Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Араларҙа күпер бар
Араларҙа күпер бар
Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл янынан Ләмәз йылғаһы аға. Яҙ көнө ул урындағы халыҡ өсөн оло бәләгә әүерелә торғайны, сөнки ҡар һыуҙары иреп, ташҡын башланғас, ләмәздәргә юл өҙөлә. Йылға аша һалынған иҫке күпер хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Айырыуса мәктәп йәшендәге балалар өсөн гел хафаландыҡ.

Ниһайәт, былтыр мәсьәлә етди иғтибарға алынып, ауыл халҡының күптән көткән хыялы тормошҡа ашты — Ләмәз йылғаһы аша һалынған аҫылмалы күпер сафҡа инде. Уны Өфө ҡалаһының “Аҫылмалы күпер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт эшселәре төҙөнө.
— Яңы, ышаныслы күпер ләмәздәрҙең яҡты хыялы ине. Бөгөн ошо ҡыуаныслы ваҡиғаның шаһитыбыҙ, — тип башланы һүҙен, тантананы асып, район хакимиәте башлығы Александр Комзалов. – Үрге Ләмәз ауылы — Архангел районының иң матур төбәктәренең береһе. Бындағы урман-тауҙар күптәрҙе һоҡландыра. Ауылда 38 йортта 105 кеше йәшәй, башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет, магазин бар. Тырыш, уңған халыҡ умартасылыҡ менән шөғөлләнә, йылҡы үрсетә. Ауыл барлыҡҡа килгәндән бирле транспорт мәсьәләһе киҫкен торҙо. Ләмәз йылғаһы ярынан сыҡҡан мәлдәрҙә уны “ҙур ер” менән иҫке күпер генә тоташтырҙы. Ваҡытында медицина ярҙамы килеп етә алманы, аҙыҡ-түлек ташыу мәшәҡәт тыуҙырҙы.
Социаль объекттар төҙөү, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу республика Хөкүмәте, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәре булып тора. Быйыл районыбыҙҙа социаль йүнәлешле бер нисә объект файҙаланыуға тапшырылды ла инде: торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар өсөн күп фатирлы йорт төҙөлдө, Ырныҡшы ауылында (13 километр 95 метр), Абҙан һәм Ырныҡшы ауылдары араһына (9 километр) газ үткәргес һуҙылды.
2013 йылдың апрелендә “Президент менән һөйләшеү” телепроекты барышында урындағы халыҡ Ләмәз йылғаһы аша күпер төҙөү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте. Рөстәм Зәки улы Хәмитов мәсьәләне ыңғай хәл итеү маҡсатында республика Хөкүмәтенә һәм район хакимиәтенә ошо транспорт объектын төҙөргә бойорҙо. Бер йыл үтеүгә һөҙөмтәне күрәбеҙ: күпер аша йәйәүлеләргә лә, автомобилдәргә лә хәүефһеҙ йөрөргә мөмкин. Белеүебеҙсә, бында Башҡортостандың йәмле урындарының береһе – Атыш шарлауығы урынлашҡан. Бындай уңайлыҡтар булдырылғандан һуң, мөғжизәле байлығыбыҙҙы күрергә теләгәндәр ағымы бермә-бер артасаҡ, — тине ул.
Артабан ләмәздәрҙе ҡотлар өсөн килгән ҡунаҡтар һүҙ алды.
— Был — республика кимәлендәге байрам, бик шатлыҡлы ваҡиға. Күпер һеҙҙең көнитмешегеҙгә яңы һулыш өрөр, туризмды үҫтерергә булышыр. Уның ҡәҙерен белегеҙ, һаҡлағыҙ, — тине Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Территориялар менән эшләү һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәмил Хәлилов.
“Аҫылмалы күпер” йәмғиәте етәксеһе Фәнил Дәүләтшин башҡарылған хеҙмәт, күперҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ауыл биләмәһе башлығы Борис Иванов уның киләсәктә кешеләр тормошона, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ыңғай тәьҫир итәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Йәйәүлеләр һәм транспорт хәрәкәте өсөн тәғәйенләнгән яңы күпер алты тоннаға тиклем ауырлыҡ күтәреүгә иҫәпләнгән. Хәҙер “Тиҙ ярҙам” машиналары, мәктәп уҡыусыларын йөрөткән автобустар ауылға ҡаршылыҡһыҙ инә аласаҡ.
— Бынан ары беҙгә көслө ташҡын хәүеф тыуҙырмаясаҡ. Ул ғына ла түгел, был күпер ауылыбыҙҙың йәме лә, — тип шатлана ләмәздәр.


Хәлимә МОТАЛЛАПОВА, уҡытыусы:
— Ошо ауылға уҡытырға ебәргән саҡта, бер йылдан күпер булыр, тип вәғәҙә биргәйнеләр. Шунан бирле 49 йыл уҙҙы. Ауыл өсөн ҙур ҡыуаныс был. Юғиһә ғүмер буйы ҡайҙа кәмә, ҡайҙа оҙон ҡуныслы итектә кисеп йөрөнөк бит. Ауырлыҡтар артта ҡалыр инде.

Зоя АГИШЕВА, пенсионер:
— Бабай менән икәү генә йәшәйбеҙ, балалар ситкә китеп бөттө. Ялға ҡайтҡандарында күп михнәт күрә торғайнылар. Һыу ташҡанда, йылға буйына килеп етә алмай, был яҡ ярға сыға алмай ыҙаландылар. Уларға хәҙер бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡайтырға була. Шуға һөйөнәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514