Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғәллим бар, дәрестәр генә...
Мөғәллим бар, дәрестәр генә...
Леонид Байдуллин нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән умартасылыҡ кәсебе менән күптән шөғөлләнә. Шулай уҡ уның серҙәрен йәш быуынға еткереүсе тәжрибәле уҡытыусы ла. Әйткәндәй, атаһы ла, ҡартатаһы ла хужалығында ҡорт аҫраған. ХIХ быуат аҙағында ҡартатаһы Зәйҙулла Аҡтамыр улының утарында 200-гә яҡын күс иҫәпләнгән. Заманына күрә нәҙекәйбилдәрҙе түмәр умарталарҙа тотҡандар.

Зәйҙулла олатай олоғайғансы бал ҡортон бағыуҙы ташламаған. Ул 1943 йылда, 110 йәшенә етеп, донъя ҡуйған. Олатай оҙаҡ йәшәүен фәҡәт умартасылыҡ менән шөғөлләнеүенә бәйләр булған. Уның кәрәҙле бал тулы гәлсәр туҫтаҡ тотоп, ауыл буйлап урамда осраған һәр кемде һыйлап йөрөгәне быуындан быуынға матур хәтирә булып күсә килә.
Уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарында ихатала биштән ашыу күс аҫрарға рөхсәт ителмәне. Зәйҙулла Аҡтамыр улының ейәне Хәмиҙулла ағай иһә бер ятҡыс умартала (улей-лежак) нәҙекәйбилдәрҙең ике ғаиләһен аҫрай.
Байдуллиндар шәхси хужалығында шулай уҡ байтаҡ ҡош-ҡорт, һыйыр малы, һарыҡ тотҡан. Ғаиләлә дүрт бала үҫкән: Тәнзилә, Тәҡлимә, Рәхилә һәм Леонид. Улар ата-әсәһенә баҡса үҫтерешеп, мал ҡарашып буй еткергән, үҙ тормоштарын ҡорғас та был шөғөлдәренән айырылмаған. Әйткәндәй, Хәмиҙулла ағай 1940 йылда, Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылғансы уҡ, Тәтешле районының «Гудыри» колхозына рәйес итеп һайлана. Ете йыл дауамында фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡыҙыл Армия сафында пулеметсы, санитар, разведчик була, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм «Ватан һуғышы» ордены менән бүләкләнә. 1946 йылда тыуған ауылына ҡайтҡас, шунда уҡ колхоз эшенә сума – йәнә колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Ҡатыны Йылҡыя апай 1960 йылға тиклем Тәтешле районының «Урал» колхозында умартасы ярҙамсыһы булып эшләй, балалар үҫтерә.
Ғаиләлә берҙән-бер малай булараҡ, Леонидҡа өйҙә лә, утарҙа ла бал ҡорттарын бағыу менән шөғөлләнергә тура килә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының умартасылыҡ бүлегенә уҡырға инә ул. СССР заманында 25 кенә кешегә тәғәйенләнгән был төркөмгә барлыҡ союздаш республикаларҙан килеп уҡыйҙар. Конкурс бик ҙур була. Леонид яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, умартасы-зооинженер һөнәрен ала. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Йәш белгес 1973 йылда Бигинәй урта мәктәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы булып эш башлай, шунда үҙенең йәмәғәте — математика уҡытыусыһы Зәнфирәне осрата. 1979 йылда Байдуллин Бөрө педагогия институтын ситтән тороп тамамлай. Өҫтәмә юғары белем — биолог һөнәрен ала.
Бал ҡорттары тип янған тәжрибәле уҡытыусыны 1996 йылда Әрибаштағы 151-се һөнәрселек училищеһына эшкә саҡыралар. Умартасы-водителдәр төркөмөндә дәрес алып бара башлай. Леонид тәүге йылдарҙа ғәмәли эштәрҙе үҙ умарталығында үткәрә. Училищеның умарталары ишәйгәс, эстафетаны уҡыусыһы Евгений Туҡтамышевҡа тапшыра.
2001 йылда Әрибаш урта мәктәбендә умартасылыҡ дәресе индерелгәс, Леонид Хәмиҙулла улына уҡытыусылыҡ эшен ышанып тапшыралар. Теория дәрестәре күнекмәләр менән аралаштырып алып барылғас, бал ҡорттары сағыуынан ҡурҡҡан уҡыусылар ҙа ҡыйыулана төшә, ҡыҙыҡһыныуҙары арта. Мәктәптә нәҙекәйбилдәргә бағышланған кисә-викториналар үтә, еңеүселәрҙе татлы бал менән һыйлайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғариф өлкәһендә алып барылған ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә умартасылыҡ буйынса сәғәттәр ҡыҫҡартыла. Ә инде 2010 йылдан алып ул түңәрәктә генә өйрәнелә башлай. Леонид Хәмиҙулла улы уҡыусылар менән бергә күстәрҙе 50-гә еткергән, бал алыу күрһәткестәрен уртаса район кимәленә сығарған. V–IX кластарҙан уҡ умартасылыҡ киң пропагандаланғас, байтағының ата-әсәһе ихатаһында бал ҡорттары аҫрай башлай. Хәҙер яҡшы ғына килем алыусылар ҙа бар.
2007 йылдан алып Тәтешле район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Әҙһәм Фәрүәзетдиновтың башланғысы менән «Йәш умартасы» исемле олимпиада уҙғарылып килде. Унда уҡыусылар теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләр буйынса көс һынашты. Әрибаш урта мәктәбе был сарала алдынғылыҡты бирмәне. Беренсе һәм икенсе урынды ошо мәктәптән ике Кристина — Бәҙрисламова менән Гәрәева — яулап килгән. Тәүге олимпиадалар ҡышҡы-яҙғы осорҙа ҡоро, күсһеҙ умарталарҙа уҙғарылһа, һуңыраҡ күстәргә күскәндәр. Әйткәндәй, райондағы умартасыларҙың нәҙекәйбилдәрен әле сынығып бөтмәгән ҡулдарға ышанып тапшырғыһы килмәгән. Ленин исемендәге ауыл хужалығынан Илдар Байғазин ғына сараны үҙ умарталығында үткәрергә йөрьәт иткән. Уҡыусыларҙы ҡабул итеү менән генә сикләнмәгән ул, үҙ тәжрибәһендә тупланған серҙәрҙе ихлас уртаҡлашҡан.
Олимпиада Әрибаш урта мәктәбендә ойошторолғанда конкурсҡа ике команда әҙерләнә. Утар хужаһы Илдар Байғазин бәйгеселәрҙе баллы сәйе менән һыйлай. Әйткәндәй, Әрибаш мәктәбе уҡыусылары республикала уҙғарылған йәш умартасылар бәйгеһендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Лениза Сөләймәнова өсөнсө урынды яулап, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының III дәрәжә дипломы менән бүләкләнә. 2012 йылдың авгусында Өфөлә уҙғарылған VI йәш умартасылар бәйгеһендә Х класс уҡыусыһы Люба Ейәнбаева I урынды ала, ҡиммәтле бүләк һәм Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ була.
Әммә, 2012 йылдың сентябренән мәғариф тармағында алып барылған ҡулайлаштырыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә, умартасылыҡ дәресе предмет булараҡ уҡытылыуҙан туҡтатыла. Шуныһы һөйөнөслө: Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 27 июлендәге 949-сы ҡарарына ярашлы, Көньяҡ Урал райондарында 2011 – 2015 йылдарҙа умартасылыҡты үҫтереү һәм урта белем биреү учреждениеларында предмет булараҡ уҡытыу күҙаллана. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса ла комплекслы программа ҡабул ителде. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 9 ноябрендәге 395-се ҡарарына ярашлы, ул төбәктә умартасылыҡты үҫтереүҙә этәргес көс булыр ине. Ошо программаларҙы иҫтә тотоп, башҡорт халҡының элек-электән умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәнен күҙаллап, үҙебеҙҙең боронғо кәсепте айырым төбәктәрҙә генә түгел, тотош республика мәктәптәрендә уҡытыуҙы рәсмиләштереү хәйерле булыр ине.
Йәүҙәт ӘХТӘМОВ, хеҙмәт ветераны.



Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519