Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағиҙелдә йөҙә ине “ҙур карап”
Ағиҙелдә йөҙә ине “ҙур карап”
Гөлнур Ишбулатованы районда яҡшы беләләр. Ул – Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры. 17 йыл Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында эшләгән.
Баш ҡалала һәүетемсә эшләп йөрөгән тынғыһыҙ журналистың 2012 йылда Баймаҡ ҡалаһына килеп төпләнеүен күптәр көтөлмәгән хәл кеүек ҡабул итте.


— Ысынлап та, хәтһеҙ йылдар йәшәгәндән һуң, шаулы Өфө тормошон районға алмаштырып ҡайтыусылар һирәк, — ти Гөлнур Азамат ҡыҙы. – Ләкин мин тыуған ерҙә төпләнеп йәшәргә теләнем.
— Һеҙ бөгөн — етәксе. Әммә һәр саҡ “үҙемде хәбәрсе тип атауҙан кинәнес алам”, тип әйтергә яратаһығыҙ...
— Ысынлап та, үҙемде “хәбәрсе” тип йөрөтәм. Ҡасандыр абруйлы журналистарҙың береһе республика гәзитендә шундай мәҡәлә баҫтырғайны. “Бөгөн арлы-бирле мәҡәлә яҙыусылар ҙа үҙҙәрен журналист тип атауҙан тартынмай. Был исем юғары дәрәжә кеүек, уға лайыҡ булырға кәрәк”, — тигән һүҙҙәр әле лә хәтеремдә. Шунан алып был һүҙгә ипһенеп, һаҡлыҡ менән ҡарайым. Яңылышмаҫ өсөн имзамды һәр саҡ хәбәрсе тип ҡуям.
— Гөлнур Азамат ҡыҙы, һеҙ — район тормошонда ҡайнап йәшәгән кешеләрҙең береһе. Бигерәк тә ауыл проблемаларын яҡтыртҡан тапшырыуҙарығыҙ үҙенең көнүҙәклеге, сәпкә тейеүе менән күңелгә яҡын.
— Сер түгел, бөгөн эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Район һәм ауыл ерҙәрендә эшләүселәрҙе әлегеләй “ҡоро паек”та тотһалар, оҙаҡламай хатта аҡса түләп тә эшсе ҡулдарҙы табып булмаясаҡ, сөнки күбеһенең аңы “мин эшләмәйем” тигәнгә боролған. Мәҫәлән, етәксе булып тәғәйенләнгәс, ярты йыл самаһы тәжрибәле водитель эҙләнем. Саҡырған кешеләрҙең яртыһы “ул ғына эш хаҡына мин лутсы өйҙә ятам” тип яуапланы. Был инде йылдар буйы эшләгән кешегә йүнле баһа булмауҙың, уның хеҙмәтен танымауҙың бер күренешелер, тип уйлайым.
“5 – 6 мең һум аҡса ауыл өсөн һәйбәт инде ул” тигән фекер менән һис килешмәйем. Ни өсөн был аҡса ауыл өсөн яҡшы булырға тейеш? Әллә унда кеше донъя көтмәй ҙә бала уҡытмаймы? Ҡалаға барғас, һин – ауыл кешеһе, шуға һиңә ташлама яһайыҡ, тимәйҙәр бит. Дөрөҫ, ауылда кеше хужалыҡ тота, күптәр үҙ йүнен үҙе күрә. Дәүләт тап ошоно күҙ уңында тоталыр ҙа. Миңә ҡалһа, оҙаҡ йылдар ауыл ныҡ кәмһетелгән, бөлгән. Бөгөн тормош нисек кенә яҡшырыуға бармаһын, ҡайһы бер кешеләрҙең психологияһын үҙгәртеү мөмкин түгел. Улар, аҙға ғына риза булып, эшләмәй ятырға өйрәнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәй генә тармаҡты алһаҡ та, яҡшы белгескә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Кешенең дәрәжәһе, биләгән вазифаһы ни тиклем юғарыраҡ, эш хаҡы ла шул тиклем ҙурыраҡ. Шуға ла беҙҙә яҡшы эшсе, белгес, һөнәрмән булыу отошло түгел, ә түрәлеккә ынтылыу, бәләкәй генә булһа ла берәй “йылы” урынды эләктереп ҡалыу — күптәрҙең маҡсаты.
— “Һин дә түрә, мин дә түрә, атҡа бесән кем һала?” тигәндәй, ауылдарҙы кем күтәрергә, тормоштарын йәнләндерергә тейеш һуң?
— Ауылға фырт ҡына кейенеп ҡунаҡҡа ҡайтыусылар күп. Ҡайтып эшләйем, тигәндәр һирәк. Аҡыллы һүҙ һөйләп йөрөгән баш ҡала ҡунаҡтары ла, тикшереүсе, хөкөм итеүсе органдар вәкилдәре лә бихисап. Ҡасан эшләргә ирек бирерҙәр икән, тип уйлап та ҡуяһың. Бер тикшереү тамамланыуға икенсеһе өлгөрөп тора. Ошондай ҡалыплашҡан, күңелһеҙ тормошҡа йыш ҡына эс боша. Районда етәксе булып эшләүе еңел түгел. Әгәр ҙә Өфөлә һәр ведомство, министрлыҡ үҙенә йөкмәтелгән аныҡ бурыстарҙы атҡарһа, район башлыҡтарына ошоларҙың һәр береһе менән шөғөлләнергә тура килә. Мин ярамһаҡланып әйтмәйем, ләкин район һәм ауылдарҙа эшләүселәргә һәйкәл ҡуйыр инем. Район башлығынан алып ауыл биләмәһе етәкселәренә тиклем һәр береһе ауыр йөк һалған иңдәренә. Уны күпме тартып барырҙары әлегә билдәһеҙ. Йылдан-йыл яуаплылыҡ арта бара. Етмәһә, бурыстарҙың күбеһе финанс яғынан нығытылмаған.
— Бөгөнгө йәштәр һеҙҙең быуындан айырыламы?
— Һүҙ юҡ, хәҙерге йәштәр беҙгә ҡарағанда күпкә батырыраҡ, дәртлерәк, сәмлерәк. Кеше үҙенең мөмкинлектәрен баһаламай, эшләй алыу-алмауын да уйламай, күҙен йомоп алға ынтыла. Иң мөһиме – оялмай, әммә юридик яҡтан үҙенең хоҡуҡтарын яҡшы белә, кәрәк саҡта уны оҫта файҙаланып, дәғүәләшә ала, күҙгә-күҙ тура ҡарап ҡыйыу һөйләшә.
Беҙҙең коллективта ла күпселек – йәштәр. Эштәренә, тәртиптәренә зарлана алмайым. Телевидениелағы хеҙмәт кешенән икеләтә көсөргәнеш талап итә. Беренсеһе эфирға сығыу өсөн яуаплылыҡ булһа, икенсеһе – башҡарған бурыстың ҡатмарлылығы, сөнки телевидение хеҙмәткәрҙәре бер сылбырға тағылып эшләй. Һинең хеҙмәтең бихисап кешеләрҙең дә үҙ хеҙмәтенә талапсан ҡарауынан тора. Бер оператор йә иһә ҡороусы сирләп китә икән, бөтә эш туҡтай ҙа ҡуя. Шуға күрә мин коллегаларыма һаҡсыллыҡ һәм сикһеҙ хөрмәт менән ҡарайым. Һеҙ – алыштырғыһыҙ хеҙмәт эйәләре, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тип кенә торам.
— Шулай ҙа Өфөләге киңерәк ижад мөхите һағындыралыр әле?..
— Әлбиттә, йәшлегем ҡалаһын, унда ҡалған дуҫтарымды һағынам. Әммә урында ҡайнап эшләү өсөн темалар шул тиклем күп. Был йәһәттән төбәктә эшләгән хәбәрселәр отошло хәлдә. Ҡайтыр алдынан яҡташым Әхмәр ағай Үтәбай: “Ағиҙелдә йөҙгән ҙур карапты Һаҡмарға төшөрөп ултыртҡан шикелле инде”, — тип мәрәкәләне. Рәхмәт инде шундай баһа биргәненә. Бөгөн беҙ Башҡортостан телевидениеһын һәм “Юлдаш” каналын Баймаҡ хәбәрҙәре менән даими тулыландырып торабыҙ. Кем эфирҙы күҙәтеп бара, улар минең һүҙҙәр менән килешер. Был — ике яҡ өсөн дә бик отошло эш алымы. Баймаҡ Өфөнән йыраҡ, йыш ҡына командировкаларға сығып булмай, шуға күрә беҙ урындағы хәл-ваҡиғаларҙы төшөрөп, тиҙ арала эшкәртеп, Интернет аша Башҡортостан юлдаш телеканалына ебәрәбеҙ. Унда ла элекке хеҙмәттәштәрем, дуҫтарым һәр саҡ ярҙамға килә. Мин бигерәк тә Гөлдәриә Йосопова, Гөлнур Моталлапова, Рәмилә Ҡужина, Ришат Миңдийәровтарға ҙур рәхмәтлемен. Бынан тыш, “Юлдаш” каналында минең авторлыҡ программам һаҡланды, ул “Атайсал” тип атала, һәр шаршамбы эфирға сыға.
Әле ҡалабыҙҙа “Юлдаш” радиоһының филиалын асыу уйы менән мәж киләбеҙ. Бинаға ремонт яһаныҡ, кәрәкле техника һатып алдыҡ. Тиҙҙән “ Баймаҡ күрһәтә” тип кенә түгел, ә “һөйләй” тип тә эфирға сығырбыҙ әле.
— Ни өсөн үҙегеҙҙе “беҙ — һуңғы романтиктар” тип атайһығыҙ?
— Ҡыҙыҡ инде был донъя. Кемгә яҡшылыҡ эшләйһең, шул һине тәү сиратта һатып китә. Етәксе булып эшләй башлағас, шул әсе хәҡиҡәтте яҡшы аңланым. Нисек кенә тырышһаң да, һеҙгә рәхмәт әйтеүсе табылмауы ихтимал. Мин етәксе булырға өйрәнә алманым. Бар булмышым – хәбәрсе, даими рәүештә мәғлүмәт, герой эҙләүсе, сөнки һөнәремде бик яратам, яҡшы беләм. Ғөмүмән, һәр кеше үҙе белгән эш менән генә шөғөлләнергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Ҡар-буранмы, таш яуамы, мин телевизион сюжетҡа йәки радиоға монтаж эшләп, ҡараңғы төнгә тиклем йоҡламай ултыра алам. Ни өсөн тигәндә, беҙ – һуңғы романтиктар. Быны миңә әхирәтем Гөлдәриә Йосопова әйткәйне. Беҙ идея өсөн күп йылдар намыҫлы хеҙмәт иттек. Репортаж эшләүгә оло теләк менән, күҙҙәребеҙ янып сығып китә торғайныҡ. Нисәлә ҡайтыуыбыҙ, бының өсөн күпме түләүҙәре лә ҡыҙыҡһындырманы. Иң мөһиме – һөҙөмтә. Эште аҙағына еткермәйенсә ҡайтыу юҡ. Хәҙер мин дә коллегаларымдан шуны талап итергә тырышам. Ләкин улар – икенсерәк, яңы замана балалары. Ысынлап та, беҙ һуңғы романтиктар булғанбыҙ, ахыры...
Гөлнур Ишбулатованың күңелендәге фекерҙәрен, бәлки, тулыһынса уҡыусыға еткерә алмағанмындыр. Әммә тормоштағы хәл-ваҡиғаларға төплө ҡарашы булған, тәрән фәлсәфәүи, ҡыйыу фекерле, үткер телле, дөрөҫлөктө яҡлаусы талапсан етәксе, хәстәрлекле әсә, тынғыһыҙ хәбәрсе, ғөмүмән, асыҡ йөҙлө Гөлнур Ишбулатоваға һоҡланмау мөмкин түгел. Уңыштар һеҙгә, милләтемдең уңған ҡыҙы!

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509