Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үпкәләшеп йәшәр заман түгел...
Үпкәләшеп йәшәр заман түгел... Тарҡаулыҡ һәм мәҙәни кимәлдең түбән булыуы бәкәлгә һуға

Күренекле тарихсы ғалимыбыҙ, Башҡорт дәүләт университеты профессоры вафат булған көндә миңә телефондан шылтыраттылар: “Шатлығым эсемә һыймай йөрөй бит әле, ҡустым! — тине теге башта икенсе бер ғалим. – Теге мөртәт үлеп ҡалған бит, ишеттеңме? Дөмөгөрһөң барыбер, тигәйнем мин уға, шунан һуң бер йыл да үтмәне – дөмөктө!” Бәғзе ғалимдарҙың ыҙғышып йәшәүенә күнеккәнбеҙ инде, ләкин кешенең үлеменә шатланыу — үтә һирәк осраған күренеш. Бында “Ни өсөн беҙ шундайбыҙ?” тигән һорау үҙенән-үҙе тыуа...


ИҠТИСАДИ ШАРТТАР – беҙҙең үҙенсәлектең төп сәбәптәренең береһе, тип уйлайым. Рәсәй батшаһының 1736 йылғы указы башҡорт ауылдарын ҡалаларға 60 саҡрымдан яҡыныраҡ һалыуҙы тыя. Тимәк, “ауыл милләте” булып ҡалыуыбыҙ үҙәк власть өсөн отошло булған – ҡала цивилизацияһынан алыҫ булған халыҡ иҡтисади үҫештә лә, эшҡыуарҙар синыфы (милли буржуазия) туплауҙа ла, фән ҡаҙаныштарын файҙаланыуҙа ла, милләт булараҡ берләшеүҙә лә арттараҡ ҡала. Етмәһә, башҡорт ауылдары элек-электән бик бәләкәй. Йәш ғаиләләрҙең атай нигеҙенән ситкәрәк китеп донъя ҡорорға тырышыуы арҡаһында шулай килеп сыҡҡандыр, сөнки көтөү-көтөү мал аҫрау өсөн урман һәм аҡландарға айырым барып ултырыу ҡулайлыраҡ. Һәр халыҡ тәбиғәт биргән шарттарҙы файҙалана, әлбиттә, был хатта уның характерында ла сағыла. Ҡайһы бер халыҡтар ресурстар наҡыҫлығы арҡаһында үҙ-ара ярыш (конкуренция) аша сыныҡһа, башҡорттарҙың киң күңелле һәм бер ҡатлыраҡ булыуында Урал тәбиғәте биргән иркенлек сәбәпсе түгелме икән?
Хәйер, әле һүҙ иҡтисади шарттар тураһында. Ситтән күсеп килгән халыҡ, ят ерҙә хәүефһеҙерәк булһын типме икән, ғәҙәттә, бергә тупланыбыраҡ ултырған. Артабан етештереү көстәрен ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе килеп тыуһа, ҙурыраҡ ауылдарҙы һайлауҙары былай ҙа аңлашылып тора, сөнки уларҙа эш көсө етерлек. Юл һалыу, мәктәп, дауахана мәсьәләләре менән дә шулай. Һөҙөмтәлә күбеһе бәләкәй булған башҡорт ауылдары отолоп ҡала. Бөгөн ябылған мәктәптәрҙең, нигеҙҙә, башҡорт ауылдарына тура килеүе лә шуны уҡ раҫлай.
Ауыл ерендә лә, ялҡауланмаһаң, бынамын тигән итеп йәшәргә була, һәм быға миҫал күп (ҡаланың үҙ кәмселектәре аҙ түгел бит), ләкин етеш шарттарҙа көн күргән ғаиләләр хәл иткес роль уйнамай, етмәһә, уларҙың йәй буйы ял күрмәй ҡара тир түгеп аҡса табыуы (ә крәҫтиәндең табышын ҙур тип булмай) ауыл йәштәренең күпселеген был хеҙмәткә ылыҡтырмай. Улар ҡалалағы тиҫтерҙәренең компьютерлы офиста һигеҙ сәғәттән дә артыҡ ултырмауын, шулай булһа ла эш хаҡының ауылдағынан сағыштырмаса ҙурыраҡ булыуын, аҙна һайын ике көн ял итеүен, сирләп “ял” һәм отпуск алыуҙарын, сит илгә сәйәхәт итеүен күреп тора бит.
Тағы ла шуныһы: ауыл хужалығы тармағы милләттең иҡтисади үҫешенә нигеҙ була алмай, юғиһә АҠШ һәм башҡа алдынғы илдәрҙең фермерҙары дәүләт ҡаҙнаһынан даими рәүештә дотация алмаҫ ине. Тимәк, улар үҙаллы ғына мандып китә алмай (нисә быуатлыҡ тәжрибә булһа ла!). Ғөмүмән, физик көскә нигеҙләнгән хеҙмәт күптән инде иҡтисади үҫешкә нигеҙ булып тормай.
ТАРҠАУЛЫҠ. Ул – башҡорттоң иң насар сифаттарының береһе. Берләшеп, кәңәшләшеп эшләргә нимәлер ҡамасаулаған кеүек. Шуны асыҡлау маҡсатында Интернеттың социаль селтәрендәге дуҫтарҙың береһенә төбәп яҙылған хатты килтерәм (миңә тип яҙылмаған, шуға авторын һәм ауылын күрһәтә алмайым):
“Эсем бошоуға түҙә алмай яҙырға булдым. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесемен. Бөгөн ауыл хакимиәтендә 9 Май байрамы тураһында һөйләшергә тип кәңәшмәгә йыйҙылар: ветерандар советы рәйестәре, мәктәп, ООО директорҙары һ.б. Ауыл хакимиәтенекеләр һөйләп бөткәс, мин үҙ фекеремде башҡортса әйттем инде: "Бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ, йылдағыса матур итеп үткәрербеҙ, тик аҡса менән ярҙам итһәгеҙ һ.б.", — тип. Шул саҡ урыҫ милләтле ООО директоры ҡысҡырынып алып китте — ул бында минең башҡортса һөйләгәнемде тыңлап ултырырға йыйынмай! Ауыл хакимиәте вәкилдәре күмәкләп уға инәлә башланы. Ә ул кәңәшмәне ташлап сығып китте. Икенсе бер урыҫ: "Следующий — я! Что это такое? Куда мы собрались?..— " тип ҡысҡыра башланы. Мин: "Мы тут не сплетничаем. А что, я не имею права говорить?" — тип кенә әйтеп өлгөрҙөм, мине күмәкләп тыя башланылар! Иң аяныслыһы шул: берәү ҙә мине яҡлап бер һүҙ ҙә әйтмәне. Хакимиәт башлығына, эштәр идарасыһына ла шул урында үҙҙәрен етәксе кеүек тотмағанлығын нисек итеп дөрөҫ, әммә әҙәплерәк итеп әйтергә икән, тип уйлайым. Тик нисек? Бер урыҫтың аҡырыуынан ҡурҡып ултырып ҡалдылар! Меҫкенлек!
Иптәшемдең вафатына ла туғыҙ йыл инде. Мин — ситтән килгән кеше, улар әйтмешләй, килмешәк. Аҙым һайын ошо турала иҫләтеп торалар былай! Ир ҡаҡҡанды мир ҡағыр, тигәндәре дөрөҫ инде. Бигерәк тура һүҙлемен шул, ярамһаҡлана белмәйем! Ләкин, эшемдә әүҙем булғас, бер саранан да ситтә ҡалдырмайҙар”.
Бындай хәл аҙым һайын осрайҙыр, тип уйлайым. Юҡ, йыйылыштағы ыҙғышты әйтмәйем, килеп тыуған хәлде – башҡортса һөйләшә алмауҙарын — күҙ уңында тотам. Ә ыҙғыш үҙе, киреһенсә, типик ваҡиға түгел, сөнки башҡортса аңламаған бер-ике кеше генә булһа ла, беҙҙә йыйылышты мотлаҡ урыҫ телендә үткәрәләр.
Ләкин быныһы (ыҙғыш сыҡмауҙың кем файҙаһына икәнлеге) әле икенсе мәсьәлә, ә хәҙергә, әйҙәгеҙ, ошо тәғәйен йыйылышты күҙ алдына килтерәйек: һеҙ был урыҫ милләтле эшҡыуарҙар урынында ни эшләр инегеҙ? Байрам сараларына аҡса һорар өсөн саҡырып килтерҙеләр ҙә, үҙҙәре аңлашылмаған телдә һөйләргә тотондо... Был осраҡта урыҫ милләтле эшҡыуарҙар, моғайын, башҡорт теленә түгел, ә шундай мөнәсәбәткә үпкәләп сығып киткәндер. “Башҡортостанда йәшәгәс, башҡортса белергә тейештәр!” тип дәғүә белдерер инек, ә үҙебеҙҙең балалар һәм ейәндәр барыһы ла башҡортса һөйләшә, уҡый, яҙа беләме? Башҡорттарҙың үҙҙәренә кәрәкмәгән тел урыҫтарға ниңә кәрәк? Таныш булмаған кешеләр төркөмөндә туған телебеҙҙә бер-ике һүҙ әйтергә лә оялабыҙ түгелме?
Эйе, Башҡортостанда башҡорт теле – дәүләт теле. Ләкин иғлан итеү – декларация ғына. Уны ғәмәлдә тормошҡа ашырыу өсөн көндәр, айҙар, йылдар дауамында эҙмә-эҙлекле эш алып барырға кәрәк. Ә бының өсөн беҙ – халыҡ – нимә эшләнек һуң әле? Ҡайһы бер урамдарҙағы башҡортса алтаҡталар – уныһы власть органдарының эше, ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла. Ә үҙебеҙ? Өфөләге бер кибет хужаһына: “Ни өсөн башҡортса вывеска ҡуймайһығыҙ?” – тигәс, ул аптырауға ҡалғайны. “А кто из них может читать на башкирском?” – тип, магазинда йөрөгән һатып алыусыларға ымлай. “Өфө халҡының ҡап яртыһы — башҡорт менән татар, — тим. – Тимәк, һеҙгә ингән һәр икенсе һатып алыусы”. Бындай мәғлүмәтте уның тәүләп ишетеүе күренеп тора ине. Ләкин кибеткә ингән бер кешенең генә әйтеп китеүе “скандальный әҙәм булды, ахырыһы” тигәнерәк кенә фекер ҡалдыра, ә бына көн һайын бер кеше әйтә башлаһа, телдәр тураһындағы законды боҙған өсөн өҫтөнән ялыу биреү менән дә ҡурҡытһалар, кибет хужаһының тиҫкәрелеге оҙаҡҡа бармаҫ ине. Тик ундай әүҙемлек булырына шикләнәм.
Был эшҡыуарҙың аптырауы нимә ул, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Өфө тимер юл вокзалының ул саҡтағы етәксеһе лә ошондай тәҡдимемде ғәжәп итеп ҡабул иткәйне: “Радионан иғландарҙы башҡортса ла әйтергә тиһегеҙме? Ҡыҙыҡ... Әлегә саҡлы берәүҙән дә ишеткәнем юҡ ине. Уйлап ҡарарбыҙ... Ә ике тапҡыр ике телдә иғлан итеү пассажирҙар араһында буталыш тыуҙырмаҫмы?”
Был һөйләшеүҙән һуң ун йыл самаһы үткәс, баш ҡаланың тимер юл вокзалында иғландарҙы башҡортса лә әйтә башланылар. Был берәүгә лә ғәжәп тойолмай, сит ҡалаларҙан килеп, башҡорт теле яңғырауын тәүләп ишетеүселәр ҙә быны ҡәҙимге хәл булараҡ ҡабул итә. Әммә шуныһы: телде тимер юл вокзалында ҡуллана башлау йәнә килеп власть органдарының ҡушыуы буйынса тормошҡа ашты. Телдәр тураһындағы республика законын ҡабул итер алдынан уның проектын оҙаҡ ҡына тикшерҙеләр (ә бит урыҫ телендә иғлан итеү өсөн бер ниндәй ҙә закон кәрәкмәй ине)... Халыҡ түҙемле генә көттө. Хәйер, көттө тип әйтеүе лә артығыраҡтыр, бәлки, сөнки вокзалдарҙа башҡортса иғлан итеү туҡтап ҡалған осраҡта берәйһе дәғүә белдерерме икән? Ай-һай...
“Ил төкөрһә, күл була”, ти халыҡ мәҡәле. Тик төкөрөгө бөткән башҡорттоң. Ни өсөн? Был ыңғайы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың элекке депутатының “Контактта” сайтындағы яҙмалары иҫкә төштө. Ошондай бер ваҡиғаны ғәжәп итеп хәтергә ала ул: “Миңә эшем буйынса күп ялыуҙарҙы тикшерергә тура килә торғайны. Иң йыш осраған хата — тәнҡитләйем тигән булып, ниндәйҙер етешһеҙлекте күрһәтеү түгел, ә шул хәлгә бәйле берәй кешене яманларға тотоноу. Тәнҡит тәнҡит булырға тейеш, ә кешене мәсхәрәләү, уны мыҫҡыллы һүҙҙәр менән кәмһетеү түгел. Бер ханымдың ялыуын уҡып сыҡҡас, яңынан яҙҙыртҡанымды хәтерләйем. Президент исеменә лә яҙғайны ул. Проблема, ысынлап та, уның өсөн етди ине, ә ул оҙон итеп башта үҙе тураһында яҙған — төп өлөшкә көс-хәл барып еттем. Шунан үҙен фатирға сираттан артҡа күсерә барыуҙарын бер абзац менән яҙған да тотонған коллегаларын хурларға! Имеш, бына был минән хөртөрәк эшләй, тегенеһе әле йәш, өсөнсөһө унан һәләтһеҙерәк һ.б. — ә уларҙы артҡа күсермәйҙәр. Һорау бирәм:
— Һеҙҙең төп маҡсат нимә — был кешеләрҙе лә артҡа күсертеүме, әллә үҙегеҙҙе сираттан күсермәүҙәреме?
Ул аптырап ҡарап ултырҙы ла:
— Сиратыма кире ҡуйыуҙары кәрәк шул... — Шунан тағы сурытырға тотондо, — Ныу вит ана тегеләрҙе бер ҙә артҡа күсермәйҙәр, минең бит заслугам күберәк!”
Бына шундай үҙ-ара ыҙғыштарға сарыф ителеп бөткән ул төкөрөк. Ә бит заман торған һайын ҡырҡыуыраҡ ҡуя барған проблемаларҙы хәл итеү өсөн бергәләшеп эш итеү кәрәк. Нимә ҡамасаулай һуң быға?
МИЛЛИ ХОЛОҠ-ҒӘҘӘТ беҙҙең мәҙәни кимәлдең түбән булыуын күрһәтә. Тарҡаулыҡ тоҙағынан сыға алмауыбыҙға ла шул сәбәпсе. Күрәһең, ауылда утын ҡырҡып һәм бесән сабып, һыйыр һауып һәм мал ҡарап үҫкән кешеләр ҡала мөхитендәге аҡыл хеҙмәте талап иткән ойошмаларға барып эләкһә, юғалып ҡала. Ә бит милләттең элитаһын тәшкил итеү, үҙ халҡыңды үҫтерергә ярҙам итеү өсөн мотлаҡ аҡыл хеҙмәте һөнәрҙәрен үҙләштерергә һәм һайланған йүнәлештә туҡтауһыҙ камиллашырға кәрәк (аҡыл хеҙмәте тип мин дәүләт ойошмаларын йәки фәнде генә түгел, ә завод-фабрикаларҙағы идаралыҡ белгестәрен дә, эшҡыуарлыҡты ла, башҡа күп тармаҡтарҙы ла күҙ уңында тотам). Ләкин ҡала балаларының был өлкәлә тәүге күнекмәләр алырға ваҡыты һәм мөмкинлектәре булһа, ауыл мәктәбе уҡыусыһы ундай шарттарҙан мәхрүм.
Юғары уҡыу йортон тамамлап, белгес кисәге ауыл балаһы — торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, яҡын-тирәлә таянысы булмаған йәш ғаиләһен матди яҡтан аяҡҡа баҫтырыу хәстәре менән йөрөргә мәжбүр. Был хәстәрлек оҙаҡ йылдарға һуҙыла һәм әлеге аҡыл хеҙмәте талап иткән камиллашыу эшенә ныҡ ҡына ҡамасаулай. Шуға күрә ул башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшкән кисәге ауыл балалары (йәғни мәҙәни һәм интеллектуаль кимәлдә үҙ тиңе) менән генә аралашырға мәжбүр. Был иһә уға үҫеш өсөн этәргес була алмай. Йәш белгес нужа һурпаһын һемереүҙән арына алмаған осорҙа ҡала балаһы профессиональ оҫталыҡ һәм карьера баҫҡыстарынан үрләүен дауам итә.
Дөрөҫ, ауылда тыуып үҫеп тә, етәксе булып киткән башҡорттарға миҫалдар байтаҡ. Ләкин улар башҡалар менән тиң конкуренция нигеҙендә шулай карьера эшләй алдымы, әллә Совет власының аҙ һанлы милләттәр өсөн яһалма шарттар тыуҙырыуы ярҙам иттеме? Ә хәҙерге баҙар иҡтисады шарттарында ниндәй яҙмыш көтә уларҙы?
Баҙар иҡтисады табыш менән сығым төшөнсәләре нигеҙендә генә түгел, ә милли үҙенсәлектәргә лә таянып үҫә. Япондар, мәҫәлән, үҙ тырышлығы аша нисек етеҙ алға ынтылды, ә баҙар иҡтисадына уларҙан алдараҡ барып кергән Аргентина, Боливия, Никарагуа кеүек илдәр һаман әллә ни ырата алмай. Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Ә тәбиғи иркенлек теләгән яҡҡа сығып китеүҙе, теләгән нәмәңде эшләүҙе аңлата. Баҙар иҡтисадының талабы иһә ҡаты: бер команда булып тупланырға һәм лидерҙың күрһәтмәләрен мотлаҡ үтәргә! Лидер итеп бында иҡтисади хәлде алдан күҙаллай белгән һәм коллективты дөрөҫ йүнәлтә алған шәхес билдәләнә. Йәғни, милли рух икенсе планға күсә. Иҡтисад буйынса лидерҙар һәм уның командаһында эшләй алырлыҡ белгестәр үҫтергәндә, башҡорт халҡының уларҙа бер юлы ошо милли рухты ла тәрбиәләргә хәленән килерме? Килмәһә, Пушкин күргән “телһеҙ башҡорттар” заманы алда әле...
ТАРҠАУЛЫҠ һәм МӘҘӘНИ КИМӘЛДЕҢ түбән булыуы беҙҙең милләттең ИҠТИСАДИ ШАРТТАРЫН ҡырҡа яҡшыртырға ла һис булышлыҡ итмәй. Шунһыҙ “милли рух” тип һөйләүебеҙ ҡоро һүҙ генә булып ҡаласаҡ. Ә киләсәк быуындарҙа улай тип һөйләүселәр ҙә ҡалырмы икән?
Бер нисә йыл элек юғары даирәләге кешенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе булырға тура килгәйне. Уның менән әңгәмә эшләргә килгән Көнбайыш радиоһы вәкиленән: “Урыҫса ҡайҙа шулай оҫта һөйләшергә өйрәндегеҙ, тамырҙарығыҙ Рәсәйгә тоташмаймы?” — тип һорай ҡуйҙым. Уның яуабы шулай булды: “Әсәйем — Украинанан, атайым – Ирландиянан, үҙем Бразилияла тыуғанмын, Америкала үҫтем һәм уҡыным, хәҙер ғаиләм менән Англияла йәшәйем, Рәсәйҙә бер нисә йыллыҡ оҙайлы командировкаламын...” Мин уның тыуған иле ҡайҙа булыуын һәм ниндәй милләт кешеһе икәнен һорашып торманым, былай ҙа аңлашыла бит: ҡайҙа ҙур эш хаҡы алып йәшәргә мөмкин – иле лә шунда. Күрәһең, уңышлы карьераға өлгәшә алған башҡорт балаһын да шундайыраҡ яҙмыш көтә. Әммә уның тураһында “Ул – башҡорт улы (ҡыҙы)” тип әйтергә генә телебеҙ бармаясаҡ. Милләтенең ниндәй файҙаһы тейгән әле уға...
“Ауыл бөтһә, милли мәҙәниәтебеҙ һүнә, телебеҙ ҙә бөтә!” тип борсолоусыларға шуны әйтке килә: ҡала ерендә лә милли рух тәрбиәләү һәм телде уҡытыу мөмкинлеге бар, тик әлеге лә баяғы тарҡау булыуыбыҙ ҡамасаулай. Милли телдәр яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусыларға 1999 йылдан бирле эшләгән «Прима Виста» исемле күп профилле тәржемә агентлығының сайтындағы бер таблица менән танышырға тәҡдим итәм. Башҡорт теленең бөгөнгө хәлен уға ҡарап үҙегеҙ самалағыҙ.
Бөтә был яҙылғандарҙың минең шәхси ҡарашым икәне аңлашылалыр. Шуға күрә бүтәндәрҙең дә уй-фекерен ихлас ҡабул итәсәкмен.
Минең адрес: [email protected].




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516