Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Ваҡыт Рәсәй файҙаһына аға..."
"Ваҡыт Рәсәй файҙаһына аға..."
Был тәүге ишетеүгә ябай ғына яңғыраған хәҡиҡәтте бөйөк дипломат һәм канцлер Александр Михайлович Горчаков XIX быуаттың икенсе яртыһында, дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә Рәсәй ситләтелеү, тәкәбберлек һәм хатта дошманлыҡ шарттарында ҡалған саҡта әйткән. Бер генә илдең дә тарих арбаһы тигеҙ һәм тура юлдан, текә үрҙәрһеҙ һәм шаршылы кисеүҙәрһеҙ тәгәрәмәй. Үҙ-ара тынғы белмәгән кенәзлектәрҙән, ваҡ-төйәк түрәләрҙең самаһыҙ эрелеген еңеп, бер дәүләт булып ойошоп, ҡитғаларға ҡанат йәйеп, ҡырҡ дошманын ҡыра һуғып, ҡан даръяларын кисеп яралған дәүләт ул Рәсәй.


Йыһан киңлегендә бер генә астрономик белешмәләрҙә лә күрһәтелмәгән планета бар. Ул йондоҙ – йәнә лә Рәсәй. Унда көнитмеш ҡәүемдәрҙең, тәбиғәт төҫтәренең һәм иҡтисад рәүешенең төрлөлөгө, хисапһыҙ файҙалы ҡаҙылмаларҙың тупланмышы һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙең ҡоласы йәһәтенән Рәсәйҙе ниндәй ҙә булһа айырым ил менән түгел, бәлки, тулайым, Ер менән генә сағыштырырға мөмкиндер. Бәғзе бер мөғжизә эйәһе, мәгәр, Рәсәйҙе йомғаҡ итеп йомарлап, Йыһанға оҙатып ебәрә алһа, ул, һауа менән һыуға ла, металл менән яғыулыҡҡа ла, дини идеяларға ла, технологиялар һәм белемдәргә лә ҡытлыҡ кисермәй, Ҡояш тирәләй әйләнер ҙә китер ине.
Ләкин Ер-планета менән Рәсәй-планетаны мәңгегә үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу хатта иң маһир мөғжизә эйәләренең дә ҡулынан килмәй. Ил бүтән донъя менән меңдәрсә иҡтисади, сәйәси, мәҙәни ептәр аша тоташҡан. Донъя Рәсәйгә ни ҡәҙәре йоғонто яһай, ул да донъя йөҙөн шул дәрәжәлә үҙгәртә. Рәсәй тәбиғәтенең һәм байлыҡтарының, халыҡтары һәм мәҙәниәттәренең, иҡтисади булмышының һәм тышҡы бәйләнештәренең төрлөлөгө арҡаһында ил һил осорҙарҙа байыҡты һәм нығынды, ауыр һынауҙар килгәндә бирешмәне.
Егерменсе йөҙ йыллыҡ ахырында Рәсәйгә, бына нисәнсе мәртәбә инде, йәнә имтихан тоторға тура килде. Ике-өс тиҫтә йыл – тарих өсөн ҙур ара түгел, һәм ул көндәргә әйләнеп күҙ ташлап баһа бирергә маташыу әлегә иртәрәктер. Дауыл тынысланһын, тынды иркенәйтер ел хәленә ҡалһын. Ярһыулы ул йылдарҙы хәтерләп, йәнә ҡыҙып китмәйек. Ошо кескәй генә мәҡәләне лә мин ҡыйшайып, шығырлап торған өҫтәлдә яҙа алмаҫ инем. Ике меңенсе йылдар башынан илдә иҡтисади, сәйәси һәм социаль ҡойондар әүәлге рәүешле ҡоторонмай. Тормошо яйлана барған, үҫеү юлын тапҡан, халҡы баш ҡалҡытҡан ил тураһында ҡыуанып яҙырға, бәлки, беҙҙең быуынға ла далан асылыр.
Нәҡ ауыр үҙгәрештәр ваҡытында дәүләт ҡоролошоноң асылы һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың гражданлыҡ сифаттары ысын йөҙө менән күренә. Рәсәй иһә һәр даим үҙгәрә килде, ошо процесс, ҡапылда күҙгә бәрелеп бармаһа ла, һис ҡасан да туҡталғаны юҡ. Уның иҡтисады текә тулҡын булып күтәрелә йә көрсөктәр упҡынына оса. Дәүләттә йәшәгән халыҡтарҙың составы ла үҙгәрешһеҙ тормай. Әлеге егерменсе быуатта ғына, ике донъя һуғышы, инҡилап, граждандар һуғышы, золомлоҡ һәм йотлоҡ арҡаһында, халыҡ һаны ныҡ кәмегән, торараҡ йәнә көс-ҡеүәт йыйған. Мәғлүмдер, урманда оҙаҡ йәшәгән ағасты йыҡһаң, уның тамырҙарынан бер нисә үҫенте шундуҡ төртөп сыға. Тамыры киҫелмәһә һәм һут үтер юлдары быуылмаһа, тере йән йәшәр көсөн таба ул. Дәүләт, ҡеүемдәр берлеге, халыҡҡа тамырланған сәйәси ҡоролош та тәбиғәттән бер яғы менән дә айырылмай.
Рәсәй тарихында бәғзе осорҙарҙа уның миллиондарса граждандары илен ҡалдырып киткеләне. Мөҙҙәтенә ҡарап, илебеҙ күптәр өсөн килеп һыйыныр урын булды. Мәңге ҡымшанмаҫтай тауҙар һәм далалар, ғөмүмән, Ерҙең йөҙө һәм йылыһы-һыуығы ла ҡасандыр хәҙерге һымаҡ булмаған бит. Шуға күрә, бөгөнгө Рәсәй, уның тәбиғәте, халыҡтары һәм хужалығы тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда, беҙ үҫеш юлдары, өҙлөкһөҙ үҙгәрештәрҙең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләйбеҙ.
Тарих төпкөлдәренә бик тәрән суммай, уҙған һәм башланып торған быуаттарға ҡараш ташлаған саҡта ла, Рәсәйҙең йөҙ йыл эсендә генә туҡтау белмәҫ һынылыш шарттарында йәшәгәнен күрәбеҙ. Әммә күреү генә етмәй, бәлки, ҡырҡа боролоштар мәлендә илдә уны кендектән ысҡындырмай тоторлоҡ, береһенән икенсеһе ҡатмарлыраҡ мәсьәләләрҙе хәл итерлек ниндәй ҡөҙрәттәр табыла тороуын аңлау мөһим. Рәсәйҙең төп хазинаһы тау-тау аҡса йәки банк сейфтарындағы алтын-көмөш түгел. Улар, яҙғы ҡояш нурҙары аҫтында ирегән ҡар һырынтылары һымаҡ, тиҙ үк юғалыуы ихтимал. Рәсәйҙең әле баһаланып та етмәгән байлығы – халыҡ, уның белеме, таһыллығы һәм мәҙәниәте. Ул – йомарт тәбиғәт: икһеҙ-сикһеҙ урмандар, яландар, диңгеҙҙәр. Ул – хужалыҡтың иҡтисад өсөн иң көрсөклө йылдарҙа ла йығылмаған төп тармаҡтары. Ул – илдең тормошонда һәр ҡайһыһы үҙенең алмашынмаҫ урынын биләгән төбәктәр. Илгә республикалар, крайҙар, өлкәләр, милли округтарҙан кемдер нефть һәм газ, икенселәр – икмәк һәм һөт, өсөнсөләр машиналар һәм фәнни асыштар бирә. Ошолар, берегеп, дәүләттең ҡеүәтен һәм мәртәбәһен тәшкил итә лә инде.
Үҙ иңенә глобаль йөктәрҙе һалыр дәүләттәрҙең яҙмышы һис ҡасан да еңел булмаған. Мостай ағай һүҙҙәрен телгә алып әйткәндә, ерҙә дауыл ҡуптарылғанда ла, күктә йондоҙҙар боларғанда ла уның шауҡымы Рәсәй өҫтөнә төшә килә. Кескенә илдәр ошондай мәлдәрҙә боҫоп ҡалғылай, сөнки ел бейек ағастың осон сайҡай, һындырмаҡҡа ҡаныға, уның төбәгендәге ҡыуаҡҡа, үләнгә елдең тыны ла һуғылмай.
Рәсәй хәҙер шакалдар өйөрөнән ҡамалған арыҫлан хәлендә. Ҡан көҫәүсе мәхлүктәрҙе туҙҙырып ташлап, юлын ғорур ғына дауам итергә лә бит, ләкин арыҫланға сәүектәр менән бәйләнеп, түбәнселеккә ҡалырға ярамай. "Рәсәй яфаланған сирҙәр Көнбайыш Европаға хас түгел. Шуға күрә ғәмәлдәге тәртиптәрҙе үҙгәртеү тураһында унда ҡабул ителгән теориялар беҙгә һис тә бармай. Беҙҙә дауаланырға тейешле ике сир бар: халыҡтың дорфалығы һәм хөрт хакимиәт. Тәүгеһенә ҡарағанда, икенсеһен шифалау күпкә ҡыйыныраҡ”. Быны, бөгөнгө булмышыбыҙҙы күреп торған шикелле, ХIХ быуатта йәшәгән урыҫ әҙибе һәм тәнҡитсеһе Александр Никитенко әйткән.
Шау-шоулы төрлө саралар, килешеүҙәр һәм йыйындар Рәсәйҙең бөгөнгө ауыр хәлен йәшерә алмай. Илебеҙ, Көнбайыштың "тырышлығы" менән, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә яңғыҙлыҡҡа ҡалып бара. Дәүләттең эске тормошонда ла халыҡтың хакимиәттән алыҫлашыуы дауам итә. Һүҙҙең башында уҡ исемен телгә алған дипломат Горчаковтың фекеренә таянғанда, "Рәсәйҙә власть ҡаты, ә күрелгән саралар – йомшаҡ".
Украина өсөн дә йөрәк әрней инде. Унда туғандар яңы фашизмға ҡоралһыҙ ҡаршы тороп аҙаплана. Ләкин шуныһы ла билдәле: славян туғандарыбыҙҙың Рәсәйгә булған өмөттәре – ерҙең тартыу көсө һымаҡ, уны еңеү мөмкин түгел...
"Аҡылдарға һыймаҫ был Рәсәйҙе
Үлсәүҙәргә нисек һалаһың?”
Бөйөк шағирҙың хайран ҡалыуына ҡушылырға ғына ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513