Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙанышҡа юл һалабыҙ
Ҡаҙанышҡа юл һалабыҙ
Ғүмеребеҙҙең күп өлөшө эштә уҙа, шуға күрә "икенсе өй"ҙө илһам, күңел тыныслығы биргән күркәм мөйөш итеп алыу мөһим. Уға көн дә байрамға ашыҡҡандай йүгереп килеү үҙе бәхет бит!


Тыуған яғың тәбиғәте дәрт өҫтәп ебәрер
Иң тәүҙә, әлбиттә, кабинетта һәр нәмәне дөрөҫ урынлаштырыу мөһим. Беренсенән, эш өҫтәлеңде ишек эргәһенә ҡуйырға ярамай. Унда үҙеңде һаҡланған итеп тоймаясаҡһың, айырыуса кеше инеп-сығып йөрөгән ергә артың менән ултырһаң. Әгәр ҙә инде кабинет бәләкәй һәм өҫтәлде башҡа урынға ҡуйыу мөмкинлеге юҡ икән, ишек яғына ҡарап ултырырға тырыш. Башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн уға гөлләмәле ваза йә иһә сағыу статуэтка ҡуйырға мөмкин.
Өҫтәлде ҙур тәҙрәнең янына ҡуйыу ҙа уңайһыҙлыҡ тыуҙыра: ниндәйҙер хәүеф, ҡурҡыу тойғоһо ғазаплауы ихтимал. Өҫтәүенә тыштағы күренеш иғтибарҙы томалай, фекер төйнәргә ҡамасаулай. Шуның өсөн тәҙрәне ҡорған йә жалюзи менән ҡаплау тәҡдим ителә.
Буш стеналар ҙа кәйефкә ыңғай тәьҫир итмәй, эшеңдең "буш" булырын юрай кеүек. Тимәк, күңелгә оҡшаған күренеште сағылдырған картиналар элеү отошло. Мәҫәлән, тыуған яғыңдың гүзәллеген хәтерләткән һүрәт эшеңә яңы дәрт-дарман өҫтәмәй ҡалмаҫ. Шул уҡ ваҡытта өҫтәлеңә туғандарыңдың, балаларыңдың фотоһүрәтен ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ: улар кем өсөн хеҙмәт иткәнеңде, уңыштарың өсөн иң тәүҙә кем ҡыуанырын хәтерләтеп, күңелеңде күтәреп торор.
Кабинетта яҡтылыҡ һәйбәт булырға тейеш.
Һеҙҙең эш урынына кеше килмәй тормайҙыр: уларға уңайлылыҡ тыуҙырыу хаҡында ла уйларға кәрәк. Әйтәйек, бер нисә ултырғыс ҡуйыу мөһим: үҙе хаҡында хәстәрлек тойған ҡунаҡ менән һөйләшеү күпкә һөҙөмтәле булыр. Кабинетта таҙа һыу тотоу ҙа отошло: килгән кешенең эсергә һорауы ихтимал.

Ҡаҙанышҡа юл һалабыҙКактус барҙа тыйнаҡ бул!
Бөгөнгө техника заманында эш бүлмәһен гөл менән биҙәү айырыуса киң таралған. Матур ҙа, һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Йәшеллектең хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлегенә нисек тәьҫир итеүен ғалимдар оҙаҡ өйрәнгән. Тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: офиста үҫенте бар икән, эштәге мәсьәләләр тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк хәл ителә, коллектив дуҫ, татыу була. Өҫтәүенә, хеҙмәткәрҙәр арыуға, баш ауыртыуына һирәгерәк зарлана икән.
Техника күплектән, офиста һауа ҡоро була. Дымландырыу өсөн ҡаҙаяҡ гөлө үҫтерергә тәҡдим ителә. Билдәле булыуынса, ул йылыны һәм тоноҡ яҡтылыҡты ярата. Шулай уҡ хлорофитум, сансевиерия гөлдәре файҙалы: тәүгеһе зарарлы матдәләрҙе юҡ итеп, һауаны таҙартһа, икенсеһе формальдегид молекулаларын бөтөрә. Икеһе лә һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай, дауалау көсөнә эйә.
Компьютер алдында эшләгәндәргә драцена һәм финик пальмаһы ярҙамға килер. Ғөмүмән, эш өҫтәлендәге үҫентеләр күҙҙе ял иттерә. Япраҡтар, йәшел төҫтә булғанлыҡтан, иғтибарҙы йәлеп итмәй. Уларға ҡараһаң, фекер туплауы ла еңелерәк. Сәскәләр иһә, матурлығы, сағыу төҫө менән иғтибарҙы тотошлай ялмап алып, мәшәҡәттән аҙға ғына булһа ла ситкә китеп, мейене ял иттереп алыу мөмкинлеген бирә. Әммә үҫентеләрҙән ҡатмарлы композициялар яһарға ярамай, барыһы ла ябай булһын.
Компьютерҙың эргәһенә кактус гөлөн ҡуйыу ғәҙәтебеҙгә ингән. Ул техниканан килгән зарарлы матдәләрҙән һаҡлай, тибеҙ. Шул уҡ ваҡытта энәле үҫентене "ҡул аҫтында" тотоу сәйер ҙә кеүек. Әммә, ысынында, "уҫал" кактус өҫтәл янында тотанаҡлы, ипле ултырыуҙы, ҡулды болғап һөйләгәндә иғтибарлы булыуҙы, ҡағыҙҙарҙы, документтарҙы йыйнаҡ итеп һалыуҙы талап итеүсе лә.
Бүлмә гөлдәре кеше күңелен ҡәнәғәтлелек, аһәң менән тулыландыра, төшөнкөлөктән, көсөргәнештән арынырға ярҙам итә. Эш буйынса осрашыуҙар үткәргән ваҡытта өҫтәлдең уртаһына бальзамин кеүек ҙур булмаған, сәскәле үҫенте ултыртырға онотмағыҙ. Ул үҙ-ара килешеүгә булышлыҡ итер.
Әйткәндәй, Японияла офис хеҙмәткәрҙәре эштә йәшелсә лә үҫтерә икән. Айырыуса черри помидорына, ҡуҙаҡлы борсаҡҡа өҫтөнлөк бирәләр. Төп ниәттәре эш көсөргәнешен кәметеүгә ҡайтып ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510