртибенә, ҡаты йә йомшаҡ булыуына, яңғырашына ҡарап, исем үҙенең эйәһенә айырым һыҙаттар, характер үҙенсәлектәре “бүләк итә”.
Йыш ҡына: “Исем баланың маңлайына яҙылған кеүек ине”, – тиҙәр. Был осраҡта, тимәк, яҡындары сабыйҙың булмышын, йәненең торошон, кимәлен, моңон “тотоп ала” алған һәм уның шәхес булараҡ үҫешенә тос өлөш индергән. Ә ҡайһы саҡта кеше исеменән йәлсемәй, сирҙәргә тиҙ бирешеүсән, күҙ тейеүсән була, тиҙәр. Шунлыҡтан уны йә башҡаса нарыҡлайҙар, йә йәшерен исем бирәләр. Бында ла боронғоларҙың баланы яман көстән һаҡлау йолаһы сағылыш тапҡан: йәнәһе, икенсе исемде яуыз зат белә алмай, шуға эйәһенә ҡағылмай, килмәй. Бындай алым икеләнеүҙәр тыуҙыра, әлбиттә, әммә һәр кем үҙенсә хәл итергә, үҙенсә ышаныс яралтырға хаҡлы.
Шәхси күҙәтеүҙәргә таянып, шуны ла әйтергә була: ғәҙәттә, ата-әсә, үҙе лә белмәйенсә, ғәзизенә үҙендә булған сифаттарҙы бирергә тырыша һәм тейешле исем һайлай. Мәҫәлән, нескә күңелле кешегә – йомшаҡ, яғымлы, ә ҡатыраҡтарға өҙөп әйтә торған, яңғырауыҡлы исемдәр оҡшай. Үҙенсәлекле кешеләр балаларына ла һирәк осрай торған, ғәҙәти булмаған, башҡаларға ғәжәп тойолған исем бирә. Быуындан быуынға күсә килгән характерҙар оҡшашлығы нигеҙендә ошо күренеш тә ята. Кешенең нәҫел ҡалдырыу, сабыйҙарында үҙенең дауамын күреү, уларға йән өлөшөн биреү теләге балаларҙың ата-әсәһенә оҡшаш булыуын тәьмин итә.
Һуңғы осорҙа йәштәрҙең кескәйҙәренә боронғо матур исем биреүе күңелдә һоҡланыу ҙа, ғорурлыҡ та уята. Ирәндек, Әмирхан, Аҡназар, Арыҫлан, Данияр, Әминә, Мәликә, Алтынай, Аҡйондоҙ, Сәлимә – бына ниндәй тәрән мәғәнәле исемдәр бар беҙҙең халыҡта! Йышыраҡ шуларҙы ҡулланһаҡ, ата-бабалар рухы ла шатланыр, уларҙың аманаты үтәлер, еребеҙгә ҡот, бәрәкәт килер, күңелдәр яҡтыраҡ булыр төҫлө. Бала ла милләтенә, уның тарихына, йолаларына ҡатнашы булыуын нығыраҡ тойор һәм бының менән ғорурланыр.
Эйе, кеше исемен яратырға тейеш. Был осраҡта ул исемен боҙоп әйтергә, ҡушамат тағырға, үҙен кәмһетергә юл ҡуймаясаҡ. Ә үҙен таныуҙа, табыуҙа баланың ныҡлы позицияһы – ысын шәхес булып үҫешеүҙә төп таяныстарҙың береһе. Шуға күрә бәләкәй кешенең үҙ исемен яратыу-яратмауы, ҡабул итеү-итмәүе ата-әсәнән тора. Бәләкәскә исеме менән өндәшкән һайын, өлкәндәр был һүҙгә бөтә булған һөйөүен, наҙын, ихтирамын һалырға тейеш. Быны тойоп, бала йәшәү көсө менән һуғарыла, нурға тулыша, үҙ-үҙенә ышаныс арта, күңелендә үҙен ыңғай ҡабул итеү идеяһы нығына. Шулай уҡ йән киҫәгеңә “улым”, “ҡыҙым” тип өндәшеү мөһим. Ә бына исемде ҡыҫҡартып әйтеү, унан башҡа төрлө исем яһау, төрлө йәнлек атамалары менән артыҡ мауығыу килешмәй. Психологтар фекеренсә, иң яҡшыһы – тулы исем менән өндәшеү.
Бына, мәҫәлән, башҡаларға үрнәк итеп һөйләрлек бер хәл: “Бер йорт эргәһенән үтеп барам. Ҡапыл ишек асылып китте һәм подъездан ике-өс йәшлек малай йүгереп сыҡты. Улы ишекте бер аҙ тотоп торғас, артынан коляска эткән әсәһе килгәне күренде. Яҡынының сыҡҡанын көтөп тороп, малай дәрәжәле генә артынан ишекте япты. Шул саҡ тылсымға эйә һүҙҙәр яңғыраны: “Рәхмәт, улым!” Күпме ихтирам, ғорурлыҡ һәм һөйөү булды был һүҙҙәрҙә. Бәхет тулы мәл! Сабыйы бөтәһен дә эшләргә әҙер, үҙен ҙур ярҙамсы итеп тоя, биҙаланырға ваҡыты ла юҡ. Ни бары ике генә һүҙ!”
Эйе, балаға ғына түгел, ғөмүмән, кешегә өндәшкәндә ҡараш та, тауыш та, һүҙ ҙә, мөнәсәбәт тә – барыһы ла мөһим. Ә шулай ҙа иң көслө тәьҫир иткәне – исем. Был – кешенең ҡолағына ятышлы иң татлы һүҙҙер, уны ғүмере буйына оҙата килгән илаһи моң, ҡот. Ерҙәге һәр кеше үҙенең ошо моңон ишетеп, унан көс алып, киләсәк быуынға ла ҡотло исемдәр биреп, матур, бәхетле йәшәһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511