Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырҙар тәрәндән һут ала
Тамырҙар тәрәндән һут ала
Илеш-Баймаҡ дуҫлығы тамырҙары менән бик алыҫҡа китә. Был йәһәттән, иң беренсе сиратта, 1941 йылды – Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙо – иҫкә алабыҙ. Ул ваҡытта республикала сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башлана. Ҙур бурысты үтәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте әүҙемлек күрһәтә. Баймаҡ районында ул саҡта ҡалдау ерҙәр бик күп була. Республика халҡына, шул иҫәптән Илеш районына, ошо ерҙәрҙе үҙләштерергә кәрәк тигән саҡырыу менән сығалар.


Тамырҙар тәрәндән һут алаБашҡортостандың төньяҡтағы, Татарстан менән сиктәш райондарында иген сәсеүгә һәм мал тотоуға ерҙәрҙең һаҙлыҡлы булыуы ҡамасаулай. Шуға ла, теләгенә ҡарап, колхозсыларҙы көньяҡ-көнсығыш райондарына күсереү бурысы ҡуйыла. Унда әлегә файҙаланылмай ятҡан сиҙәм ерҙәр күп була, ә эшкәртергә ҡул көсө етмәй.
Үрге Маншыр һәм Бүләк ауылдарынан күп кенә кеше күсеп барыу теләген белдерә. 1941 йылдың башында Илеш районынан яйлап ҡына айырым-айырым ғаиләләр Баймаҡ районына тартыла башлай. Һаҡмар йылғаһы буйында колхоз төҙөп, күптән һөрөлмәй ятҡан сиҙәм ерҙәрҙе файҙаланыу күҙ уңында тотола. Ҡайһы берҙәре атта, бәғзеләр поезд менән юлға сыға.
Иң беренселәрҙән булып райондан ике-өс балалы, тырыш, эшкә ынтылып торған бер төркөм колхозсы күсенә. Ҡалғандары 1941 йылдың май һәм июнь айҙарында ҡуҙғала. Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана, ошо арҡала байтағы юлда бик интегеп, ауыр хәлгә ҡалып, Үрге Маншырға ҡайтып китергә мәжбүр була. Икенселәре Баймаҡ хәрби комиссариаты аша һуғышҡа алына, ә ғаиләләре Илешкә кире борола. Баймаҡта йәшәргә ҡалғандар ҙа була. Бына, шулай итеп, яҙмыш ҡушыуы буйынса илештәргә урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, телен өйрәнергә тура килә. Үҙ төбәктәренә хас йолаларын дауам итеү менән бер рәттән, бындағы тәрбиә ҡанундарын да ҡанына һеңдерә улар. Баймаҡ менән Илеш халҡы, берҙәй ауырлыҡтар кисереп, һуғыш йонсотҡан ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтыра. Уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында төбәктә игенселек ҙур үҫеш ала.
Ҡоролоҡ булған йылдарҙа малсылыҡ тармағын алып барыу бик ауырға төшә. Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡаршы көрәштә илештәр – Баймаҡ, баймаҡтар Илеш халҡы менән дуҫтарса, туғандарса эш башҡара, бер-береһенә гел ярҙам итә. Улар араһында килешеү төҙөлә, йыл да һабантуйға тура килтереп, дуҫтарса осрашыуҙар ойошторола.
Ошо һоҡланғыс дуҫлыҡтың тарихын тулыраҡ күҙаллау маҡсатында тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Рөстәм Мәғрүф улы Камаловҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.
– Илеш-Баймаҡ хеҙмәттәшлегенә — 50 йыл. Кемдең башланғысы менән һуҙылған был дуҫлыҡ ептәре?
– Ваҡиға 1964 йыл менән бәйле. Тап ошо йылда КПСС-тың Илеш район комитетының беренсе секретары Тәлғәт Рахманов Баймаҡ райкомының беренсе секретары Вилким Мәҡсүтовҡа ауыл хужалығы буйынса социалистик ярыш ойошторорға тәҡдим иткән. Ошо ярыш дуҫлыҡҡа әүерелә һәм бөгөнгәсә дауам итә.
Тамырҙар тәрәндән һут ала– Ысын дуҫлыҡ ауыр саҡтарҙа һынала бит...
– Хәтеремдә, 1974 йылда ергә бер тамсы ла ямғыр төшмәне. Баймаҡтар хәлде дөрөҫ баһаланы – илештәргә тос ярҙам күрһәтте. Башҡа йылдарҙа беҙҙекеләр үҙ автомашиналары, комбайндары менән бер нисә тапҡыр Баймаҡҡа ярҙамға барҙы. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Үрге Маншыр ауылынан егерменән ашыу ғаилә Баймаҡ районына сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерергә юлланған булһа, шуларҙың нәҫелдәре бөгөн Баймаҡты үҙ итеп йәшәп ята. Күптән инде туғанлашып бөткәндәр.
– Берҙәмлек рухы эштә генә күренәме?
– Кеше икмәк менән генә туҡ булмай, тиҙәр, рухи аҙыҡ та кәрәк бит әҙәм балаһына. Йыл һайын бер-береһенең һабантуйҙарында ҡатнашалар, ҡунаҡ булышалар, мәҙәни-спорт сараларын бергәләп ойошторалар. Төрлө белгестәрҙең эш тәжрибәһен уртаҡлашыу өсөн делегациялар ебәреп аралашыу күптән йолаға әйләнде. Йылдар үтһә лә, ата-бабаларыбыҙ нигеҙ һалған дуҫлыҡҡа ара йыраҡлығы ҡамасауламай, ул, киреһенсә, нығый ғына бара.




Район хакимиәте башлығы Илдар МОСТАФИН:
– Илеш-Баймаҡ дуҫлығына 50 йыл тулыуға бәйле, 2014 йыл районыбыҙ һәм уның халҡы өсөн айырыуса иҫтәлекле. Тотош дәүер эсендә сәйәсәттә, иҡтисадта, мәҙәниәттә, мәғарифта, ауыл хужалығында төрлө үҙгәрештәр булды, шуға ҡарамаҫтан, райондар дуҫлыҡҡа тоғро ҡалды. Был рухи кимәлебеҙҙең юғары, тамырҙарыбыҙҙың ныҡлы булыуын күрһәтә.
Ике район да республикала төрлө йәһәттән алдынғылар сафында бара, аралағы ярты быуатлыҡ дуҫлығыбыҙ күптәр өсөн өлгө булып тора. Был хаҡта шиғырҙар, йырҙар ижад ителгән. “Илеш–Баймаҡ” тигән китап та бар хатта.
Беҙ баймаҡтарҙың тормошо, эше менән даими танышып барабыҙ, уңыштарын күреп һөйөнәбеҙ, үҙебеҙҙең ҡаҙаныштарҙы ла күрһәтеп, уларҙы уртаҡлашабыҙ. 7-8 июндә үткән район, ауыл һабантуйҙарында Баймаҡ ҡунаҡтарын шатланып ҡабул иттек, кисә улар беҙғә, Илеш вәкилдәренә, шундай уҡ ихласлыҡ күрһәтте. Һөйләшер һүҙҙәребеҙ, башҡарыр эштәребеҙ күп беҙҙең.
Дуҫлыҡ байрамы үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән тағы бер етди аҙым булыр, киләсәктә лә яҡшы традицияларыбыҙ һаҡланыр, мөнәсәбәттәребеҙ тағы яҡынайыр, тип ышанам. Йыл барышында Илеш һәм Баймаҡ райондарының үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында Өфөлә күркәм концерт ойоштороласаҡ. Беҙ, илештәр, дуҫлыҡтың ҡәҙерен, әһәмиәтен баһалайбыҙ, аңлайбыҙ, шуға күрә уның артабан да һаҡланыуына, үҫеүенә һәр яҡлап булышлыҡ итәсәкбеҙ.


ҺҮРӘТТӘРҘӘ: төрлө йылдарҙағы байрам сараларынан күренештәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512