Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөттө нығытҡан осрашыу
Өмөттө нығытҡан осрашыу
Йәмғиәттең мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡарашы күҙгә күренеп ыңғайға үҙгәрә. Шулай ҙа ҡайһы бер бюрократик ҡаршылыҡтар арҡаһында улар һаман да үҙҙәрен ситләтелгән тип тойорға мәжбүр. Республика башлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районына эш сәфәре нәҡ ошондай инвалидтар менән осрашыуҙан башланды.

Мәҫәлән, Марина Туманчина инвалид бала тәрбиәләй. Закон буйынса ул бушлай ер алыуға хоҡуҡлы. Ошо мөмкинлеген файҙаланыу ниәтендә ҡатын өс йыл элек үк сиратҡа торған.
Килеп тыуған хәлде ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотов әлегә ер булмау менән аңлатты. Тиҙҙән Стәрлетамаҡ районының 500 гектар ере ҡала ҡарамағына күсәсәк. Тимәк, Марина Туманчинаның хыялы бойомға ашыр, тип ышанғы килә.
– Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Тейешле министрлыҡ-ведомстволар ҙа ҡағыҙ эштәрен йәһәтерәк башҡарырға тейеш, – тип Президент мөрәжәғәт итеүсенең күңелендә өмөт уятты.
Был көндә Рөстәм Хәмитов йәмғеһе 12 кешене ҡабул итте. Улар араһында Ишембай, Салауат ҡалалары һәм Стәрлетамаҡ районынан килеүселәр ҙә бар ине. Президентҡа мөрәжәғәт итеүселәр башлыса ҡалаларҙа, ҡала янындағы ауыл-ҡасабаларҙа инфраструктураның насар булыуына зарланды. Ҡайҙалыр юл ватыҡ, ҡайҙалыр ул бөтөнләй юҡ. Ҡалаға ҡараған ҡайһы бер бәләкәй ҡасабаларҙа мәктәп менән дарыухана ла булмай сыҡты. Иң мөһиме —күтәрелгән мәсьәләләрҙең береһе лә Президенттың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов етешһеҙлектәр буйынса айырым етәкселәргә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе йөкмәтте.
Артабан республика башлығы стәрлетамаҡтар менән ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртты һәм “Башҡортостан сода компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә йүнәлде.
Ҡайһы бер продукттарҙы етештереү буйынса республика, ил кимәлендә генә түгел, донъяла берҙән-бер һаналған был ҡеүәтле производствола Рөстәм Зәки улы яңылыҡтар менән танышты, тауарҙарының сифаты, төбәк өсөн ыңғай яҡтары хаҡында һөйләште. Предприятиены ҡараған сағында Президент:
– Беҙҙең төп бурыс – сит илдекен алыштырырлыҡ үҙ продукциябыҙҙы етештереү. Ләкин әлегә беҙҙең бизнес ҡулланыусылар баҙары менән һүлпән эш итә. Шуға был өлкәлә әүҙемләшергә кәрәк, – тип белдерҙе.
Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында Рөстәм Зәки улы халыҡтан урындағы эсәр һыуҙың сифатһыҙ булыуы, белгестәр етешмәүе һәм демографик хәлдең насарлығы хаҡында ишетте. Әммә урындағы етәкселәр: “Киләсәктә был проблемалар хәл ителәсәк”, – тип вәғәҙә итте.
Украина темаһы ла урап үтмәне. Осраҡлы түгел, әлбиттә, сөнки был ауылда бер быуаттан ашыу инде украиндар төп халыҡ булып йәшәй. Шуға мәктәптә дүрт телдә уҡыталар: башҡортса, русса, украинса һәм инглизсә.
Сер түгел: ауыл халҡы йыраҡтағы ҡәрҙәштәре өсөн айырыуса борсола. Был йәһәттән:
– Әле Украинала хәлдәр еңелдән түгел, әммә киләсәктә мәсьәләләрҙең украин халҡы файҙаһына хәл ителеренә ышанам, – тине Президент “Золотоношка” украин тарихи-мәҙәни үҙәге менән танышҡан саҡта. Ул Ҡырымдың Башҡортостан шефлыҡҡа алған Белогорск районы тураһында ла һөйләне.
– Бер-ике йылда был районды тәртипкә килтерербеҙ, туҡтап ҡалған производстволар аяҡҡа баҫыр, – тине республика етәксеһе.
Золотоношка ауылы вәкилдәре былтыр Украинаға барыуҙары хаҡында һөйләне, ҡунаҡтарға йыр-бейеүҙәрен, ҡунаҡсыллығын күрһәтте.
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840