Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙеллек һағында үткән мажаралы тәүлек йәки Полицейский булыу еңелме?
Ғәҙеллек һағында үткән мажаралы тәүлек йәки Полицейский булыу еңелме?
Мин үҙемде бик ҡыҙыҡһыныусан һәм ғәҙеллекте яҡлаусы кеше тип иҫәпләйем. Шуға ла был сифаттарға хас һөнәрҙе һайланым – Аллаһ бирһә, журналист буласаҡмын. Әммә полицияға эшкә барырғамы икән, тигән уй ҙа бар ине. Бәхеткә күрә, юристарҙы әҙерләй торған уҡыу йортона инмәгәнмен. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки полиция эшенең мине ҡурҡытҡан күп кенә нескәлектәре бар икән. Был һиңә матур погонлы форма кейеп, билеңә кобуралы пистолет тағып йөрөү генә түгел, ә ... Уныһын, үҙем күргән-ишеткәндәрҙе, артабан һөйләрмен.


Полиция хеҙмәткәрҙәренең эше менән танышыуым һыуыҡ көндәргә тура килде. Эске эштәр министрлығының Ауырғазы районы буйынса бүлегендә хеҙмәт иткән әсәле-ҡыҙлы Рәхмәтуллиналарға – подполковник Әлфирә Рәмил ҡыҙы һәм Эльмира Самат ҡыҙына – үҙемдең йомошом менән мөрәжәғәт иттем. Бүлек начальнигы менән минең килеп-ҡарап йөрөйәсәгем хаҡында алдан һөйләшелгәйне. Һәр полиция бүлеге кеүек, Ауырғазы районы полицияһы ла төрлө тармаҡтарға айырылған, бында тәүтикшереүселәр, тәфтишселәр, участковыйҙар, ЮХХДИ, енәйәтте тикшереү һәм башҡа бүлексәләр бар. Ниһайәт, миңә тәүтикшереүселәр рәтенән йәш өлкән лейтенант Эльмира Самат ҡыҙы Рәхмәтуллина менән бер эш көнөн үткәреү мөмкинлеге тейҙе.
Бөгөн шәмбе, геройымдың дежур итеү көнө – йәкшәмбе иртәнге һигеҙгә тиклем. Тимәк, ошо ваҡыт арауығында районда бер-бер хәл сыҡһа, беҙҙең тәфтиш-оператив бүлек урында булырға тейеш. Сәғәт һигеҙенсе яртыла эшкә йыйындыҡ. Өҫтөнән сәнскеле тимерсыбыҡтар менән уратылған тимер кәртәләр күҙгә салынғас та, эш урынына яҡынлауыбыҙҙы аңланым. Был биләмәлә бейек шыршылар үҫеп ултыра, арттараҡ – полиция эттәре өсөн эшләнгән бина. Тимер ишекте махсус асҡыс менән генә асып, турникет аша үтәбеҙ.
Сәғәт – 8:34.
– Мин "оружейный"ға ҡорал алырға инәм, уны танытма буйынса бирәләр, һин бында көтөп тор, – тине лә Эльмира Самат ҡыҙы тағы бер тимер ишекте асып инеп китте.
"Ситтәргә инеү тыйыла" тигән яҙыу эленгән ишеккә. Йәл, минең дә ҡорал ояһын күргем килә ине... Шулай ҙа диуарҙарға эленгән ҡағыҙҙарҙы ҡараштырам, бәлки, үҙемә ҡыҙыҡлы берәй нәмә уҡырмын? Күбеһенсә фотороботтар төшөрөлгән, фәлән-фәләнов эҙләнә тигән яҙмалар инде.
Эльмира Самат ҡыҙы кобураһын алып сыҡҡас, уның бүлмәһенә күтәреләбеҙ. Икенсе ҡатта ике яҡҡа һуҙылған оҙон коридор, беҙ уңға киттек, ишектәр янынан үтәбеҙ. Бында – эксперт, артабан – тәфтишсе, ә быныһында начальник ултыра икән – ҡыҙыҡһынып һәр яҙыуҙы ҡарап барам. Эльмира Самат ҡыҙы быны күреп:
– Ваҡытың булһа, уларға ла кереп сығырһың, нимә менән шөғөлләнгәндәрен белгең килһә.
– О, әлбиттә, бигерәк тә "эксперт" тигән һүҙ оҡшаны, эше лә ҡыҙыҡтыр, – тип шатланып яуапланым.
Шул арала кабинетҡа килеп еттек. Уртаса ҙурлыҡта яҡты бүлмә, шкаф кәштәләрендә хоҡуҡ тәртибенә бәйле китаптар, Эльмира Самат ҡыҙына бирелгән грамота-дипломдар теҙелгән.
– Динара, миңә 5 минуттан “оперативка”ға барырға кәрәк, һин бүлмәлә ултырып тор.
– Бигерәк серле мәғлүмәттәр тураһында һөйләшәһегеҙ икән, ярай әтеү, бында көтөрмөн, – тинем дә кабинетта ултырып ҡалдым. Ошо арала Енәйәт кодексын мауығып уҡыным...
20 минут самаһы ваҡыт үтте. Эльмира Самат ҡыҙы “оперативка”нан сыҡты ла, өҫтәле артына ултырып, ниндәйҙер документтарҙы тултыра башланы. Уға ҡамасаулағым килмәһә лә, үҙемә ҡыҙыҡ булған һорауҙарҙы бирергә баҙнат иттем.
– Эльмира Саматовна...
– Ярай инде, Динара, миңә улай рәсми өндәшмәһәң дә була, Эльмира апай, тиң, – тип йылмайҙы өлкән лейтенант.
– О, апай тип әйтәм улайһа! Эльмира апай, һеҙгә һорауҙарым бар ине, һөйләшеп алһаҡ, эшегеҙ тотҡарланмаҫмы?
– Әлбиттә, һора. Мин әле документтарҙы судҡа һәм военкоматҡа әҙерләйем. Унда ла барып киләсәкбеҙ бөгөн.
– Яҡшы, рәхмәт... Эльмира апай, ниңә полиция хеҙмәткәре булырға уйланығыҙ? Һеҙҙең бит музыка сәнғәтенә лә һәләтегеҙ бар.
– Әсәйем – полиция хеҙмәткәре. Бәләкәй саҡта уның матур формаһына ҡарап һоҡлана, мин дә ҙур үҫкәс әсәйем кеүек булам, шулай форма кейеп йөрөрмөн, тип хыяллана инем. Тик көн һайын һуң ҡайтыуы оҡшамай торғайны, шулай ҙа бала саҡтан ҡуйылған маҡсатыма ирештем. Әле үҙем дә иртән китеп, кис ҡайтам, күп ваҡыт төнөн дә эштәмен, тик һөнәремде бик яратҡас, уныһы һиҙелмәй. Мин бәләкәй саҡта заман – башҡа, кешеләр ҙә икенсе ине. Хәҙер шаһиттарҙы допросҡа саҡыртһаң, үҙҙәре килмәй, участковый барып алғанды көтәләр, элек был эшкә етдиерәк ҡарай ине халыҡ. Ә сәнғәт юлын һайлауҙы музыка мәктәбендә уҡыған саҡта ла күҙ алдында тотманым, үҙем өсөн фортепьянола уйнарға өйрәндем.
– Эйе, ҡатын-ҡыҙ өсөн был эш бигерәк тә ҡатмарлы... Ә вазифа бурыстарығыҙға нимәләр инә?
– Мин дознаватель – тәүтикшереүсе. Хәл-ваҡиға булған урынды тәүҙә ҡарап сығам, аҙаҡ протокол төҙөгәндә уның схемаһын эшләйем. Мәйет булһа, уны әйләндереп-тулғандырып, ниндәй кейемдә икәнен, тәнендә ниндәй яралар барлығын тикшереп, документтарға тасуирлап, ентекләп яҙырға бурыслымын. Башҡа төр енәйәт осрағында, урындағы зыян күреүсенән, шаһиттарҙан, зыян килтереүсенән яуап алам. Пүнәтәйҙәрҙең (понятые) мәғлүмәтен яҙып, уларҙан ҡултамғаларын ҡуйҙыртам. Урыҫсалап әйткәндә, "Выявить, раскрыть, пресечь административное правонарушение или преступление" – бына ошо инде эшемдәге девизым.
Тәүбә-тәүбә, шул хәтлем ҡурҡыныс эш, тип уйлап ҡуйҙым. Минең бер ҡасан да ундайға ҡыйыулығым етмәҫ ине һәм, үҙемдең ҡурҡҡанымды күрһәтмәҫ өсөн, көлөмһөрәп:
– Рәхмәт ихлас һөйләгәнегеҙ өсөн. Ҡурҡыныс, әлбиттә, ҡайһы бер күренештәрҙән һуң кинотеатрға "ужастик"тарға йөрөргә лә кәрәкмәйҙер, – тигән булдым.
Унынсы яртыла "развод"ҡа аҫҡы ҡатҡа төшәбеҙ. Бөгөн дежур иткән хеҙмәткәрҙәр, формаларын кейеп, армиялағы кеүек бер рәткә теҙелеп, начальниктың "Равняйсь!", "Смирно!" тигән командаларын үтәүе миңә ҡыҙыҡ та, матур ҙа тойолдо. Быға тиклем ҙур ағайҙарҙың ошолайтып баҫып торғанын күргәнем булмағанғалыр, моғайын. Бер, ике, өс... рәт буйлап һанашып алдылар. Араларында ике ҡатын-ҡыҙ: тәүтикшереүсе Эльмира Рәхмәтуллина һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Айгөл Ғәлиева. Бөтәһенең дә документтары һәм кобуралағы пистолеттары тикшерелде. Бына начальник ағай дежурныйҙарға профессиональ этиканы, юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа, форма ғына кейергә, ғәҙел булырға өндәне, эштә уңыштар теләне.
Ошо көндә берәй хәл-ваҡиға булһа, мин дә полиция "буханка"һына ултырып урынға барасаҡмын тигән уй ҡыҙыҡһыныуымды арттырып ебәргәндәй. Беҙ кире кабинетҡа күтәрелдек, Эльмира Самат ҡыҙы, папкаһын тотоп, канцелярияға барам тигәс, мин дә уға эйәрҙем. Ике бүлмәгә бүленгән яҡты кабинетта документтар белгесе Рәйсә Хәсән ҡыҙы Атанғолова эшләй икән. Мин ҡыҙыҡһынып бүлмәнең икенсе яғына инергә рөхсәт һораным, ҙур шкаф кәштәләре төҫлө папкалар менән тулған, һәр береһенә төрлө дата баҫылған. Ике ҙур сейф, унда ҡәҙерлерәк документтар һаҡланалыр. Был бүлмә "архив базаһы" тип атала. Дежур часта тултырылған журналдар канцелярияға килә, аҙаҡтан нисәлер йыл дауамында, юғарынан, документтарҙы юҡ итергә тигән ҡарар булғансы, архив базаһында һаҡлана икән. Беҙ эшебеҙҙе теүәлләнек тә йәнә үҙебеҙҙең кабинетҡа юлландыҡ.
Ҡаршыбыҙға полиция подполковнигы Әлфирә Рәмил ҡыҙы осраны. Ул эксперт янына инеп сығырға тәҡдим итте. Ихлас ризалаштым. Был бүлмәлә эксперт Рөстәм Наил улы Ғәлиев эшләй. Уның һөнәри бурысы – хәл-ваҡиға булған урынды тикшереп, вещдоктарҙы табыу, шул енәйәткә ҡағылышлы әйбер, кейем-һалымды, кешеләрҙең бармаҡ эҙҙәрен алыу. Һәр теркәлгән хәл-ваҡиғаға сыҡҡанда эксперт ҡулына ҙур яңы өлгөлө унифицирланған сумаҙан тота. Унда, битлек һәм бирсәткәләрҙән тыш, төрлө инструменттар, полиэтилен тоҡсайҙар, быяла әйберҙәр һәм төрлө иретмә-порошоклы һауытсыҡтар тултырылған. Эш барышында алынған мәғлүмәттәр базаға ебәрелә, унда дактилокарта – экспертиза мәғлүмәте менән карталар һаҡлана.
– Эшләй башлағанда ҡайһы бер күренештәрҙән, шул урында булған еҫтән ҡыйыныраҡ ине, хәҙер өйрәндерҙе, эшемде тыныс башҡарам, алтынсы йыл бит инде, – тине Рөстәм Наил улы.
Мин эксперт эшенә булған ҡыҙыҡһыныуымды ҡандырҙым да коридорға сыҡтым. Ошо мәлдә ҡырҡыу еҫ танауымды ярҙы, бығаса уны һиҙмәгәйнем. Ни ғәләмәт икәнен белер өсөн Әлфирә Рәмил ҡыҙынан һорайым.
– Беҙҙең аҫта ИВС – ваҡытлыса тотоу изоляторы урынлашҡан. Конвой бүлегендә хеҙмәт итеүселәр ҡулға алынғандарҙы шунда килтерә, уларҙың эше хәл ителгәнсе изоляторҙа булалар. Был еҫкә күнеккәнбеҙ, ахыры, һинең кеүек танау сөйөрмәйбеҙ, Динара, – тине ул, йылмайып.
Телевизор ҡарарға форсат сыҡмаһа ла, НТВ каналынан барған “Шаман” сериалының ҡайһы бер өҙөктәрен күргеләгәйнем. Ундағы тәфтишсе Шаманов, нисек кенә булмаһын, серия барышында енәйәт эшенең нескәлектәрен еңел генә асыҡлай. Ә бына тормошта бөтөнләй икенсе, бер ниндәй бармаҡ эҙҙәре, шаһиттар, хатта енәйәтсене күҙаллап булмаған осраҡтар йыш була икән.
Сәғәт – 10:45. Дежур часта телефон шылтыраны – бысаҡ менән тән яраһы һалыу факты тураһында хәбәр килде, адрестан башҡаһы билдәле түгел. Беҙҙең тәфтиш-оператив бүлек төркөмө сәғәт 11-ҙә полиция “уаз”игына тейәлеп юлға сыҡты. Машинала ете кеше: водитель, тәүтикшереүсе, оперуполномоченный, эксперт, участковый, бүлек начальнигы урынбаҫары һәм мин. Эльмира Самат ҡыҙы – ошо төркөмдөң етәксеһе. Тәбиғәттән нескә күңелле ҡатын-ҡыҙ заты ир-егеттәргә етәксе булһын әле?! Эльмира апайҙың ҡыйыулығына һоҡланып бөтә алмайым. Ярай әле, бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә аҡыллы, үҙҙәренең эшенә яуаплы ҡарай, полицияла шул сифаттарға эйә булғандар ғына хеҙмәт итергә тейеш инде. Бараһы еребеҙ алыҫ ҡына, әллә серем итеп алырғамы, күҙемде йомам да асам, шул ваҡытта янымда ултырған апай-ағайҙарға күҙ һалып алам. Бөтәһе лә ниндәйҙер уйға сумған, етди ҡараш менән тәҙрәгә йә алға төбәлгәндәр, бәлки, енәйәт хәле тураһында баш ваталарҙыр, нисек кенә булмаһын, уларға бындай хәл беренсегә түгел. Ә бына минең ғүмеремдә онотолмаҫлыҡ ваҡиға, шуғалыр ҙа тиҙерәк барып етеп, пүнәтәй рәүешендә ҡарап йөрөгөм килә.
Бына трассанан һулға боролоп, ауыл эсенә индек, бер аҙ барғас, серле өй ҡаршыһында водитель тормозға баҫты. Бәләкәй генә бүрәнә өй аҡбур менән ағартылған, ҡайһы берәүҙәрҙең мунсаһы ла бынан күпкә ҙурыраҡ була хатта. Ир-егеттәр алдан, беҙ Эльмира апай менән уларҙың артынан индек. Бишкә алты метрлы өйҙә өс кеше, ике диван, һыуытҡыс, өҫтәл, дүрт бесәй, араҡы, һыра шешәләре… Бер кеше, полиция килһә лә, йәйелеп диванында йоҡлап ята. Ә өйҙәге һаҫыҡ еҫкә бер минут та сыҙарлыҡ түгел!
Эльмира Самат ҡыҙы, папкаһынан ҡағыҙҙар алып, протокол тултыра башланы. Тәүҙә йорт ихатаһында нимәләр барлығын, аҙаҡ өйҙөң ниндәй материалдан төҙөлгәнен, артабан эстәге йыһаздарҙы ентекләп яҙҙы. Бынан һуң зыян килтергән ҡатындың һүҙҙәрен теркәне. Был енәйәттә ҡатын ғәйепле, әлеге лә баяғы эскелек арҡаһында инде, төнөн машина асҡысын һорап йөрөгән иренә, бысаҡ-вилкаларҙы усына йомоп, тегеләй ҙә былай һелтәнгән. Һөҙөмтәлә ире яраланған. Үҙе ғәйебен таный, әлбиттә, иртән торғас, ирҙе район дауаханаһына алып барған, уға операция кәрәк. Өйҙә булған тағы ла бер ир менән ҡатын, оперуполномоченный Вәлиуллин Павел Миҙхәт улына “беҙ йоҡланыҡ, бер нәмә лә күрмәнек” тип әйтеп, шаһит булыуҙан ҡотолдо, ахыры.
Эксперт Рөстәм Ғәлиев конвертҡа яра яһаған бысаҡты һалды, тағы ла зыян күргән ирҙең ҡанлы футболкаһы кәрәк икән, былары вещдок инде. Башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ эшен башҡара, кемеһелер ҡағыҙҙар тултыра, кемеһелер телефондан дежур часҡа эш барышы тураһында хәбәр итеп тора. Ә мин күҙәтәм, тик ултырып арыбыраҡ, асығып киттем кеүек, сәғәтемә ҡарайым — 12:40 күрһәтә. Эльмира Самат ҡыҙы, схема төҙөргә генә ҡалды, унан ҡуҙғалабыҙ, тине лә, ҡулына линейка, ҡәләм алып, ипләп кенә ихата схемаһын эшләне.
Ҡайтырға тейәлдек, төшкө ашҡа китербеҙ тип уйлағайным да, дауаханаға теге ирҙең футболкаһын алыу өсөн һуғылырға кәрәк ине. 35 минут ғүмеребеҙ юлға китте, тағы ла 20 минутты дауаханала үткәрҙек. Ура! Документтарҙы бүлектә ҡалдырабыҙ ҙа тамаҡ ялғарға өйгә ҡайтабыҙ.
Эльмира Самат ҡыҙынан хәл-ваҡиға тураһында фекерен һорайым.
Ғәҙеллек һағында үткән мажаралы тәүлек йәки Полицейский булыу еңелме?— Быныһы ябай күренеш, бысаҡ менән тән яраһы һалыу осраҡтары быйыл ныҡ йышайҙы, һәр дежур мәлендә була. Ҡатынға ҡарата енәйәт эше асыла, аҙаҡтан суд була. Бик күп енәйәткә эскелек сәбәпсе, әле тыныс булды, ҡайһы берәүҙәрҙең иҫерек килеш полицияға ла ташланғандары бар, уларҙы конвой бүлеге хеҙмәткәрҙәре изоляторға бикләй.
– Тыныс ҡына тип әйтһәгеҙ ҙә, Эльмира Самат ҡыҙы, миңә бик күңелле булманы унда, — тинем. — Ә хеҙмәт иткән осороғоҙҙа берәй ҡыҙыҡ, көлкөлө хәлде иҫегеҙгә төшөрмәҫһегеҙме? Бәлки, айырыуса хәүефле осраҡтар ҙа булғандыр?
– Ысынында ҡурҡҡан ваҡыттарым күп, хәл-ваҡиғалар бер-бер артлы булып тора, шуға күрә көлкөлөһөн иҫләүе лә ҡыйын. Ә инде бик ҡурҡып, ике аҙна йоҡлай алмаған сағым 5-се курста практика мәлендә булғанын хәтерләйем. Енәйәтте тикшереү бүлеге начальнигы мине үҙе менән ауыр хәл-ваҡиғаны күҙәтергә алды. Беренсе тапҡыр шунда ҡанға батып ятҡан мәйет күрҙем, һаҫыҡ еҫ — ошо күренештәр мине тетрәндергәйне, ә хәҙер эшем шул, өйрәндерҙе, ахыры. Шулай ҙа үлем осрағы күңелдә һәр ваҡыт ауыр тойғо ҡалдыра.
– Ә мин ҡайһы саҡта белә тороп яңылыҡтарҙы ҡарамайым, үлем булған хәл тураһында ишеткем килмәй, сөнки беҙҙең заманда шул хәтлем үлемдең күплеге борсой, әллә ниндәй уйҙарға бирелеп китеүем бар. Минең һымаҡ хис-тойғоға бай кеше бер ҡасан да полицияла хеҙмәт итә алмаҫтыр, үҙемдән сығып әйтәм инде.
Эльмира апай уйланып ултырғандан һуң, көлкөлө хәл иҫенә төштө:
– Быйыл ҡыш булды был. Төнгө сәғәт дүрттә, беҙҙең дежур төркөмгә алыҫ ауылға барып, бер бабайҙың аҡсаһын урлаған кешенең эҙенә төшөргә кәрәк ине, ул яңы ғына ҡасҡан тигән хәбәр килде. Беҙ, алты кеше, тиҙ үк барып еттек. Пенсия аҡсаһының 5 меңен урлап ҡасҡан ағаһына дәғүә белдергән бабай беҙҙе алдаған булып сыҡты. Бер ниндәй ағаһы ла, аҡсаһы ла юҡ, бер йыл элек ҡатыны үлгән, хәҙер уның менән аралашыр кеше юҡ икән, шуға ул иҫерек көйөнсә, полиция хеҙмәткәрҙәре менән булһа ла һөйләшермен тип, беҙгә шылтыратҡан. Етмәһә, минең менән тағы ла бер аҙға ҡалығыҙ әле, тип беҙгә үтенә.
– Вәт, бахыр кеше! Яңғыҙлыҡтың әселегенән ул полицияға шылтыратып йыуаныс эҙләргә мәжбүр. Тик бабай йәл булһа ла, иҫеректәрҙе аҡламайым. Берәй нәмә булдымы уға был ҡыланышы өсөн?
– Алдап, ялған мәғлүмәтте еткергәне өсөн протокол төҙөнөк. Бабай штраф түләне.
Төшкө ашыбыҙ тәмле, әңгәмәләребеҙ йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы булды. Әҙерәк ял итеп алғас, тағы ла эш менән юлға сыҡтыҡ. Военкоматҡа быйыл армия сафына хеҙмәткә китергә тейешле егеттәрҙең документтарын рәткә килтереп керетеп сыҡтыҡ. Аҙаҡтан яҡын арала хөкөм сығарылырға тейеш енәйәтселәрҙең эштәре һалынған папкаларҙы район судына алып барҙыҡ. Тышта һыуыҡ, был биналарҙың аралары ла йыраҡ. Бындай көндә йүнле кеше этен дә урамға сығармағандыр, тип уйлап алғылаһам да, үҙемде “ҡойроҡ” тип хис итһәм дә, ғәмәлдә минең өсөн өр-яңы донъя — полиция хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ хеҙмәте менән танышыуыма сикһеҙ шатланып йөрөйөм.
Эш көнө бөтөүгә сәғәт ярым ҡалды, Эльмира Самат ҡыҙы, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә, пистолетты тапшырырға бүлеккә барырға кәрәк, тине. Ул ҡағыҙҙарҙы тултырғанда, мин тыштағы рәшәткә аръяғында торған полиция эттәрен ҡараным. Был мөмкин булмаһа ла, уларҙы ҡуйы йөндәренән һыйпап яратҡым килгәйне. Рекс, Мөхтәр кеүек тыңлаусан эттәрҙе фильмдарҙа төшөргәндәр, улар – төп ролде башҡарған “актерҙар”. Ә бында ысын тәртип һаҡсылары: ике ҡатлы ҡапҡа артында улар ныҡ өрә, юлдарына эләкһәң, өҙгөсләп ташларҙар кеүек, шулай ҙа енәйәтселәрҙе эҙләп табыуҙа ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтәләрҙер...
Эш көнө бөтөп, әҙ генә ял итеп өлгөргәс, киске сәғәт һигеҙенселә, Эльмира Самат ҡыҙына дежур частан “кеше юғалған” тигән хәбәр килде. Тиҙ арала йыйынып, полиция бүлегенә барҙыҡ. Юғалған кешене тирә-яҡтан эҙләп сығырға кәрәк буласаҡ. Полиция “УАЗ”-игын йөрөткән ағай яңы ғына эштән киткән, хатта ауылына ла ҡайтып етмәгән, уға кире боролорға ҡушҡандар. Водителде көтөп бер аҙ торғас, машинаға ултырып, барыр ергә ҡуҙғалдыҡ. Көн буйына арыттырған, машинаның ныҡлы тауышына һәм бәүелтеүенә саҡ йоҡлап китмәнем. Бер аҙҙан билдәләнгән урынға барып еттек. Һүрән генә янған утлы йортта әле генә мунсанан сыҡҡан ҡатын ҡаршыланы, биш-алты йәштәрҙәге ике балаһы уйнап йөрөй, әсәһе лә, иҫерек атаһы ла күренде.
Эш былай булған: ҡатын бер йыл элек айырылған ире менән яңынан бергә йәшәй башлаған, ире икенсе ҡатынға киткән булған, әле шул ир машинаһы менән Стәрлегә сығып киткән дә өсөнсө көн телефонға яуап бирмәй икән. Ҡатын дауахана, моргтарға шылтыратып бөткән, иренең ҡайҙа икәне билдәһеҙ булғас, дежур часҡа хәбәр иткән: шундай-шундай кеше эләкмәнеме һеҙгә, тип кенә һораған, һәр бер шылтыратыу теркәлеп барғанлыҡтан, беҙҙең дежур төркөмдө ебәргәндәр.
Эльмира Самат ҡыҙы протокол төҙөй, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһыһы ҡағыҙ тултыра, ҡайһыһы минең кеүек күҙәтеп тора. Яңғыҙ ҡатын, ире ташлап китһә лә, һаман көтә, һаман ярата, быны үҙе әйтте, ни эшләргә белмәгән, күҙҙәре илауҙан шешенгән апай. Был өйҙә сәғәт ярым самаһы булдыҡ, енәйәт факты асыҡланмағас, эш тиҙ барҙы, насар хәбәр булһа ғына һеҙгә хәбәр итербеҙ, тип был өй хужабикәһе менән хушлаштыҡ. Ҡайтышлай бүлеккә инеп документтарҙы ҡалдырҙыҡ. Төркөмдәге ағайҙар менән, төн тыныс үтһен, дүшәмбе иртән генә осрашырға яҙһын, тип таралышҡайныҡ. Тик улай килеп сыҡманы. Көсөргәнешле эш көнөнән һуң татлы йоҡоға талғайныҡ, төнгө икенсе яртыла дежур частан шылтыратыу йоҡобоҙҙо бүлде: Эльмира Самат ҡыҙын бүлеккә саҡыралар, был юлы ла бысаҡ менән тән яраһы һалыу енәйәте теркәлгән.
Ике тула ун биш минуттан беҙ бүлексәлә инек. Үҙем тышҡа сыҡҡас ҡына, өшөп, йоҡонан айнығандай булдым, шулай ҙа күҙҙәремә төйөлгән йоҡо менән байтаҡ көрәшергә тура килде. Шунда полиция хеҙмәткәрҙәренең аяуһыҙ ауыр эштәренең әсеһен тағы ла нығыраҡ татый башланым. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, был хәл ҡатмарлы, бер ир ике кешене яралаған, етмәһә, электән хөкөмгә тарттырылған булған. Быны белгәс, мин уянып киттем, хатта машинала ла йоҡом килмәне. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт юлда үтте. Енәйәт булған йорттоң ғына уты һүнмәгән, тирә-яҡ өйҙәрҙә ҡараңғы.
Ағайҙар Эльмира Самат ҡыҙы менән миңә машинала көтөп ултырырға ҡушты, үҙҙәре енләнгән бысаҡлы кешенең йорт ҡапҡаһынан түгел, ә янындағы, ватылғанмы, әллә эшләнеп бөтмәгәнме, кәртә араһынан үтеп инеп китте. Биш минут үткәс, бөтәһе лә тыныс, енәйәтсе лә “нормальный” тип, беҙҙе саҡырҙылар. Өлкән лейтенанттың артынан ҡалмай өйгә индем.
— Әллә бөтөн бүлек менән килеп еткәндәр, ниңә генә полицияны саҡырттым икән, — тине көлөп бер ҡатын янында торған иргә һәм әхирәтенә.
Өй эсенә күҙ ташлауҙан бында ипле генә кешеләр йәшәй, тип уйларға мөмкин: кухнялары йыһазландырылған, иҙәндәрендә линолеум, мейестәре лә ап-аҡ, еҫ тә юҡ. Тик матди байлыҡ йорт хужаларының күңелдәре серек түгел тигәнде аңлатмай шул. Беҙ килеүгә утыҙҙары тулмаған ике һәм алтмышҡа тартҡан бер ҡатын, тағы ла эскән ике ир өйҙәләр ине. Эльмира Самат ҡыҙының һорауҙарына яуап биргән Лена исемле ҡатындың һөйләүе буйынса эш былай булған: Яна исемле әхирәте, Валя тигән танышы һәм 10 йәшлек балаһы менән улар ошонда, ире (әзмәүер енәйәтсе шул булып сыҡты) һәм уның әсәһе йәшәгән йортҡа ялға килгәндәр, литр ярым араҡыһын да онотмағандар. Бөтәһе лә өҫтәл артында эсеп, йәнәһе, көнкүреш мәсьәләләрен сисеү юлдарын хәл итеп ултырған саҡта, Валя: “Ниңә минең ҡыҙымды кәләшлеккә алманың, ә бынауы Ленаны алған булдың?” — тигән әзмәүер иргә. Ленаға был оҡшамаған, һәм Валя менән әрләшеп, һуғышып киткәндәр. Быны өйҙә булғандар ҙа иҫбатланы.
Мин шым ғына күҙәтеп баҫып торам. Уйланып киттем… Ниндәй әҙәпһеҙ кешеләр, полиция хеҙмәткәрҙәре янында ултырып, өйҙәрендә тәмәке төтәтәләр, һүҙ аша һүгенеү һүҙҙәрен ҡыҫтыралар, ирҙәрҙән дә былайыраҡ ҡатындар... Эх, был эскелек! Кешеләрҙең аңдарын йотҡан аждаһа! Ҡатындарҙың эскелеге тураһында саң ҡағырға, күберәк яҙырға кәрәк, улар бит әсә була торған кеше, ниндәй ҙур проблема был!.. Ана, бер ҡатын икенсеһен нисек аяуһыҙ туҡмаған — Ленаның бот-ҡулдары күм-күк, сыйылған урындарынан ҡан юлағы һуҙылған, илағанлыҡтан күҙҙәре шешенгән. Балаһы ла, бахыр, илап йөрөй, ата-әсәһе эскелек ҡоло булғас, бәхетһеҙ бала саҡ кисерә… Ә ире бында ҡатнашмағанмы икән ни? Ниңә һуң Лена дежур часҡа ирен ғәйепләп шылтыратҡан? Әле һөйләгәне ысынға оҡшаған, башҡалары ла шулай ти бит…
Протоколдарҙы тултырып, ҡайтырға торабыҙ. Бына ошонда “иң әкәмәте” башланды. Лена илап: “Мама (ҡәйнәһен “мама” ти) прости, прости, мин бөтәһен дә һөйләйем”, — тип килеп сыҡты залдан. Ҡәйнәһе шунда уҡ ҡыҙып, һүгенеү һүҙҙәрен теҙҙе, ахыры, Лена уларҙың бер нәмә лә һөйләмәйек тигән килешеүен боҙҙо. Беҙ аптырап ҡалдыҡ, алдағандармы ни? Ҡарға – ҡарҡылдап, уйнашсы ҡатын илап ышандырыр, тиҙәр, шулай килеп сыҡты ла инде. Яңы ғына суд эскәмйәһенән дүрт йылға шартлы яза менән ҡотолған, Ленаның бөтөн документтарын мейескә ташлап яндырған, һуғыш суҡмары әзмәүер ирҙе һатмаҫ өсөн ошондай спектакль күрһәткәндәр, имеш. Ә протоколдарҙы яңынан төҙөү тағы ла ике сәғәт ваҡытты аласаҡ тигәнде аңлата. Ысынында, аҡылдарын һатып эскән был кешеләргә асыуым килде, тик йөҙөмә сығармаҫҡа тырыштым.
Лена ни эшләргә белмәй, тегеләй ҙә былай йөрөй, илай, мыжый, йә көлөп ебәрә, балаһын барып ҡосаҡлай ҙа, “һин үҫкәс, атайыңды төрмәгә ултыртҡан өсөн мине ғәфү итерһеңме?” тип туҡтауһыҙ яфаланы. Балаһы: “Мин арыным, алып китһендәр”, – тигән була. Ошо бала эскелекте, әрләш-талашты, туҡмалыуҙы күреп-кисереп үҫә, уның психикаһын яман ҡыланыштар менән ата-әсәһе боҙа, киләсәктә был малай шуларҙы уҡ ҡабатламаҫ тип кем әйтә ала? “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән”, тип бик тапҡыр әйткән бит халҡыбыҙ.
Ни ҡылмаҡ кәрәк, Эльмира Самат ҡыҙы һәм оперуполномоченный хеҙмәткәр Павел Миҙхәт улы тағы ла документтарҙы тултырырға ултырҙы, мин был хәлгә көрһөнөп, ауыр һулап баҫып торам. Шул арала әзмәүерҙәй ир ҡатынының йөҙөнә тондорҙо, ысынын һөйләгәнгә асыу-ярһыуы ҡабарҙы. Полиция ағайҙары уны тотоп алды, бигерәк ҡыҙып китте был ир, үлтерәм, тип яман һүгенергә кереште. Минең ҡурҡаҡ йөрәк йыш-йыш тибә башланы, хәҙер беҙгә ташланһа? Полицейскийҙарҙы күҙәтәм: улар үҙҙәрен тыныс тота, енәйәтсенең ҡулдарына бығау кейҙерҙеләр. Ярай, улар тыныс булғас, миңә ҡурҡырға сәбәп юҡ. Беҙ килгәнсе ир иң беренсе Валяға ҡундырған, уны ҡайтарып ебәргәндәр, аҙаҡ йәмкә менән ҡатынын туҡмаған, уның башына бәреп стакан ватҡан, быяла киҫәктәре иҙәндә сәселеп ята, аҙаҡтан бысаҡ алып, әсәһе менән йәшәгән өйҙәш иргә лә ҡағылған, был беренсе тапҡыр ғына түгел икән.
...Ҡот осҡос, бындайҙы күреп-ишетеп, уны тасуирлап яҙырға кәрәк бит Эльмира Самат ҡыҙына. Быныһы әле башы ғына, енәйәт эшен ҡуҙғатҡанда тағы ла күп документ йыйырға, бының өсөн әллә ҡайҙарға запростар ебәрергә кәрәк. Күпме ихтыяр көсө һәм ҡыйыулыҡ Эльмира апайҙа. Мин бына эскән, әрләшкән кешеләр менән һөйләшергә ҡурҡам, ә кем ҡурҡмай икән һуң? Улар бит үҙ ҡылыҡтарын аңламай эшләй, тормошобоҙҙа булған күпме енәйәт эскән баштан атҡарыла?! Ниндәй ҙур социаль проблема.
Арыттырҙы, көнө буйы аяҡ өҫтөндәбеҙ, етмәһә, төнөн дә тыныс йоҡларға әмәл юҡ. Ярай әле мин – ҡыҙыҡһыныуым арҡаһында полиция хеҙмәткәрҙәренә эйәреп йөрөгән буласаҡ журналист ҡына, ябай студент. Ә бит Эльмира Самат ҡыҙының көндәлек хеҙмәте ошонан ғибәрәт. Өлкән лейтенант эшен мөкиббән бирелеп яратҡанға, унда һыуҙағы балыҡ кеүек йөҙгәнгә, төнгө йоҡонан мәхрүм булырға әҙер кешеләр рәтенә инәлер.
Тағы ла бер хәл, тик ундайҙан иларғамы, көлөргәме икәне билдәһеҙ. Өйҙәш иргә нисәнсегә инде әзмәүер ир бысаҡ яралары һала, тик ул ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй, яҙмай ҙа. Бөгөн дә ҡулына, арҡаһына бысаҡ тейгән, дауаханаға ла бармай. Тәүтикшереүсе Эльмира Самат ҡыҙы элегерәк бер алып барған, ярай, операция эшләгәндәр, ҡотҡарғандар уны. “Эттәге кеүек йүнәлер әле” тип торған эскән кешегә ни әйтһәң дә файҙаһыҙ.
Сәғәт – 5:15. Бөтә яҙыу эштәре башҡарылып бөтөп бара шикелле. Мин саҡ-саҡ баҫып торам, аяҡтарымды, ҡулдарымды йә тегеләй, йә былай ҡуйған булам, йоҡо ныҡ баҫҡанға тышҡа сыҡтым. Һыуыҡта йоҡом ҡасҡандай булды әҙерәк, тик асыҡҡаным да нығыраҡ тойолдо шул. Әлдә полицейскийҙарҙы әҙерләгән юғары уҡыу йортона инмәгәнмен, бер көн ҡарап йөрөүем дә ғүмерлек һабаҡ бирҙе бит, тигән уй ошонда килде инде. Кире өйгә индем, китергә йыйыналар, ике әхирәткә, малайға һәм ҡулға алынған әзмәүергә район үҙәге дауаханаһына барыр өсөн кейенергә ҡушҡандар. Полицейский ағай өйҙән “вещдок” булған быяла ярсыҡтарын, йәмкә, бысаҡты алды. Машинаға тейәлеп юлға сыҡтыҡ, әсәһе алдында ултырған малайҙы күҙәтеп барам: өс минут һайын борола ла артына тимер рәшәткәле тәҙрәгә төбәлеп ҡарап ала, енәйәтсе атаһы шунда бит… Алыҫ ауылдан килеп еткәнсе сәғәт 6:15 булып киткән. Эльмира Самат ҡыҙы уазик эсендә ҡағыҙҙарға нимәлер яҙҙы ла зыян күреүсе һәм килтереүсе менән дауаханаға инеп китте. Мин машинала өшөгәнгә үҙ-үҙемде ҡосаҡлап, йоҡомһорап ултырам. Шул тиклем арытты.
Эльмира Самат ҡыҙына һоҡланып ҡарайым: йоҡа нәфис кәүҙәле, һылыу йөҙлө йәш кенә кешелә күпме рухи көс, энергия, үҙ-үҙенә ышаныс! Бында әсәһе Әлфирә Рәмил ҡыҙының шәхси өлгөһөнөң дә йоғонтоһо, һис шикһеҙ, бар. Юҡҡа ғына 20 йылға яҡын полицияла хеҙмәт итмәй бит ул. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап (һуңынан ситтән тороп юридик институтта уҡый), мәктәптә уҡытыусы булып йөрөгән ерҙән бәлиғ булмағандар менән эшләүсе инспектор итеп эшкә алына. (Атаһы Рәмил Вәлиәхмәт улы Әсәҙуллин да милицияла байтаҡ эшләй).
Йылдар үткән һайын тәжрибә лә арта, погондарҙа йондоҙҙар ҙа эреләнә бара, хәҙер инде Әлфирә Рәмил ҡыҙы – подполковник дәрәжәһендә, район буйынса участковыйҙарҙың начальнигы. Тимәк, ҡыҙы Эльмира династияны дауам итеүсе лә булып сыға түгелме? Мин шулай төрлө уйҙарға бирелеп ултырғансы, Эльмира апай дауаханала эште тамамлап килеп сыҡты. Уның йөҙөнә төбәләм: юҡ, һис ҡәнәғәтһеҙлек түгел, тынғыһыҙ эш көнө һәм йоҡоһоҙ, ығы-зығы менән үткән төндән һуң була торған аҡһыл йөҙ, ҡыҙара төшкән күҙҙәр ҙә уның һөйкөмлөлөгөн кәметмәгән, йылмая биреп минең хәлемде һорашҡан буласы...
Өйгә ҡайтып еткәндә, сәғәт иртәнге 7 ине. Асығыуымдан көслөрәк арыуым аяҡтан йығып бара, әңгәмә ҡорор хәлем дә юҡ. Ҡайтҡас, кухнялағы диванға ятып торайым тигәйнем, ойоп киткәнмен. Шулай ҙа Эльмира Самат ҡыҙы тәҡдим иткән тәмле сәйҙән баш тартманым. Иңемдән тау төшкәндәй булды ошо сәфәремдән һуң, йылы юрған аҫтында бер ни белмәй йоҡлап киткәнмен. Бер тәүлек эсендә полицияның эшен ҡарап йөрөп кенә хәлдән тайҙым. Был донъяла ниндәй генә кеше юҡ, ниндәй генә енәйәттәр ҡылынмай, иң тәүҙә шуларҙы күреп, тикшереп йөрөгән полиция хеҙмәткәрҙәренең эше бик ауыр һәм ҡатмарлы. Быны үҙ елкәмдә татығас ҡына аңланым, уларға булған ҡарашым 100 процентҡа үҙгәрҙе. Беҙҙең заманда енәйәтселекте киҫәтеп, тыныслыҡты һаҡлаған полиция хеҙмәткәрҙәренән тыш йәшәйешебеҙ ниндәй булыр ине? Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Ғәҙеллек һағында үткән мажаралы тәүлек йәки Полицейский булыу еңелме?
Динара КӘРИМОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840