Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кемдең выждан эше
Ошо көндәрҙә ил Президенты Дмитрий Медведев быйыл Рәсәй Федерацияһында Рәсәй тарихы йылын үткәреү хаҡында Указ сығарҙы. Был Ватаныбыҙҙың яҙмышына һәм донъялағы әһәмиәтенә иғтибарҙы арттырыу, үткән дәүерҙәге мөһим ваҡиғаларҙы, бөгөнгө шарттарға нигеҙләнеп, ҡайтанан баһалау өсөн эшләнә.
Дәүләт башлығының йәмғиәтте алға етди аҙымдар яһар алдынан, артҡа бер әйләнеп ҡарап, уйланырға, фекер тупларға саҡырасағы хаҡында былтыр уҡ мәғлүм булғайны. Белеүебеҙсә, 2012 йылда илдә бер нисә оло юбилей билдәләнә: Рәсәй дәүләте төҙөлөүгә – 1150, Ватан һуғышында еңеүгә – 200, күренекле реформатор Петр Столыпиндың тыуыуына – 150 йыл. Әлбиттә, был исемлеккә тағы ла бик күп иҫтәлекле датаны индерергә мөмкин.
«Илебеҙҙең юбилейы беҙҙең байрам ғына түгел. Әлеге тарихи ваҡиғаны яҡын дәүләттәр, шул иҫәптән тәү сиратта Украина һәм Белоруссия менән бергә үткәрергә мөмкин, тип иҫәпләйем. Беҙҙең тарихи һәм рухи тамырҙарыбыҙ уртаҡ», – тине Дмитрий Медведев. Президент йылдың тарих фәнен үҫтереү йәһәтенән етди башланғыстар һәм уңыштар осоро булыуын теләй. Тарихсылар өсөн махсус майҙансыҡтар, портал һәм форумдар ойоштороу күҙаллана.
Ошолар хаҡында һүҙ барғанда, әлбиттә, фекер ебе Башҡортостан тарихын өйрәнеү мәсьәләләренә лә барып бәйләнә. Төбәгебеҙҙең, халҡыбыҙҙың үткәнен Рәсәйҙән айырып ҡарау мөмкинме һуң? Шулай уҡ ил кисергән данлы һәм шанлы ваҡиғаларҙың күпселеген башҡорттарһыҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Тимәк, ғалимдарыбыҙға быйыл Рәсәй тарихын ата-бабалар һәм тыуған еребеҙ яҙмышы тураһында яңы мәғлүмәттәр менән байытыу өсөн форсат сығып тора.
Ғөмүмән, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөн индерә ала. Бында фәнде үҫтереү генә түгел, илебеҙҙең дөйөм кешелек яҙмышында биләгән урынына баһа биреү тураһында ла һүҙ бара бит. Башҡортостандың, башҡорт халҡының тарихын тәрәндәнерәк, ентеклерәк өйрәнеү замандаштарыбыҙҙа һәм киләсәк быуын вәкилдәрендә ватансылыҡ тойғоһо артыуына, бүтәндәр алдында абруйыбыҙҙың нығыныуына булышлыҡ итәсәк. Үткәнебеҙҙе яҡшыраҡ белгән хәлдә милли аңыбыҙ тағы ла камиллашыр, киләсәгебеҙҙе асығыраҡ күҙалларбыҙ, һөҙөмтәлә үҫеш юлынан барғанда икеләнеүҙәр, тайпылыштар аҙыраҡ булыр, һынауҙарға әҙер торорбоҙ.
Ил кимәлендәге һәр тантананы үҙ байрамыбыҙ тип ҡабул итергә тулы хаҡыбыҙ бар, сөнки быуаттар төпкөлөнән алып яҙмышыбыҙ Рәсәй менән уртаҡ. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 455 йыл тулыуын илдә федерализмға нигеҙ ташы һалыныуҙың юбилейы булараҡ билдәләп үтергә мөмкин булыр ине. Ни тиһәң дә, тап ошо ваҡиға, илдең географик биләмәһен киңәйтеүҙән тыш, иҡтисади ҡеүәтен арттырған, сәйәси абруйын күтәргән, мәҙәниәтен үҫтергән, төрлө дәүләттәр менән бәйләнеш өсөн ҙур мөмкинлектәр асҡан – ғөмүмән, Рәсәйҙе бөйөк державаға әүерелдергән.
1812 йылғы Ватан һуғышына Башҡортостандан 28 полк туплап оҙатылыуы хаҡында барыбыҙ ҙа белә. Шул уҡ ваҡытта ошо яуҙа ҡатнашҡан бабаларыбыҙ араһынан бик һирәктәрҙең генә исеме билдәле. Рәсәй тарихы йылы һәм юбилей айҡанлы ике быуат элекке мәғлүмәттәрҙе эҙләүҙе әүҙемләштерһәк, моғайын, ниндәйҙер кимәлдә уңышҡа өлгәшелер ине. Башҡорттарҙың урыҫтар менән иңгә-иң терәшеп Ливон яуында, Минин менән Пожарский етәкселегендәге һуғышта, Петр I батшаның Азов походында, шведтарға ҡаршы Төньяҡ һуғышында, Пруссия менән Ете йыллыҡ алышта ҡатнашыуы хаҡында ла яңы тарихи документтар табылмаҫмы? Боронғо көнкүрешебеҙ, халыҡ ижады, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, ихтилалдар буйынса мәғлүмәттәрҙең дә күләме менән ҡәнәғәтләнеп ҡала алмайбыҙ.
Илебеҙҙең данлыҡлы кешеләренең исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән етди эштәр башҡарыу өсөн дә уңайлы был йыл. Әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, журналистар тарихҡа инеп ҡалырҙай тос хеҙмәттәр менән ҡыуандырырмы икән? Бәлки, эшҡыуарҙарыбыҙ ҙа теләктәш булыр бындай изге ғәмәлдәрҙә.
Дөйөм алғанда, уйланырға, эҙләнергә, әүҙемлек күрһәтергә кәрәк. Үҙебеҙ тырышмаһаҡ, ситтән килеп бер кем дә Рәсәй тарихы өсөн янып-көйөп йөрөмәйәсәк. «Тарихы юҡтың киләсәге юҡ» тиҙәр, шуға ла хеҙмәттәребеҙҙе алдағы еңеүҙәребеҙ, именлегебеҙ хаҡына тип һанайыҡ. Үткәндәребеҙ – үҫеш өсөн тамыр ул. Ул һут алмаһа, һабаҡ сәскә лә атмаясаҡ, йәшәй ҙә алмаясаҡ.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840