Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыланға юлдаш булһаң, ҡулың сағыр
Йәмғиәттең тарихында ла, һәр беребеҙҙең ғүмерендә лә мөкиббән оноторлоҡ һәм хәтерҙе һис ҡасан да маҙаһыҙламаҫлыҡ мәлдәр була. Әммә был тормошта эшләүсенән дә, һөйләүсенән дә эҙ ҡала. Тәнемә кер йоҡто тип, уны ҡырҡып ташлау әмәлдәре юҡ. Теләйһеңме-юҡмы, һинең булмышыңды ихтыярһыҙлап, инде уҙҙы, мәңгелек упҡынына сумып юғалды тигән уй-ғәмәлдәр йәнә әйләнеп ҡайта һәм һин, һабаҡ ынйыларын эҙләп, ғибрәт таштарын алып ырғыта-ырғыта, хәтер иләген, нисәнсе ҡабат инде, тирбәтә башлайһың.

Әйткәндәй, тарихтың бөгөнгө менән үрелеп барыуы хәйерле. Юлыңдың – хаҡ, ниәттәреңдең пак булыуын кисәге аҙымдарыңа ҡайырылып ҡарай-ҡарай ғына самалай алаһың. Шуға күрә дәүләтебеҙ һәм халҡыбыҙҙың төпкөл тарихына ла, ваҡыт саңы ултырып өлгөрмәгән үткәненә лә әйләнеп ҡайтыуыбыҙ аңлашылалыр.
Март айында миңә илдә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе ҡоласлы үҙләштерә башлауҙың 60 йыллығына арналған мәҡәлә яҙыу форсаты тейгәйне. Совет осоро тарихында был эш Никита Хрущевтың исеме менән бәйле урын алды. Ғөмүмән, 1954 һәм 1964 йылдар әлеге партия һәм дәүләт эшмәкәренең тәржемәи хәлендә, инглиз телендәге һүҙҙе файҙаланып әйтһәк, сакраль төҫ алған һымаҡ. Бының менән генә бөтһә... Никита Сергеевич 1894 йылдың 17 апрелендә тыуған. 1964 йылдың көҙөндә арҡаҙаштары уны эшенән ҡыуған. Тимәк, 120 һәм 50 йыл. Хәтер йомғағын теләмәһәң дә тағатырһың.
Әсәйем үҙ ғүмерендә күҙ йәшенә һаран булды. Әммә илле өсөнсө йылдың март көндәрендә түгелеп иланы. Хәйер, И.В. Сталинды беҙҙең ауыл халҡы, Советтар иле үкһеп оҙатты. Илле өстөң 9 мартында тарих, йөрөшөн бер аҙға ғына әкренәйтеп, икенсе йүнәлеш алды. СССР Министрҙар Советы Рәйесе посы Георгий Маленковҡа эләкте. Шул уҡ йылдың сентябрендә КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп Никита Хрущев һайланды. Әйткәндәй, шул уҡ пленумда ауыл хужалығын артабан үҫтереү мәсьәләләре лә тикшерелде.
Әҙәм хәтере күп хәл-ваҡиғаны һаҡлай ала. Беҙ, ябай кешеләр, донъяла һәм илдә, сәйәсәттә һәм иҡтисадта булып үткән ваҡиғалар тураһында йә гәзиттәрҙән, йә хәтерләүҙәрҙән сығып хөкөм йөрөтәбеҙ. Ҙур эштәр йәки оло шәхестәр хаҡында ҡарһаланып, ҡыҙыулыҡ менән ниндәйҙер һығымталар яһарға тырышыу дөрөҫ түгел. Иң объектив һәм ғәҙел хаким – ваҡыт һәм тарих логикаһы.
Советтар Союзына өс тиҫтә йылға яҡын сикләнмәгән власлы диктатор формаһында идара иткән Иосиф Сталин мәрхүм булғас, илдә бер нисә айға ғына хакимиәт бушлығы хасил була. Юлбашсы тирәһендә орсоҡтай бөтөрөлгән Лаврентий Берия, Вячеслав Молотов, Лазарь Каганович, Климент Ворошилов, Георгий Маленков, Никита Хрущев власть өсөн үлемесле көрәш башлай. “Хан юлында ҡан ята”, – тип раҫлаһалар ҙа, атышып, бер-береһен ағыулап түгел, әлбиттә. Сәйәсәттәге һәм хакимиәттәге бер генә минутҡа ла тынмай торған “хәрби хәрәкәттәр”, ғәҙәттә, бүтәндәргә яла яғыу, шикләнеү, ғәйбәт, ялған хәбәр таратыу, шиҡәйәт кеүек быуаттар буйы ҡулланылған, шымартыла, камиллаштырыла килгән алымдар ярҙамында алып барыла. Әйтергә кәрәк, был ҡоралдар пуля һәм шартлатҡыстарҙан күп тапҡыр көслөрәк.
Етмеш дүрт йыл ғына йәшәгән Совет дәүләте өсөн ун бер йыл – күп ваҡыт. Никита Хрущев илдәге иң юғары поста нәҡ ошо ҡәҙәр булды. Әммә уның исемен Бөйөк Ватан һуғышынан алда уҡ белгәндәр. Хрущев Коммунистар партияһына 1918 йылда ингән. 1935 йылдан Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары булып эшләгән, 1938 йылда уны Украинаға ошондай уҡ вазифаға күсергәндәр. Һуғыш осоронда күп кенә фронттарҙа Хәрби совет ағзаһы була, генерал-лейтенант. Ә 1949 йылдан – йәнә Мәскәүҙә. Үҙәк Комитет секретары, Политбюро ағзаһы. Ҡыҫҡаһы, Сталин мәрхүм булыуға Никита Сергеевич власть иерархияһында бик юғары баҫҡысҡа күтәрелеп өлгөрә.
Мин, олоғайған быуын кешеһе булараҡ, Хрущев идара иткән осорҙо яҡшы хәтерләйем. Беҙҙең илдә борон-борондан “халыҡ – кәүҙә, батша – баш” бит инде. Баш нисек, кәүҙәнең дә хәле шул сама. Никита Сергеевичтың самаһыҙ тынғыһыҙ холҡо, уның менән бергә эшләүселәргә генә түгел, беҙҙең ауыл кеүек тау-урман араһында юғалған төбәктәргә лә килеп етә, һиҙелә ине. Хрущевтың дошмандары уны төрлөсә баһаланы. Асыҡ күңелле, ауыл кешеһенә хас ябай холоҡло шәхестән баймабаш, иҡтисадта ла, сәйәсәттә лә объектив законлылыҡты онотҡан дәүләт эшмәкәренә ҡәҙәр ине ул баһалар. Ғәжәп тә түгел. Ил башына һәр нәмәгә күндәм, сөскөргән берәүгә “йәрхәмбикалла” тип ултырған кеше килә алмай, килгән хәлдә лә дәүләт ҡәҙәр ҡатмарлы механизм менән идара итеү оҫталығы һәр кемгә бирелмәй.
Америка Ҡушма Штаттарында Томас Джефферсон, Франклин Рузвельт, Бөйөк Британияла Уинстон Черчилль, Францияла де Голль, Германияла Конрад Аденауэр, Һиндостанда Джавахарлал Неру һәм уның ҡыҙы Индира Ганди – был исемлек, әлбиттә, бик шартлы. Һәр заман үҙ йондоҙҙарын ҡабыҙа. Кемдер, ҡабынып, оҙаҡ яна. Икенселәрҙең ынтылыш-хыялдарын замандаштары аңлай алмай һәм хатта ҡабул итмәй. Өсөнсөләр власҡа ниндәйҙер идеялар менән, ҡорбандар аша килә. Чилиҙа Аугусто Пиночет менән шулай булды. Был ил иҡтисады боролоштан һуң Латин Америкаһында күрелмәгәнсә йылдам күтәрелеп китһә лә, ҡаты ҡуллы хакимдың хеҙмәттәре әле булһа бер төрлө генә ҡабул ителмәй.
Никита Сергеевич Хрущев тураһында, ул властан китеүгә дүрт тиҫтә йыл үтһә лә, әленән-әле яҙып торалар. Сәйәсмән үҙе лә беҙҙе иҫтәлектәренән мәхрүм итмәне. Ысынлап та, әгәр был кеше һаман тел осонда икән, тимәк, ул үткенсе бер фигура ғына булмаған. Төҙөү ҙә, емереү ҙә, изгелек менән яуызлыҡ та тарих биттәренә теркәлеп, халыҡ күңелендә уйылып ҡала. Мәҫәлән, Хрущев заманында дәүләт етәкселегендә йөрөгән Николай Булганин, Георгий Маленков йәки Лазарь Каганович менән Матвей Шкирятовты хәҙер кем хәтерләй? Ә бит улар беҙҙең ауылдағы аттарға мәке уйып йөрөгән Баязит ағай түгел, ә донъя карабын йә уңға, йә һулға бороп ебәрерлек хакимдар булған.
Н.С. Хрущевтың исеме Башҡортостан менән дә бәйле. Мәғлүмдер, 1964 йылдың авгусында, йәғни вазифаһынан тайҙырырҙан ике ай әүәл, ул республикабыҙға Ҡаҙағстанға үтеп барышлай һуғылып китә. Был хаҡта З.Ш. Аҡназаровтың “Время. Люди. Мысли” тигән китабында апаруҡ бәйән ителгәнлектән, уны йәнә тәфсилләп тормайым. Был осраҡта беҙгә Башҡортостан Хөкүмәтен сирек быуатҡа яҡын етәкләгән кешенең Хрущевтың ғәмәлдәренә баһаһы мөһимерәк.
“Никита Сергеевич Хрущев һымаҡ кеше тураһында һөйләгәндә, бер төҫтәге генә буяуҙы файҙаланыу ярамай. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә ул етди хаталар ебәрҙе, үҙ фекерен генә өҫтөн ҡуйҙы, эш-ғәмәлдәрендә ҡарһаланыу һәм буталсыҡлыҡтар булды”, – тип яҙа Зәкәриә Шәрәфетдин улы һәм артабан былай дауам итә: “Ихата эргәһендәге участкалар хужаларын, крәҫтиән хужалыҡтарын ҡыҫмаҡлауы – уның йәнә бер хата аҙымы. Һөҙөмтәлә күп кенә өлкәләрҙә мал һаны кәмене, халыҡты малсылыҡ ризыҡтары менән тәьмин итеү хөртәйҙе”. “...Ҡыҙғаныс, әммә Н.С. Хрущев, ваҡыт үтә килә, үҙе үк тергеҙгән демократизм, бергәләп етәкселек итеү юлынан тайпылды. Урынһыҙ шау-шыу, юҡ хөр тормошто бар тип күрһәтеү яңынан тамыр нығытты”.
Хрущевтың сәйәси эшмәкәрлегенә баһа бирер булһалар, ХХ съезда шәхес культын фашлап сығыш яһауын хәтергә төшөрәләр. Хужалыҡ, иҡтисадта Хрущевтың исеме, әйткәнебеҙсә, тәүге сиратта, сиҙәм ерҙәр менән бәйле. Ил хужалығына идара итеү һәм административ ҡоролошта Никита Сергеевич үҙен аҡламаған реформалары менән хәтерҙә ҡалды. Яҙыусылар, рәссамдар, сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн Хрущев бер үк ваҡытта партия диктатын йомшартҡан һәм сәнғәткә радикаль ҡараусы етәксе булып күренде. Сталин менән Берияның самаһыҙ ҡаты ҡулынан һуң властың халыҡ тормошона ҡарата аҙ ғына нормалләшеүе лә тонсоға башлаған кешеләргә йомшарыу булып тойолдо. “Хрущев епшеге” (оттепель) тигән ғибәрә шулай барлыҡҡа килде. Бындай “йомшарыуҙар” иһә беренсе секретарҙың шәхсән үҙенсәлектәренең сағылышы һәм ваҡытлы күренеш кенә булды.
Хрущевтың ХХ съезда шәхес культының сәйәси, ижтимағи һәм әхлаҡи эҙемтәләре тураһында өҫтәмә доклады йәмғиәттә әле булһа ҡаршылыҡлы фекерҙәр уята. Ни сәбәпле? Беренсенән, Рәсәйҙә шәхси власть традицияһы элек-электән көслө булды. Диктатура тибындағы хакимлыҡ ил башында тороусылар һәм тар ғына даирә кешеләре өсөн уңайлы. Коммунистар партияһы уставы һәм структураһы буйынса сәйәси диктатураны законлаштырған фирҡә ине. Ундағы Генераль секретарҙың ғына түгел, райком секретарының власы ла сикләнмәгән булды. Хрущев ошо мөмкинлектән тулыһынса файҙаланды. Коллегиаль етәкселек, демократик плюрализм тигән төшөнсәләр онотолдо. Уның ҡарауы, дәүләт тормошо бер генә шәхестең донъяға ҡарашынан, зауығынан һәм интеллектынан сығып ойошторола башланы.
Боронғо Рим консулы Юлий Цезарь бер юлы уҡый ҙа, яҙа ла, әңгәмә лә алып бара алған, тип һөйләйҙәр. Бының һөҙөмтәлелеге нисек булғандыр, әммә ниндәй генә талантлы етәксе лә “һәр фәнгә маһир мулла” була алмай. Никита Сергеевич иһә үҙен шулайыраҡ хис итте. Бөйөк игенсе Терентий Семенович Мальцев менән ул ер эшкәртеүҙең яңы алымдарын тикшергән, рәссамдар менән сәнғәт хаҡында киҫкен фекер алышҡан, партия комитеттарын ҡаланыҡына һәм ауылдыҡына бүлгән, колхоздарҙы бер эреләткән, бер бүлгеләгән, төньяҡ өлкәләрҙә кукуруз үҫтерергә ҡушҡан, шәхси хужалыҡтарҙан ваз кисеп, колхоздарҙан һөт-ит алып йәшәргә өндәгән, Американы һәр йәһәттән уҙып китергә саҡырған һәм шул хыялына үҙе лә ышанған. “Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ Американы яҡын йылдарҙа”, тип йырлап йөрөгәндәр хәтерҙә.
Тынғыһыҙ тәбиғәтле Хрущев “сереп барған” империализмды ла аямай торғайны. Ҡыҙыулыҡ һәм совет хәрби машинаһының ҡеүәтенә мөкиббән ышаныу ул саҡта Берлин көрсөгөнә һәм унда диуар хасил булыуға, Кубаға ракеталар индереүгә һәм АҠШ менән СССР араһында ядро һуғышы килеп сығыу ихтималлығына этәрҙе. Никита Сергеевич империализмды ерләүсе булырға, империалистарҙың “атаһын танытырға”, “Кузьканың әсәһе”н күрһәтергә вәғәҙә итте һәм ошо ярһыулыҡта, дипломатик этикетты ла онотоп, БМО трибунаһына ботинкаһы менән һуғыуға ҡәҙәр барып етте.
Ошо юҫыҡҡа бер аҙ ентекләберәк туҡталайыҡ әле. 1962 йылдың башында АҠШ ракеталарын Төркиәлә урынлаштыра. Американың йәҙрә ҡоралы тәүге тапҡыр СССР-ға күрше илдә булып сыға. Был хәл Хрущев Ҡара диңгеҙҙә ял иткән сағында уғата зитына тейә. Совет етәксеһенә ракеталар нәҡ уға төбәлгән кеүек тойола. Һәм Хрущев, уныңса әйткәндә, “американдарҙың ыштанына терпе һалырға” ҡарар итә, хәлбуки совет ракеталарын АҠШ-ҡа күрше Кубала урынлаштырырға фарман бирә.
Кастро менән йәһәтләп килешеп, тропик илдә төньяҡ һыуығы бөркөлөп торған йәшертен “Анадырь” операцияһын башлап ебәрәләр. Үҙаллы ике йыл хәрәкәттә булырлыҡ ҙур контингент – 43 мең хәрби хеҙмәткәр, 42 йәҙрә ракетаһы, ракета катерҙары бригадаһы, 72 самолет, 172 танк Кубаға оҙатыла. Карап документтарында йөктәр сәскестәр, комбайндар тип күрһәтелә. Ҡыҫҡаһы, Н. Хрущевтың алабарманлығы ике дәүләтте, ғәмәлдә, тотош донъяны, һәләкәт алдына ҡуя.
Ҡыҙыу баш һәм самаһыҙ мауығыусан ине Никита Сергеевич. Уның был сифаттары Хрущевты эштән бушатҡан саҡтағы документтарҙа “волюнтаризм”, “субъективизм” тигән төшөнсәләр менән билдәләнде.
Мин һис ҡасан да уҙған замандан гел яманлыҡ эҙләүҙе, элекке дәүләт эшмәкәрҙәрен ҡара буяуҙар менән һүрәтләүҙе өнәмәнем. Йөрәгең етһә, дәғүәңде хакимдың күҙенә ҡарап әйт, өйрәң шыйыҡ икән, ул түрә властан киткәс кенә, ғәҙеллек илсеһе булып ҡыланма. Ундай “үс алыусыларҙы” халыҡ аңламай ҙа, хөрмәт тә итмәй. Хрущевтың ҡәбере өҫтөндә бейеүселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле булһа бар. Өҫтәүенә ваҡыт үткән һайын ваҡиғаларҙың ысын буяуҙары тоноҡлана, шаһиттар аҙая, документтар юғала. Хрущев та, ниндәй генә кәмселектәренә ҡарамаҫтан, ихлас күңелле кеше булған, эштәренең хаҡлығына ышанған. Беҙ етәкселәр тураһында һөйләгәндә, уларҙы, башлыса, эш кабинеттарында күрәбеҙ. Ә ғаиләлә балалары, ейәндәре менән мөнәсәбәттә улар нисегерәк булған? Нимә менән мауыҡҡан, уларҙы ниндәй шик-шөбһә һәм сырхауҙар йонсотҡан? Хыял-ынтылыштарын аңларлыҡ кешеләр булғанмы? Ниңә илебеҙҙә оло етәкселәр вазифаһынан китеү менән һыуға батҡан таш кеүек юғала? Уларҙың белеме, тәжрибәһе, донъяны аңлау дәрәжәһе бер кемгә лә кәрәкмәйме ни?
Һүҙ юҡ, Хрущев күп мәсьәләне аҡыл менән түгел, ә хискә таянып хәл иткән. Уның Курск өлкәһендәге Калиновка ауылын шәхси хужалыҡһыҙ өлгөлө ауылға әүерелдерергә маташыуы, ауыл хужалығы тармағына идара итеүҙе һыйыр малы үрсетеү, һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ һ.б. йүнәлештәргә бүлгеләргә һәм һәр береһе буйынса айырым идара аппараты булдырырға ниәтләүҙәре билдәле.
Н.С. Хрущевты эшенән ҡыуғанда, политбюро буйынса коллегалары уға ошондайыраҡ ғәйептәр ташлаған: “Һин ауыл хужалығын бөлдөрҙөң! Шуға күрә беҙ игенде ситтән һатып алырға мәжбүрбеҙ. Совнархоздарың үҙен аҡламаны, улар аша идара итеү илдең оборона ҡеүәтен йомшарта. Үҙеңә оҡшамаған күп етәкселәрҙе сәбәпһеҙ-ниһеҙ эштән алдың. Өҫтәүенә шул мәсьәләләрҙе шәхсән үҙең генә хәл иттең, ә беҙ һинең ихтыярыңды өнһөҙ-тынһыҙ үтәүселәр генә булып ҡалдыҡ”.
Ил етәкселәре күкрәктәрен ялтырауыҡ менән биҙәүгә элек-электән әүәҫ булды. Никита Сергеевич, йомарт кеше, был мәсьәләлә шаштырып ебәргән. Үҙе генә таҡһа, бер хәл. Бер мәл Ғәрәбстан президенты Ғәмәл Әбдел Насир менән вице-президент Әмиргә, Алжир етәксеһе Әхмәт Бен Беллаға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Шул уҡ ваҡытта был эшмәкәрҙәр үҙ илдәрендә коммунистар партияһын ҡаты эҙәрлекләй ине. “Ялтырауыҡ сире”, әйткәндәй, Хрущевтан һуң айырыуса ҡотороноп китте.
Әйткәнебеҙсә, 1964 йылдың октябрендә, бик көсөргәнешле шарттарҙа, Никита Сергеевич пенсияға китергә мәжбүр ителде. Һаҙый Таҡташтың шиғырында әйтелгәнсә, “штаттан тыш ҡалған Ғәбделмәжит Истанбулдан китте. Ну и вот. Тимәк, солтан хәҙер безработный...”
Әлеге төшөнсәләргә әйләнеп ҡайтҡанда, “волюнтаризм” – бүтән мәғәнәләренә иғтибар итмәгәндә, сәйәсәттә һәм ижтимағи тормошта, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә фәнгә һәм объектив нигеҙҙәргә таянмауҙы аңлата. Волюнтаризм – шул уҡ субъективлыҡ, һәм уның дәүләт тормошонда бик һәләкәтле эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
90-сы йылдарҙа нәшер ителгән “Билдәһеҙ Рәсәй. ХХ быуат” тигән китапта Н.С. Хрущев заманында юғары вазифаларҙа эшләгән Александр Шелепин һәм Владимир Семичастный менән әңгәмә баҫылған. Ундағы фекерҙәргә мөнәсәбәт һәр кемдеке үҙенсә булыуы ихтимал. Ләкин, минең ҡарашҡа, ундағы бер тезис менән килешмәү мөмкин түгел. Ул – юлбашсылыҡ. Сталин вафат булғас, был сифат Хрущевҡа күскән. Никита Сергеевич та — юлбашсы, унда ла шул психология йәшәй. Һис һүҙһеҙ буйһоноу ҙа юлбашсылыҡтан килә. Ғөмүмән, юлбашсылыҡ (вождизм) Коммунистар партияһының тәбиғәтенә хас һәм, бер аҙ үҙгәрә төшөп, ул бөгөн дә йәшәп килә. Хәҙерге чиновниктар бюрократияһының нигеҙ ташы булып ана шул юлбашсылыҡ хеҙмәт итә.
Хрущевтан һуң власҡа килгән Леонид Брежнев тураһында, ул ил башында бик оҙаҡ ултырһа ла, сиселеп һөйләрлек нәмә юҡ кеүек. Хәтерләүҙәренсә, Брежнев кеше менән еңел аралашҡан, асыҡ холоҡло ир булған. Әгәр тарихсылар Брежнев хакимлыҡ иткән осорҙо “торғонлоҡ” тип атаһа, халыҡ-ара сәйәсәттәге тешһеҙлекте, партия тормошондағы формализм һәм шәхси ҡуҡырайыуҙы, бүләктәрҙе самаһыҙ алыуҙы һәм таратыуҙы нимә тип аңлатырға мөмкин? Ил хужалығы иҡтисад закондары буйынса түгел, партия директивалары күрһәткәнсә алып барылды. Леонид Ильич менән үткәргән йылдар илебеҙ өсөн юғалтыу булды һәм ғәйәт ҡиммәткә төштө. Сәйәси һәм иҡтисади көрсөк Брежнев хакимлығының һуңғы йылдарында иң юғары дәрәжәһенә етте. Леонид Ильичты алмаштырған Юрий Владимирович Андропов, Дәүләт именлеге комитеты етәксеһе һәм илдәге иң хәбәрҙар кеше булараҡ, дәүләт системаһын үҙгәртеү өсөн тәүге аҙымдарҙы ғына яһарға өлгөрҙө. Ошо беренсе аҙымдар уҡ халыҡта өмөт тыуҙырҙы. Яуапһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ, урлашыу ил именлегенә янай башлағайны. Андропов, Хоҙай ғүмер бирһә, был йәһәттән байтаҡ эш башҡарып өлгөрөр ине. Насип булманы...
К.У. Черненко бер нисә ай хакимлыҡ итеп вафат булғас, Кремлгә көләс, теремек Михаил Горбачев инеп ултырҙы. Уның киң йылмайыуына, таҫма теленә алданып, беҙ Горбачевтың кем булыуын аңламай ҙа ҡалдыҡ. Михаил Сергеевичтың эске сәйәсәте лә, сит илдәр менән мөнәсәбәте лә сәйерерәк булды, шикелле. Ил эсендә аныҡ эш һүҙ бутҡаһында юғала барһа, ситтә Горбачев тиҙ генә үҙ кеше, “Горби” булып алды, ә үҙебеҙҙә, йәмғиәткә демократия башланғыстарын алып килеп, ил халҡының донъя йәшәйешенә күҙен асһа ла, айырым халыҡ ҡатламдары уны аңлай алманы...
Илебеҙ тарихын Сталин вафат булғандан һуң, Путинға тиклемге осорға тиклем күҙ алдынан үткәрһәк, унда регресс логикаһын тойоу ауыр түгел. Ошо осорҙан башлап, дәүләт етәкселегенә ил йыйыусы һәм төҙөүсе лидерҙар килеүҙән туҡтаны, Андроповты иҫәпкә алмағанда, емергес лидерҙар дәүере башланды.
Эйе, етәкселәрҙең дә шундай тибы була, һәм Б.Н. Ельцин – уның сағыу вәкиле. Көслө ихтыярлы шәхес булараҡ, ул партия иерархияһында юғары баҫҡысҡа күтәрелергә өлгөргәйне. Әгәр Горбачев урынына СССР Президенты итеп ҡаты ҡуллы, аҙ һөйләп, күп эшләй торған кеше һайланһа, Борис Николаевичтың власҡа килеү ихтималы ҙур түгел ине. Шул уҡ ваҡытта илдә тарҡалыу процестары ҡотолғоһоҙ, объектив төҫ алғайны. Ельцин, Кравчук һәм Шушкевичтар ул процесты тиҙләтте генә.
Бер үк ваҡытта яңы Рәсәй тарихында Ельцин осоро үҙәк властың самаһыҙ ҡаҡшауы, федерализмдың ҡурҡыныс аҫтында ҡалыуы, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә илдең юғалтыуҙары, эске сәйәси көрәштең үтә киҫкенләшеүе менән билдәләнә. Уның сәйәсәте, үҙ холҡо кеүек, тотороҡһоҙ булды: милли республикаларға үҙаллылыҡ биреү һәм парламентты аттырыу, олигархияның ҡотороноуы һәм сәйәси власҡа криминалдың ынтылыуы. Байлыҡ һәм хәйерселек. Рәсәйҙең өсөнсө дәрәжәләге илдәр рәтенә төшөүе. Үтәлмәҫ вәғәҙәләр. Халыҡта рухи ғафиллыҡ. Шул осорҙа Рәсәй тағы ла меҫкенлек даръяһына сума башланы. Уны уятырлыҡ, ошо упҡындан алып сығырлыҡ көс килеп сығырмы? Ундай көс халыҡтың үҙендә табылырмы, әллә яҙмыш илебеҙгә шундай хаким бирерме? Йәмәғәтселекте шуның ише һорауҙар борсоно.
Илдең бөгөнгө Президенты власҡа килгәс, республикалағы урыѕ телле гәзиттәрҙең береһе: “Рәсәй быуатты Распутин менән башлағайны, Путин менән тамамлай”, – тигән ремарка биргәйне. Бында, мәғәнәнән бигерәк, һүҙ, рифма уйнатыу күберәк, әлбиттә. В.В. Путин, президентлығының байтаҡ осорон үткәрһә лә, барыбыҙ өсөн дә тиерлек сиселмәгән табышмаҡ булып ҡала. Кемгәлер уның дәртлелеге оҡшай, икенселәргә яңы типтағы етәксе булыуы хуш килә, өсөнсөләргә – талапсанлығы, дүртенселәргә – айныҡлығы... Хакимдың эшмәкәрлегенә баһа биреү өсөн ваҡыт кәрәк. Шуға был йәһәттән һөйләшеү – алдағы эш. Хәҙер иһә, күңелһеҙ уй-тәьҫораттарҙы таратыуға өмөтләнеп, һүҙҙе шаярыу менән тамамлағы килә. “Булдыра алған кеше эшләй, кем эшләй белмәй – идара итә, ә кем идара итә белмәй – батшалыҡта ултыра”. Хәйер, һәр шаярыуға ла бәләкәй генә булһа ла мәғәнә һалына бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840