Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыраны һалдат йырҙары
Яңғыраны һалдат йырҙары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын байрам көндәрендә һәр ерҙә тәбрикләйҙәр. Башҡортостандың Милли музейында ла яугирҙәр һәм тыл эшсәндәре менән осрашыу күптән матур йолаға әүерелгән.
Был юлы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы һәм Башҡортостандың урта махсуслаштырылған музыка колледждары студенттары, “Прометей” үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре менән осраштылар. Һөйләшеү фронт йырҙарына арналды. Йәштәр уларҙың һуғыш йылдарында популяр булғандарын башҡарҙы.
— Һалдаттар яуға кергәндә лә, ҡыҫҡа ғына ял мәлендә лә йыр һуҙған. Ул осор моңдары йөрәктең иң нескә ҡылдарын сиртә, күңел түренә үтеп инә, — тип һөйләне Милли музейҙың экскурсиялар бүлеге мөдире Мәсҡүҙә Әсәҙуллина.
Сараға килгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре Сабир Йыһаншин, Казбек Булгаков, Хәсән Хөснөризалов йәшлек йылдарына йәнә әйләнеп ҡайтҡандай булды. Осрашыуҙан һуң ветерандар хәтирәләре менән уртаҡлашты, музей фондындағы фото һәм документтарҙы ҡарап сыҡты.

Ишектәр һәр саҡ асыҡ

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейынан кеше өҙөлмәй. Байрам мәлендә бында көн дә 150-ләп кеше килә.

Ошо көндәрҙә музейҙа осрашыуға ла халыҡ күп йыйылды. Бындай сараны йыл да үткәрәләр. Ветерандар, уларҙың балалары дивизияның данлыҡлы тарихын, яу яланында ятып ҡалған яугирҙәрҙе, еңеү яулап Тыуған иленә ҡайтҡандарҙы иҫкә ала. Был юлы дивизияның хәрби прокуроры Афзал Ғилметдиновтың ҡыҙы Светлана Шаһиева сараға килгән уҡыусыларға атаһы хаҡында һөйләне.
Музей хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарға дивизия тураһында төшөрөлгән фильмдарҙы күрһәтте, “Музейҙан хат” тигән акция ойошторҙо. Бар эшмәкәрлеген үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә бағышлаған музей байрам көндәрендә бүләккә лә лайыҡ булған: “Изгелек” хәйриә фонды хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү өсөн ике компьютер бүләк иткән.


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА.
Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506