Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында бирелгән ант — мәңгелек
Бында бирелгән ант — мәңгелек
Быйыл мартта көсөнә ингән федераль законға ярашлы, хәҙер суд приставтары илгә һәм законға тоғро булырға ғына түгел, «граждандарҙың хоҡуҡтарын, йәмғиәттең һәм дәүләттең мәнфәғәттәрен ныҡлы һәм намыҫлы яҡларға, хеҙмәт бурыстарын үтәүгә бәйле ҡыйынлыҡтарҙы лайыҡлы үткәрә белергә, һөнәри бурысҡа хөрмәт менән ҡарарға һәм Рәсәй Федерацияһының Суд приставтары федераль хеҙмәтенең иң яҡшы йолаларын һаҡларға, үҫтерергә» лә бурыслы.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтенә беренсе тапҡыр ҡабул ителгән һәм һынау срогын үткән 87 хеҙмәткәр дәүләткә һәм хеҙмәткә тоғролоҡ анты бирҙе. Идаралыҡтың республика буйынса етәксеһе – Баш суд приставы Зариф Байғусҡаров уларҙы ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ҡотланы һәм уларҙың һәр береһе үҙҙәренең һөнәри бурысын лайыҡлы үтәр, дәүләткә ғәҙел хеҙмәт итер тигән ышаныс белдерҙе.
– Йыл һайын был сара бушҡа ғына Еңеү паркында үткәрелмәй. Изге урында ант биреү – хеҙмәткәрҙәргә тырышып эшләү өсөн ҙур этәргес ул. Бында әйтелгән вәғәҙә онотолмай, – тине Зариф Закир улы.
Байрамға Асҡын районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал Таһир Кусимовтың яуҙашы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Төхбәт Фәтҡуллин да килгәйне.
– Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршыланым. Был көн еңел бирелмәне. Шуға йәштәргә тырышып эшләһендәр, матур йәшәһендәр тип өндәшке килә, – тигән теләктәрен еткерҙе ветеран.
Яугирҙең улы Нурулла Асҡын районында суд приставы булып ун һигеҙ йыл эшләгән.
– Был хеҙмәт эйәләренә көн һайын төрлө кешеләр менән осрашырға тура килә. Бигерәк тә алимент түләмәүсе-ләрҙән ғаиләләренә аҡсалата бурысын ҡайтартыуы еңел түгел. Ғөмүмән, улар суд, башҡарма власть органдарының ҡарарҙарын тормошҡа ашыра, – ти Нурулла Төхбәт улы.
Ант биреүселәр үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтеп өлгөргән дә инде. Уларға дәүләт именлеге мәнфәғәтендә намыҫ менән тырышып эшләүҙәрен, законға тоғро хеҙмәт итеүҙәрен теләргә генә ҡала.


Сергей ДУНАЕВ, Суд приставтарының Балаҡатай район бүлеге хеҙмәткәре:
– Бында эшләү тураһында күптән хыяллана инем. Шуға бөгөн – минең өсөн ҡыуаныслы, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс көн. Етмәһә, яуаплылыҡ та өҫтәлә. Үҙемә халыҡ менән эшләү оҡшай. Киләсәктә ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшермен, законға тоғро хеҙмәт итермен, тип ышанам.
Әлиә ИЛЬЯСОВА, Өфө ҡалаһы:
– Мәктәпте тамамлағас, юридик уҡыу йортона инермен һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләрмен, тип уйлайым. Ошо уй-маҡсатым был сараға килеүемә сәбәп булды. Ант биреүҙең Бөйөк Еңеү алдынан һәм Еңеү паркында үткәрелеүе – үҙе бер мәртәбә.


Автор: А. ӘХМӘТОВА.
Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840