Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табиптың көсө — уның йөрәгендә
Табиптың көсө — уның йөрәгендә
Күптән түгел медицина университетынан яҡын дуҫым "Бөйөк Тамерландың шәхси табибы" ("Личный лекарь Великого Тамерлана") тигән бик ҡыҙыҡлы китап-роман бүләк иткәйне. Был тарихи ғына түгел, шулай уҡ Алтын Урҙа дәүерендә Тамерландың шәхесенә, уның табибы — Хажи исемле башҡорттоң әһәмиәтенә, бөйөк полководецты үлемдән ҡотҡарып ҡалыуына ҡағылған нәфис әҫәр ҙә. Бер үк ваҡытта романда уҙған быуаттарҙағы медицинаның хәленә бик күп иғтибар бирелә, автор Тамерлан ғәскәре яугирҙәрен дауалау алымдарын һүрәтләй.


Әҫәр тарихи-архив материалдарына нигеҙләнеп, бик матур әҙәби телдә яҙылған. Уның авторы журналист та, яҙыусы ла түгел, ә табип, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше буйынса проректоры, дөйөм хирургия кафедраһы мөдире Мәжит Әхмәт улы Нартайлаков.
Медицина тураһында уйланғанда, гениаль табип, философ һәм алхимик Теофраст Парацельстың һүҙҙәре хәтергә төштө. Ул шәкерттәренә "Табиптың көсө — уның йөрәгендә" тип әйтер булған. Бөгөнгө мәҡәләмдең геройы — табип Нартайлаковтың йөрәге лә тап шундай. ХVI быуатта пациентҡа ҡарата һөйөү иң шифалы дарыу булғандыр ҙа, бәлки. Бөгөн иһә табипҡа һөнәри бурысын лайыҡлы башҡарыу өсөн заман талаптарын үтәргә, тәжрибә тупларға, өр-яңы медицина техникаһын үҙләштерергә кәрәк.
Мәжит Әхмәт улының буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ашығыс йәки пландан тыш операциямы, университетта студенттар алдында лекциялармы, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыштармы... 2011 йылдан кафедрала эшләүҙән, операцияларҙан тыш, уға университеттың дауалау эше буйынса проректоры вазифаһын да башҡарырға тура килә.
М.Ә. Нартайлаков — юғары категориялы хирург, ике тапҡыр "Алтын скальпель" хужаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, иң яҡшы йыл хирургы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы. 2012 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. Бер үк ваҡытта Республика клиник дауаханаһының хирургия клиникаһын һәм Башҡортостан республика хирургия гепатологияһы үҙәген етәкләй. Ул — бауырҙы уңышлы күсереп ултыртҡан тәүге хирургтарҙың береһе, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын да яҡлаған.
Мәжит Әхмәт улы — 550-нән ашыу ғилми эш, 12 монография, 34 уҡыу ҡулланмаһы авторы. Ул уйлап табыуҙарға 18 патент, рационализаторлыҡ тәҡдименә 51 таныҡлыҡ алған. 20 методик рекомендация сығарған, хирургия буйынса ике белешмәнең авторҙашы. Профессор М.Ә. Нартайлаков етәкселегендә һигеҙ докторлыҡ һәм 46 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
Башҡортостандың баш хирургы булараҡ, күп тапҡыр Бөтә Рәсәй, республика һәм район-ара фәнни-ғәмәли конференциялар ойоштороуға көс һалған.
Мәжит Әхмәт улы — һиҙгер күңелле, ихлас, бер нәмәгә лә битараф ҡала алмаған шәхес. Уны иң элек кешеләрҙә изгелек сифаттарының юҡҡа сыға барыуы борсоуға һала. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәләренең береһендә Мәжит Әхмәт улы: "Сирҙе түгел, ә сирле кешене дауала" тигән әйтем һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар тарафынан бөтөнләй онотолдо, шикелле. Уларҙың эшмәкәрлеге дауалау базаһын нығытыуға ҡайтып ҡала. Әйтерһең дә, медицина тармағы ошоно ғына маҡсат итеп ҡуя, кадрҙарҙы ла, аҡсаны ла шуға йүнәлтә. Кеше түҙемлеге ҡалмағас ҡына табипҡа бара. Шул уҡ ваҡытта сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк бит", — тип һыҙланып һөйләгәйне.
Профессор М.Ә. Нартайлаков хәҙерге Рәсәйҙең ғәҙәти булмаған феномен кисереүен яҡшы аңлай. Һуңғы 20 йылда үлем кимәле тыуымдан 700 меңдән 1 миллион кешегә тиклем юғарыраҡ. Етәкселек сабыйҙар һанын арттырыу йәһәтенән күргән сараларға ҡарамаҫтан, һуңғы биш йыл эсендә генә Рәсәй халҡы 500 меңгә кәмегән.
Ғалимдың фекеренсә, бөгөнгө ҡаты ауырыуҙар, үлем осраҡтарының артыуы СССР тарҡалыуға бәйле әхлаҡи-эмоциональ кисерештәр, сараһыҙлыҡ, намыҫлы хеҙмәт ярҙамында фәҡирлектән ҡотола алмау, милли иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең торғонлоғо менән туранан-тура бәйле.
— Донъяла һәм Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тәрән көрсөк кисерә, — ти Мәжит Әхмәт улы. — Сирлеләр һаны йылдам арта, хатта бөтә планетаның ғәйәт ҙур дауаханаға әүерелеү хәүефе бар. Кешелек үҙ-үҙен һаҡлап ҡалырға теләй икән, бөгөнгө медицина өр-яңы идеяларға, концепцияларға, ҡараштарға эйә булған бөтөнләй икенсе медицинаға урын бирергә тейеш. Дарыу яҙып ултырған табипҡа алмашҡа ижадсы табип килһен ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар ғүмеремде арнаған эшемдең берәүгә лә (сирленән тыш) кәрәкмәүен аңлау еңел түгел. Эйе, совет осоронда табиптарҙың эш хаҡы ҙур булманы, әммә уларҙы ихтирам иттеләр, айырыуса ауылда. Бөгөн хирургтар унда ҡалманы тиерлек. Йәштәр был һөнәрҙе әллә ни үҙ итмәй, дәүләт тә ауылда медицинаны үҫтерергә ашҡынып тормай, күрәһең. Дауаханалар, медицина пункттары ябыла, барыһына ла махсус үҙәктәрҙә дауаланырға тәҡдим итәләр.
— Миллионлаған ижадсы табипты ҡайҙан алырға һуң? — тип һорайым унан. — Ижадсы ул — "бөртөклө тауар", ә табиптар әҙерләү — конвейерлы етештереү.
— Минеңсә, миллионлаған табип кәрәкмәй, — ти әңгәмәсем. — Ниндәй һөнәр һайлауға ҡарамаҫтан, һәр кешенең билдәле бер медицина әҙерлеге бар икән, уларһыҙ ҙа эшләргә мөмкин. Һәр кешегә, беренсе кластан башлап, организмдың төҙөлөшө, ағзаларҙың һәм системаларҙың эше, һаулыҡ, сәләмәт тормош тураһында белем бирергә кәрәк. Сәләмәтлек проблемаларына теоретик һәм практик яҡтан төшөнөүгә көндәлек тормошобоҙҙа ҙур урын бирелергә тейеш. Халыҡтың аңын, йәшәү рәүешен үҙгәртһәк, сирлеләр ҙә кәмер, ғүмер оҙайлылығы ла ҡырҡа артыр. Ә инде дәүләткә килгәндә, ул кеше һаулығын үҙенең төп хәстәрлеге тип иҫәпләргә тейеш. Өҫтөнлөктәрҙе билдәләү шарт. Минеңсә, кеше, уның физик, әхлаҡи, социаль именлеге йәмғиәттең маҡсатына әүерелергә тейеш. Шуға күрә дәүләт ҡаҙнаһын тәү сиратта медицина, экология, мәҙәниәт, шул иҫәптән физик культура ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтергә кәрәк. Әлегә беҙ бындай шарттарҙан йыраҡ торабыҙ. Башҡа илдәрҙә лә хәл шәптән түгел.
Әңгәмәсем совет осорондағы күмәк диспансерлаштырыуҙы һағынып хәтерләне. Күптәребеҙ — шул дәүер балалары. Ул саҡта эштең нисек ойошторолғанын да яҡшы беләбеҙ. Бөгөн алдынғы тәжрибә хаҡында оноттоҡ. Ә бит ул осорҙа махсус ҡорамалдар ҙа, заманса приборҙар ҙа булманы. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы, уҡыусыларҙы, студенттарҙы, предприятие хеҙмәткәрҙәрен планға ярашлы тикшерәләр ине. Бындай саралар барышында табиптар тонометрҙар, ябай ҡорамалдар ярҙамында ауырыуҙы алдан уҡ асыҡлап, уларҙы иҫкәртә ине.
Мәжит Әхмәт улы әйтеүенсә, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында республикабыҙҙа үлем кимәле әлеге менән сағыштырғанда икеләтә кәмерәк булған. Ул осорҙа йыл һайын 30-35 мең кеше вафат булһа, әле 50-55 меңде ерләйбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен техник йыһазландырыуҙы, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе бөгөнгө менән сағыштырып та булмай. Совет осоронда сирҙәрҙе иҫкәртеү эшмәкәрлеге билдәле бер системаға һалынғайны, эштең мөһимлеген дә аңлайҙар ине.
Әңгәмәсем баҫалҡылығы, итәғәтлелеге, яуаплылығы менән айырылып тора. Ул медицинаның идеологияһын, ғилми эҙләнеү алымын яҡшы үҙләштергән. Ғилми һәм ғәмәли эштәргә БДМУ кафедраһы белгестәрен дә, Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп итә. Ғилми эшмәкәрлегендәге юғары һөҙөмтәләр, хирург булараҡ ғәмәли эше Мәжит Әхмәт улының ғәҙәти булмаған һәләттәрен, үҙенсәлекле ҡараштарын, тырышлығын сағылдыра. Белеме, педагогик таланты, ғилми хеҙмәттәре менән ул лайыҡлы ихтирам ҡаҙанды. 1983 йылда операция өҫтәле янына баҫҡан Мәжит Нартайлаков меңдән ашыу кешенең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалды.
Тамерлан хаҡындағы китапты уҡығанда, был шәхескә ҡарата ихтирамым тағы ла арта төштө.
— Мәжит Әхмәт улы, гуманитар белемегеҙ юҡ. Тарихсы, яҙыусы, тикшеренеүсе булырға нимә этәрҙе һеҙҙе? — тип һорайым унан.
— Совет осоронда Тамерлан исемен мосолман донъяһы тарихынан бөтөнләй һыҙып ташларға, кешеләрҙә милли ғорурлыҡ тойғоһон бөтөрөргә тырыштылар. Был тема менән мауығыуға этәргән сәбәптәрҙең береһе — ватандаштарыма ошо шәхестең Рәсәй тарихындағы әһәмиәтен күрһәтергә тырышыу. Атай-олатайҙарыбыҙҙың изге ғәмәлдәрен хәтергә төшөрөп, алыҫ үткәндәр, Башҡортостандың үҙ ирке менән күп милләтле Рәсәйгә ҡушылыуынан ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм.
— Әле һәр кем үҙен генә ҡайғырта, тигән фекер йәшәй. Һеҙ быға ниндәй ҡарашта?
— Дөйөм кешелек файҙаһына хеҙмәт итеү теләге күңел ихтыярына, үҙ бәхетең сығанағына әүерелергә тейеш, — тип яуапланы Мәжит Әхмәт улы.

Октябрь ВӘЛИТОВ,
профессор,
философия фәндәре докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840