Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һағынып һөйләргә ҡалды
Советтар Союзында йәшәгәндәр һис тә алдашырға бирмәҫ, ул саҡта һәр беребеҙ 1 Майҙы – Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнөн — ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Байрам булғас, уға матур итеп әҙерләнергә кәрәк. Бәләкәй кластарҙа уҡытыусыларҙың өлгөһөнә эйәреп, ә инде ҙур үҫкәс, йоҡа таҡтанан һәм бүтән әйберҙән тыныслыҡ ҡошо — күгәрсен, йондоҙ, ураҡ менән сүкеш һындарын эшләнек, "Тыныслыҡ", "Хеҙмәт", "Май" һүҙҙәрен эре итеп ҡатырғаға ҡыҙыл төҫ менән яҙҙыҡ. Байрамса кейенеп, ҡулдарыбыҙға әләм, транспарант, сәскә һәм шарҙар тотоп, иртә менән кемуҙарҙан мәктәпкә ашыға инек. Беҙҙе демонстрация көтә! Тәүҙә ихата алдында линейка була, артабан теҙелешеп ауыл урамынан атлайбыҙ. Һуңғы туҡталыш – клуб алдындағы иркен майҙан, унда – тантаналы митинг. Өйөбөҙҙә ни көткәнен беләһегеҙме? Әлбиттә, әсәй әҙерләгән һыйлы табын. Хәтер төбөндә һаҡланған күңелле көндәрҙе хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды.

Ғөмүмән, 1 Май байрамы тарих төпкөлөнә барып тоташа. Бынан өс мең йыл самаһы элек Боронғо Италия халҡы һәр йәһәттән дә уңыш килтереүсе Майе тигән бөйөк Аллаға табынған. Уның хөрмәтенә яҙҙың һуңғы айын май тип атағандар. Ә беренсе көнөндә кешеләр тантана ойошторған – ер һөрөү һәм орлоҡ сәсеүгә түгелгән көс бушҡа китмәһен өсөн.
Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө 1889 йылдың июленән үткәрелә. Ә ошо дата барлыҡҡа килгәнсә – өс йыл элек – Чикаго ҡалаһында эшселәр 15 сәғәтлек эш көнөнә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп баш күтәргән. Коммунистар иһә 1 Май байрамын Варшава ҡалаһында беренсе тапҡыр 1890 йылда уҙғарған. Шунан башлап ул сәйәси төҫ алған.
Рәсәйҙә Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө 1890 йылдан билдәләнә. Киләһе йылына Петербург ҡалаһының янында рөхсәт ителмәһә лә, эшселәр тәүге тапҡыр йәшерен йыйылыш уҙғарған. Ә 1897 йылдан алып был сара халыҡ күпләп йыйылып, демонстрация рәүешендә үтер булған. 1917 йылда иһә асыҡтан-асыҡ байрам иткәндәр.
СССР-ҙа 1 Майҙың оло тантанаға әйләнеүен һәммәһе лә хәтерләйҙер. Ә 1992 йылдан ул Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына үҙгәртелде.
Бүтән илдәрҙә ул нисек үтә? Мәҫәлән, Францияла май изге ай һаналып, был көндә халыҡ күпләп урамға ағыла, ә сафтың иң алдында атлау йәш ҡыҙҙарға ышанып тапшырыла. Бынан тыш, һыйырға көслө иғтибар йүнәлтелә. Сәскә гөлләмәләрен малдың ҡойроғона бәйләйҙәр, һәр кем уға тейеп ҡалырға тырыша, сөнки шулай итһәң, уңышҡа юлығасаҡһың, имеш.
Грецияла был көндә һәр бала йоҡонан иртә уянырға тырыша. Уларҙың күңеленә "ҡарлуғасты кем беренсе күрә, шул кеше бәхеткә юлыға" тигән юрау һалынған. Ысынында ҡошто беренсе тап иткәндәр өйҙәр янынан үтә һәм яҙ тураһында йыр башҡара. Йорт хужалары бәләкәстәрҙе емеш-еләк менән һыйлай. Италияла егеттәр һөйгәненә мөхәббәт йыры йырлай, ә Швейцарияла, Германияла, Чехияла яратҡан ҡыҙыңдың тәҙрә төбөндәге ергә ағас ултыртыу йолаһы һаҡлана.


Автор: А. ИЛДАРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518