Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерҙән дә ҡәҙерле ни бар?
Күптәр минән, быйылғы Олимпиада уйындарын ҡараныңмы, тип һорай. Ике таяҡҡа таянып йөрөйөм бит мин... Үҙҙәре һау булғас, ҡыҙыҡһыналарҙыр инде. Илебеҙ спортсыларының уңыштарына ғорурланып, ҡыуанып күҙәтеп барҙым, тип яуап бирәм ундайҙарға. Ә фрегат һүрәте төшөрөлгән «Таллинн-80» майкаһын әле һаман һаҡлайым.

Күгәрсен районының Ибрай ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыған осорҙо бөгөнгөләй хәтерләйем. Декабрь айы ине. Мине физкультура уҡытыусыһы Мәхмүт Сәғитов район үҙәге Мораҡҡа саңғы ярыштарына ебәргәйне. Әсәйем менән атайым яңғыҙымды ғына нисек юлға сығарҙы икән? Уҡытыусы ҡайҙа ҡараған? 13 километр самаһы ер үтеп, Мораҡҡа барып еттем, биш саҡрым арауыҡҡа йүгерҙем һәм сәй ҙә эсмәйенсә кире ҡайтыр юлға сыҡтым.
Ауылыбыҙға өс саҡрым етмәҫ элек Һибәт мулланың бесәнлегендә шишмә бар. Халыҡ хәҙер уны Йәншишмә тип йөрөтә. Күҙ алдарым ҡараңғыланды. Бына-бына йығылам инде, тип торам. Бәхетемә, Хәбир ағай Ғәббәсовтың мине ҡыуып етеп: «Ҡайҙан ҡайтып киләһең, ҡустым?» – тип һорағанын ишеттем. «Ярыштан», – тип яуаплайым. Ул аптырап ҡараны ла: «Ярай», – тип башын һелкте. Икенсе көндө физкультура буйынса һуңғы тапҡыр «бишле» билдәһен алдым, сөнки икенсе йылда ошо уҡ дәрестә бәхетһеҙлеккә тарыным. Йыл буйы гипста яттым. Хирургтың хатаһы арҡаһында ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалдым.
Түшәктән торғанда һул аяғым уңынан ете сантиметрға ҡыҫҡараҡ, янбаш-бот быуындары хәрәкәтһеҙ ине. Әммә был хәлгә иғтибар итмәй, таңғы сәғәт дүрттә йоҡонан тора инем дә, ҡуян йәки өйрәк тотам тип, эргә-тирәләге ҡыуаҡлыҡтарҙа саңғыла йөрөй инем. Бынан тыш, көс күнекмәләренә иғтибарҙы нығыраҡ арттыра башланым. Ике ботлоҡ герҙе уң ҡулым менән – 15, һулы менән 13 тапҡыр күтәрә инем.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үтеү менән организм да ҡаҡшай икән. Ауырлыҡ та кешегә йоғонто яһамай ҡалмай. Хәҙер һул аяғым уңынан 15 сантиметрға ҡыҫҡараҡ. Гер күтәреү тураһында хатта хыялланып та булмай. Ә иң аяныслыһы: икмәк һалынған моҡсайҙы күтәреп ҡайтып барғанда, әбейҙәр йәки башҡалар ярҙам итергә ынтыла. «Әгәр икмәкте лә үҙең күтәреп алып ҡайта алмайһың икән, был донъяла ниңә йәшәргә?» тигән уй һис тынғылыҡ бирмәй.
Шуға сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ, уның ҡәҙерен белегеҙ, тип өндәшкем килә. Ә илебеҙ ғорурлығы булған бөтә спортсыларға һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын. Уларҙың заманса саңғыларына, конькиҙарына һәм башҡа экипировка әйберҙәренә һоҡланып ҡарайым. Йортом эргәһендәге 124-се мәктәп уҡыусыларына ла һоҡланып туя алмайым. Кейемдәре ғәжәп матур. Уҡыу йортондағы спорт залы ла һоҡланғыс, рәхәтләнеп шөғөллән генә! Ә минең бала саҡта саңғыға оҡшаш таҡталарым, иҫке быймаларым, алама бирсәткәләрем, ҡолаҡсынлы бүрегем генә бар ине. Әммә ул саҡта үҙемде ныҡ бәхетле тойҙом, сөнки һау-сәләмәт инем, ә алда ниндәй киләсәк көткәнен кем белһен.
Һуңғы юлдарҙы яҙғанда күҙҙән йәш бөртөктәре ҡойолдо, сөнки хәҙер мин – киләсәге булмаған ҡарт кешемен. Ярай әле, иҫәнмен. Ғүмер бөтә нәмәнән ҡәҙерлерәк шул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509