Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡтар күсенеүе йәки Цивилизация алмашыныуымы?
“Мигрант”, “гастарбайтер”. Ҡала урамдарында, транспортта, төҙөлөш барған урындарҙа ғына түгел, инде ауылдарҙа ла ят ҡәүем икәнлеге күренеп торған, сит телдә һөйләшкән кешеләр күбәйә бара. Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте (ФМС) мәғлүмәттәре буйынса, былтыр илебеҙгә ситтән 18 миллион (тотош Ҡаҙағстан халҡына торошло), шул иҫәптән 12,4 миллион кеше эшкә килгән. Мәскәүҙә генә баҙар, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ селтәрендә 3 миллион сит ил гражданы көс түгә. “Известия” гәзите мәғлүмәттәренә ярашлы, иң ҙур диаспораны үзбәктәр (2,3 миллион) тәшкил итә. Рәсәйҙә украин һәм тажик диаспоралары – миллиондан, ә ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙар ярты миллиондан күберәк. Артабан – белорус, әрмән, молдавандар...
ФМС-тың Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр беҙгә эшкә 100 меңдән ашыу сит ил гражданы килгән. Улар нигеҙҙә ауыл хужалығында, төҙөлөштә эшләй. Туймазы, Шаран райондарында, Октябрьский ҡалаһы ситендә теплицаларҙа йәшелсә үҫтереүҙә лә мигранттар хеҙмәте файҙаланыла. Сит мәмләкәттәрҙән граждандарҙың килеүе Рәсәйҙә һуңғы ике тиҫтә йылда ниндәй масштаблы күренешкә әүерелгәнен бер нисә миҫалда ҡарап үтәйек.


“Туран”ды урыҫ эшҡыуары ойошторған

Бангладештан сыҡҡан эшҡыуар Мөхәммәт Маджумдер етәкселек иткән Рәсәй Мигранттар федерацияһына БДБ, Һинд-Ҡытай, Ғәрәп көнсығышы, Африка һәм Латин Америкаһынан килгән 76 диаспора берләшкән. Урта Азия мигранттары өсөн аҙналыҡ “Туран” гәзите нәшер ителә. Тиражы 60 меңгә еткән был баҫманы Санкт-Петербург эшҡыуары, Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән Игорь Белоусов үҙ иҫәбенә сығара. Киң тармаҡлы аграр комплекс, сауҙа нөктәләре хужаһы, бынан тыш, мигранттар өсөн ярҙам фонды ла асҡан, юридик хеҙмәт күрһәтә, урыҫ теленә өйрәтеү курстары ойошторған, медицина страховкаһы алыуҙа ярҙамлаша.
Мәскәүҙә тыуып үҫкән элекке совет геологы Хәбиб Абдуллаев үзбәк мигранттары өсөн “Узбегим” гәзитен сығара. Шулай уҡ Рәсәйҙең баш ҡалаһында тажик ҡыҙы Гәүһәр Жураева етәкселегендә “Миграция һәм закон” үҙәге эшләй, уның офисында Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстандан эшкә килгән граждандар менән туған телдәрендә әңгәмә үткәрелә. Яңыраҡ молдавандар менән эшләү бүлеге лә ойошторолған.

Тәртип тыйыуҙан башланамы?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яңыраҡ, “мин Рәсәйҙә гастарбайтерҙарҙың булыуында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, улар беҙҙең иҡтисадтың үҫеүенә булышлыҡ итә”, тиеүенә ҡарамаҫтан, мигранттарҙың күбәйеүе ҡайһы бер даирәләрҙә, шул иҫәптән ФМС-та ла тәрән борсолоу уята. Федераль хеҙмәт сит ил граждандарына ҡарата закондарҙы ҡатыраҡ итеү яғын хәстәрләй, төрлө операциялар уҙғара. Мәҫәлән, “Сит ил граждандарын теркәү тураһында положение”ға ярашлы, бер урында теркәлеп, икенсе урында йәшәгән гастарбайтерҙы илдән һөрөү бер ни тормай. Былтыр Рәсәйҙән 40 меңләп мигрант ҡыуылған, 550 меңенә беҙҙең илгә инеү тыйылған. Рәсәй сиген законһыҙ боҙған өсөн хәҙер ғәйепле кешегә суд тарафынан 300 мең һум штраф һалына йәки ул дүрт йылға мәжбүри эшкә, йә ошо уҡ срокка иректән мәхрүм ителә.
Ләкин тыйыу саралары ниндәй генә шәфҡәтһеҙ булмаһын, һөҙөмтәһе самалы. 4 миллионға яҡын сит ил гражданы йәшерен шарттарҙа эшләүен дауам итә, һәм был ара-тирә телевидение аша күрһәтелгән репортаждарҙа ла сағылып ҡала. ФМС-тың Башҡортостандағы идаралығы быйыл мартта егерме көн буйы “Иностранец” операцияһы уҙғарҙы. Уның барышында 704 эш биреүсе, 1500-ләп мигрант тикшерелә, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 290 протокол тултырыла, 6,5 миллион һумлыҡ штраф һалына, 86 гастарбайтерҙы илдән һөрөү тураһында суд ҡарары сығарылған. Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ: күпме ваҡыт сарыф ителеп, иҫәпһеҙ-һанһыҙ сығым түгелгән!
Сит ил граждандары криминаль хәлде ҡатмарлаштыра, тигән фекер ҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан йышыраҡ әйтелә. Ләкин, ФМС мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр мигранттар тарафынан 40,3 мең енәйәт ҡылынған, йәғни бөтә енәйәттәрҙең 4 проценты. Уларҙың да күпселеге урлашыу, ялған юл менән документтар йүнәтеү булып тора. Дөрөҫ, Ауырғазы һәм Әлшәй райондарында ауыр енәйәт ҡылған өсөн быйыл ике сит ил гражданы оҙайлы срокка иркенән мәхрүм ителде.

Визағыҙ булһа, рәхим итегеҙ!

Хеҙмәт миграцияһын яйға һалыу өсөн ниндәй саралар тәҡдим ителә һуң? Дәүләт Думаһының коммунистар фракцияһы тәҡдименә ярашлы, БДБ илдәре менән виза буйынса хеҙмәткә алыу тураһында закон ҡабул итергә кәрәк. Был фекер менән Федераль хөкүмәттең миграцияны күҙәтеүҙә тотҡан вице-премьеры Дмитрий Козак та ризалаша, уныңса, виза индереү милләт-ара ыҙғыштарҙан һаҡланырға булышлыҡ итәсәк.
Ленинград өлкәһенең закон сығарыу йыйылышы депутаттары иһә визаһыҙ килгән мигранттарҙы торлаҡ һәм медицина хеҙмәте менән тәьмин итеүҙе эшкә алыусыға йөкмәтеү тураһында закон проекты әҙерләгән. Йәнәһе, был аҙым сит ил граждандарын Рәсәй йәмғиәтенә яраҡлашыуына, артабан ҡушылып китеүенә, йәғни урыҫлашыуына булышлыҡ итәсәк. Тәҡдим тәү ҡарашҡа урынлы кеүек, әммә уға ҡарата ҡапма-ҡаршы ике фекер бар: 1) эшҡыуарҙар мигранттарҙы эшкә алыуҙан баш тартасаҡ; 2) эшкә алыусының баш тартырға хоҡуғы юҡ, хатта теге йәки был сәбәп арҡаһында сит ил гражданын илдән сығарырға тура килһә, ул сығымдарҙы ла бүлергә тейеш.

Азиянан – Европаға

Миграция Рәсәйгә генә хас күренеш түгел, уны АҠШ йәмәғәтселеге (ил башлыса мигранттарҙан йәки колонистарҙан тора) быуаттар буйы күҙәтә. Европаға ла мигранттар ағымы кәмемәй, мәҫәлән, Францияла 5 миллион ғәрәп йәшәй, Германияла төрөктәр иҫәбе 3 миллионды уҙҙы, Бөйөк Британияла ҡара тәнлеләр күбәйә, Швеция парламенты былтыр илгә күсеп килеүселәр артыу менән бәйле борсолоу белдерҙе һ. б.
Ләкин Рәсәйҙәге миграцияның тәбиғәте Европалағынан бер аҙ айырыла. Беренсенән, был миграция – элекке СССР-ҙың ул республикаларҙа алып барған иҡтисади сәйәсәтенең эҙемтәһе, сөнки хеҙмәт бүленеше, эшсе көстәрҙе урынлаштырыу кеүек эшмәкәрлектең тик Мәскәүгә бәйле булыуы арҡаһында республикалар яңы шарттарҙа үҙаллы эшләргә әҙер булмай сыҡты. Икенсенән, элекке Советтар Союзы республикалары вәкилдәре Рәсәйгә еңел тормош артынан түгел, ә үҙен һәм ғаиләһен аҫрарлыҡ аҡса эшләргә килә. Ҡасандыр Үҙәк Рәсәй губерналарынан дәүләт хеҙмәткәрҙәре, крәҫтиәндәр, һуңыраҡ йәштәр милли окраиналарға күпләп күсенһә, хәҙер демографик, иҡтисади сәбәптәр арҡаһында бушап ҡалған тарихи урыҫ өлкәләренә милли окраиналарҙан күсенеү процесы көсәйә. Урта Азиянан, Кавказдан сыҡҡан диаспораларҙың Башҡортостанда ла, күрше төбәктәрҙә лә тиҫтәләрсә меңгә етеп, һаман артыуы дауам итә.
Шуныһы әһәмиәтле: ХХI быуат миграцияһы ла бынан бер нисә тиҫтә быуат күҙәтелгәнсә, Көнсығыштан һәм Көньяҡтан Көнбайышҡа табан бара. Икенсе донъя һуғышынан һуң ҡулланыусылар йәмғиәте ҡороп, тормош сифатын юғары кимәлгә күтәрә алған Европалағы көнкүреш ылыҡтыра уны. Ләкин элекке колония вәкилдәре унда “французлашырға” йәки “инглизләшергә” ашыҡмай, ә үҙ дине, теле һәм йолалары буйынса йәшәргә ынтыла. Ошо арҡала һирәк-һаяҡ ыҙғыштар булып ала.
Был хәл Рәсәйҙә лә күҙәтелә, мигранттар үҙлегенән ваз кисеп, “урыҫлашырға” һис тә йыйынмай, киреһенсә, үҙ йолаларын урынлаштырырға тырыша. Был йәһәттән улар элек тарихи ватандарына күсеп ултырған, әммә урыҫлығын ташламаған колонистар тәртибен ҡабатлай кеүек. Әммә был күренештең бөтә донъяға хас булыуы проблемаға икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә. Өсөнсө мең йыллыҡ миграцияһын ябай күсенеү тип кенә ҡарарға ярамай, уның ошо быуат аҙағында донъя картаһына, әлбиттә, иң элек миграция әүҙем барған Европала, етди үҙгәрештәр индереү ихтималлығы бар. Был, беренсенән, ҡулланыу йәмғиәте үҫешенең ахырына етеүенә бәйле булһа, икенсенән, кеше хоҡуҡтары менән мауығып, бер енес вәкилдәренең ғаилә ҡороуын рәсмиләштереүҙә лә сағылыш таба. Ни генә тимә, бер енес нәҫел ишәйтеүгә һәләтһеҙ.
Ошо айҡанлы ҡырғыҙ мигранттарының Мәскәүҙәге ойошмалары (ә улар баш ҡалала байтаҡ) етәксеһе Алишер Маданбековтың, беҙгә ҡала думаһында үҙ депутаттарыбыҙ кәрәк, сөнки Мәскәү – күп милләтле ҡала, һәм уның парламенты ла шул халыҡтар вәкилдәренән торорға тейеш, тигән фекере етди иғтибарға лайыҡ. Уның ҡулланмаға әүерелеп, яҡын киләсәктә ғәмәлгә ашыуы ла ихтимал, сөнки 76 диаспора – ул бик ҙур көс.

Мәхмүт ХУЖИН,
публицист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511