Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Өс дуҫ

Бер ауылда өс дуѕ йәшәй. Улар бәхет тураһында хыяллана. Тик һәр кем уны үҙенсә аңлай. Беренсеһе – байлыҡта, икенсеһе – талантта, ә өсөнсөһө ғаиләлә күрә. Оҙаҡмы, тиҙме, уларҙың һәр береһе үҙ бәхетен таба. Үлергә ваҡыт еткәс, улар осраша һәм һығымта яһай.
Беренсеһе әйтә:
– Бай булдым, тик бәхетле булманым. Һаран кешеләрҙе күрә алмай үләм, – ти.
Икенсеһе:
– Талантлы булдым, ләкин бәхет эҙләмәнем. Донъянан яңғыҙлыҡтан йонсоп китәм, – ти.
Өсөнсөһө:
– Ә мин бәхеттең нимә икәнен беләм. Яҡындарым, туғандарым менән иркәләнеп китәм һәм ер йөҙөндә иң ҡәҙерлене – яңы кешеләр ҡалдырам, – ти.

Тоҡ һәм бәхет

Хужа Насретдин ҡалаға китеп барғанда бәхетһеҙ йөҙлө кешене күреп ҡалған.
– Нимә булды һинең менән?
Кеше ҡулындағы туҙып бөткән тоғон күрһәткән дә:
– Был донъяла булған барлыҡ мөлкәтем ошо бер тоҡҡа ғына һыймалы, – тигән, уфтанып.
– Эйе, эштәрең бик шәп түгел икән шул, – тигән дә Хужа бының тоғон тартып алып ҡасҡан.
Һуңғы мөлкәтен дә юғалтҡан кеше илап ебәргән, үҙен тағы ла бәхетһеҙерәк итеп тойоп, юлын дауам иткән. Ә был ваҡытта Хужа Насретдин унан алғараҡ йүгереп барған да күренеп торған урынға тоғон һалып ҡуйған. Шул ергә килеп еткән кеше тоғон күреп ҡалғас, шул тиклем шатланып киткән.
– О, минең тоғом! Мин бит һине бөтөнләй юғалттым тип ҡурҡҡайным. Шөкөр, мин бәхетле, – тигән.
«Кешене бәхетле итеү шул тиклем рәхәт», тип уйлаған уны күҙәтеп ултырған Хужа.

Тота белергә кәрәк

Бер ауылда йәш егет йәшәгән. Ул көнө буйы өйҙә ултырған һәм бер нимә лә эшләмәгән. Бер осор ялҡып киткәс, әсәһенән һораған:
– Нисек миңә бәхетемде табырға икән?
– Улым, яланға сыҡ. Нимәне тота алаһың, шул һинең бәхетең буласаҡ, – тигән әсәһе.
Үѕмер яланға сыҡҡан. Ҡараһа, ҡаршыһына ҡолонсаҡ килеп сыҡҡан. Уны баѕтырып киткән, тик тота алмаған. Ҡапыл ҡыуаҡтан ҡуян һикергән, егет уның артынан йүгерә, тота алмай. Күгәрсен осоп сыға, ҡайҙа инде, уны ла тотоп өлгөрмәй.
Артабан китә ул, ҡараһа баѕыуҙа ҡарға селәүсен тотоп йөрөй. Эшһеҙлектән ҡулын һонһа, ҡарға тотола.
– Кит инде, һин минең бәхетемме? – тип һорай, йәне көйөп.
– Ҡайҙан мин бәхет булайым? Ә бына нисек бәхет тоторға икәнен өйрәтә алам, – ти ҡош.
– Нисек?
– Хуш еѕле бесән ал да, ихатаң янына һал, ҡолонсаҡ үҙе килер. Татлы кишер һалһаң, ҡуян да килеп етер һәм ҡулға өйрәнер. Ә инде күгәрсенде тотор өсөн ни бары ем һибергә кәрәк. Ул ҡыйыҡ аѕтында йәшәй башлар, – ти ҡарға.
– Ошо бәхетме инде? – ти егет, аптырап.
– Ә бәхет һуңғараҡ киләсәк. Һинең ҡолон, ҡуян, күгәрсен ашатҡаныңды күреп ҡалған сибәр һәм аҡыллы ҡыҙ ғашиҡ буласаҡ һәм һиңә кейәүгә сығасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518